6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Иҫке бинала һуңғы уйын
04.12.07


       "Салауат Юлаев", өсөнсө осорҙа өс шайбаға өҫтөнлөктө юғалтып, "Северсталь"дән хурлыҡлы еңелде. Өфөнөң иҫке Спорт һарайы менән лайыҡлы хушлашыу урынына, улар ҡулдарындағы еңеүҙе ярышташтарына тотторҙо.
       Уйын бер ниндәй сюрпризһыҙ башланды."Салауат Юлаев" Николай Заварухиндың аныҡ ташлауы менән иҫәпте асты, 1:0. Күп тә үтмәй иҫәп 2:0 булды.
       "Северсталь" бер шайба индерҙе, әммә Станислав Чистов "Северсталь"дең ҡапҡасыһы Вьюхинды тағы ла хафаға һалды, 3:1. Ҡунаҡтар беренсе тәнәфескә тиклем иҫәпте 3:2 яһап өлгөрҙө. Тәнәфестән һуң Игорь Волков менән Олег Твердовский үҙ иҫәптәренә берәр шайба яҙып өлгөрҙө.
       5:2 - өсөнсө осор башлана. Хужаларға ҡурҡырлыҡ урын да юҡ кеүек.
       Әммә беҙ уйлағанса булманы шул... Ҡунаҡтар Александр Вьюхин урынына икенсе ҡапҡасы - Илдар Мөхәмәтовты сығаралар һәм бының менән оталар ҙа. Ул ҡапҡаға йоҙаҡ һала. Череповецтан команда әүҙемләшә һәм бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ тиерлек өс шайба индерә, уйынды овертаймға күсерә, буллиттар буйынса еңә.
       "Салауат Юлаев"тың ҡапҡасыһы Милан Гниличка тишек ялғашҡа оҡшап ҡалған. Өсөнсө осорҙа өс шайба һәм буллиттар серияһында рәттән өс гол.
       Тамашасылар, әлбиттә, ҡәнәғәт түгел, шулай ҙа күптәр танауҙары төшкән команданың күңелен күтәреү өсөн үҙенекеләргә алҡышларға ҡала.
       Матчтан һуң "Северсталь"дең баш тренеры Александр Асташев:
       - Беҙ әлеге чемпионат лидеры менән осраштыҡ. Әлбиттә, ярышташыбыҙҙан яҡшы уйын көткәйнек, беренсе осорҙа тап шулай булды ла. Тилбер хәрәкәт итеү, яҡшы биреүҙәр иҫәбенә беҙҙе ҡапҡаға ҡыҫырыҡланылар. Икенсе осорҙа "Салауат Юлаев" яғынан уйын тағы ла көсәйҙе, ләкин... Хоккейҙа алтмыш минут уйнайҙар...
       Мин егеттәремдең ҙур иҫәптән һуң юғалып ҡалмауҙары, ә киреһенсә, тупланып, йыйнаҡ уйнауҙары менән бик ҡәнәғәт ҡалдым. Шул уҡ ваҡытта хужалар иғтибарын юғалтты, беҙҙе еңелде, тип уйланы. Мин тормошта бик күп мөғжизәләр күрҙем, ләкин бындайы булғаны юҡ ине әле... - тип һөйләне.
       Ишеттегеҙме? Рәсәйҙә "мөғжизәләр" бар. Матчтан һуң мин уҙған осрашыуҙың төп мөғжизәһе - Милан Гниличканы көтөп алдым һәм уға бер нисә һорау бирҙем. Күренеп тора, ҡапҡасы һөҙөмтә өсөн ныҡ борсола, һәм уның аралашҡыһы ла килмәй ине.
       - Бөгөнгө матчты нисек аңлатырһығыҙ?
       - Миңә өсөнсө осорҙа яҡшыраҡ уйнарға кәрәк ине...
       - Бөгөнгө уңышһыҙлыҡҡа осрауығыҙ практиканың аҙ булыуынанмы? Йә һеҙ, йә Еременко сыға, төп ҡапҡасы юҡ...
       - Юҡ, юҡ, был яҡтан минең өсөн проблема юҡ.
       - Проблема иҫке Спорт һарайында һуңғы уйын булыуҙамы?
       - Артыҡ ҡурҡынысы юҡ - яңы Һарайҙа күп яңы еңеүҙәргә өлгәшербеҙ әле. Үҙегеҙ ҙә аңлап тораһығыҙ, мин бер матчта ғына түгел, бөтәһендә лә яҡшы уйнарға тейеш инем.
       - Тиҙҙән өсөнсө ҡапҡасы ла барлыҡҡа киләсәк - Вадим Тарасов әүҙем шөғөлләнә...
       - Етәкселектең маҡсаты һәм аҡсаһы бар - шуға күрә уйынсылар командаһын йыялар ҙа...
       - Һеҙҙе Евротурҙың Мәскәү этабына Чехия йыйылма командаһына саҡырҙылармы?
       - Эйе.
       - Уңыштар теләйем, - тинем мин, тик, "Рәсәй йыйылма командаһына ҡаршы матчта түгел" тип өҫтәргә оноттом бит әле.
       Шулай итеп, "Салауат Юлаев" 12 мәрәйгә өҫтөнлөк менән алда бара һәм, ахыр килеп, "Өфө-Арена"ға күсә. Яңы Һарай бәхет килтерерме - билдәһеҙ, иң мөһиме, суперсерия матчтарындағы кеүек боҙ иремәһен инде...

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал