6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Персона

"Португалия яҙмалары"
06.12.07


       Күргәҙмә галереяһындағы фотографиялар алыҫтан уҡ иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Әле сюжетын күрмәйһең, әммә йылы, һары, ҡояшлы фон ҡарашты эләктерә. Яҡындан килеп ҡарағас ҡына суйырташ түшәлгән тар ғына урамдары, ваҡ ҡомло буш пляждары менән алыҫ, таныш булмаған ил пейзаждарын күрәһең.
       Бына беҙ ҙә Олег Зыковтың Португалияла төшөргән һүрәттәренә ҡарап, таныш булмаған донъяға сумабыҙ. Олег Зыков - спортсы, тәржемәсе, юрист, шунан һуң ғына фотограф. Сәнғәттең был төрөн ул күптән түгел генә һынап ҡарарға булған.
       - Олег, тимәк, "Португалия яҙмалары" - һинең беренсе күргәҙмәң?
       - Эйе, шулай килеп сыға. Ләкин быға параллель рәүештә икенсеһе лә үтте. Әгәр быныһы Португалияға арналһа, икенсеһе - макроскопик донъяға. Фотография менән саҡ ҡыҙыҡһына башлағанда мин бөжәктәрҙе фотоға төшөрҙөм. Мәҫәлән, усаҡ яҡтыһына осоусы күбәләкте йәки сумка замогы буйлап үрмәләүсе ҡуңыҙҙы төшөрөп алдым. Бәләкәйҙән башланым, һуңынан пейзаждарҙы төшөрөүгә тотондом.
       - Нисек Португалияға барып сыҡтың? Һәм ни өсөн тап ошо илгә барҙың?
       - Ағайым арҡаһында. Ул беҙҙең идея, ижади дәрт биреүсе. Роман Финляндияла йәшәй һәм эшләй, серфинг менән етди шөғөлләнә. Миңә лә һынап ҡарарға тәҡдим итте. Әлбиттә, мин риза булдым. Спорттың был төрө менән шөғөлләнеү өсөн иң яҡшы шарттар Португалияла. Шулай ошо илгә барып сыҡтым.
       - Бер аҙнала ҡайһы ҡалаларҙа булып өлгөрҙөгөҙ?
       - Лиссабонда, тарихи үҙәк - Синтрҙа ла булдыҡ. Ил буйлап машинала сәйәхәт иттек. Машинаны прокатҡа алдыҡ, был бик уңайлы.
       - Көҙ көнө һыу инергә һыуыҡ түгел инеме һуң?
       - Беҙҙә бының өсөн махсус костюмдар бар. Серфинг өсөн таҡталарҙы беҙ үҙебеҙ килтерҙек.
       - Яҡшы йөҙәһеңме?
       - Ағайым минән яҡшыраҡ йөҙә. Мин дә апаруҡ өйрәндем.
       Олег бик баҫалҡы кеше, маҡтанырға яратмай. Америкала уҡығанында ул пляжда ҡотҡарыусы булып аҡса эшләгән бит, тимәк ул да яҡшы йөҙә.
       - Португалияла айырыуса нимәләр иғтибарыңды йәлеп итте?
       - Пейзаждар, шул иҫәптән ҡала эсендә лә. Төнөн электр уттары яҡтыһында ҡаланы фотоға төшөрөү айырыуса мауыҡтырғыс килеп сыҡты.
       - Иң оҡшағаны нимә булды?
       - Шарап. Бик тәмле, әммә бик ҡиммәт тә.
       - Ә иң оҡшамағаны...
       - Португалдарҙың бөтөнләй инглизса һөйләшмәүе.
       - Юлды һорашып ялҡтығыҙмы?
       - Уныһы ла бар. Урамдар шул тиклем буталсыҡ, аҙашыуы бер ни тормай. Ә португалдар менән ым-ишара ярҙамында аралашырға тура килә.
       - Инглиз теленең ярҙамы тейҙеме һуң?
       - Һөйләү теле бөтә ерҙә лә тиерлек. Мин "Гарри Поттер и дары смерти" китабының беренсе өлөшөн тәржемә иттем. Интернетта Джоан Роулингтың етенсе романын рәсми булмаған иң яҡшы тәржемәгә конкурс иғлан ителгәйне.
       - Олег, һин йыш сит илдә булаһың, ә ағайың - сит ил гражданы. Урыҫтар һәм сит илдекеләр бер-береһенән ныҡ айырыламы?
       - Ағайым Рәсәйгә килгәнендә бында бизнестың нисек алып барылыуын бөтөнләй аңламай. Финляндияла бөтә нәмә асыҡтан- асыҡ эшләнә, шул иҫәптән бизнеста ла. Ул спорт менән күп шөғөлләнә, матди байлыҡ уның өсөн иң мөһиме түгел.
       Әлбиттә, урыҫтарҙы мәҙәнилеге лә "һата". Дөрөҫөрәге, уның булмауы. Бына бер миҫал килтерәм. Урта йәштәрҙәге ҡатын эргәнән үтеп киткәнендә сумкаһы менән тейеп китә. Ваҡ нәмә, әлбиттә. Әммә сит ил кешеһе мотлаҡ туҡтап, ғәфү үтенә, ә урыҫтар иғтибар ҙа итмәй, юлын дауам итә.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал