6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Матбуғат

Ҡәләм емтекселәре таҙа эҙ ҡалдырмаҫ...
23.07.03


       2003 йылдың сәйәси йәйенең иң ҡыҙыу мәле башланды, буғай. Һа йлауҙар менән бәйле һәр нәмәгә мәғәнә өҫтәлә, ғәҙәттәгесә ю ҡ нәмәнән ығы-зығы тыуҙырыла. Үҙәк матбуғат сараларының ҡайһ ы бер төбәктәргә артыҡ иғтибар биреүе күҙгә ташланмай ҡалма й: аҡса түгеп клиптар һәм тапшырыуҙар циклы әҙерләнә, яңы б аҫмалар барлыҡҡа килә, "компромат" табыу өсөн "пиарсылар" ха тта бригадалап "тир түгә". Мәскәү технологтары үҙ мәнфәғәтт әрен ҡайғыртҡан кешеләр туҙҙырған мул аҡсаның бер тинен дә
       ситкә ебәрмәҫкә тырыша, күрәһең. Тәбиғәттә иһә емтекселәр ш улай ҡорбан тирәһендә урала бит. Әйткәндәй, демократия өлкәһ ендә беҙ ысынлап та етерлек "алға" киткәнбеҙ. НТВ каналы ме нән булған күңелһеҙ хәл, Мәскәүҙә иһә ТВС тапшырыуҙарын туҡ татыу хәҙер инде ваҡ-төйәк кенә булып күренә. Канал, имеш. Б ыл темала инде аҡса эшләп булмай. Шуға күрә башҡаланан ситтә рәк ятҡан төбәктәрҙә "халыҡҡа ҡаршы" төҙөлгән режимды тәнҡит ләү кеҫәне ысынлап та буш ҡалдырмаҫ. Аҡсаң ғына булһын. Ә ул ар бындай маҡсатҡа мул ғына бүленә. Мәҫәлән, Башҡортостанды алайыҡ. Бында мәскәүлеләр иҫәпләүен сә 15 миллиард долларға баһаланған нефть һәм нефть химияһы комплекстарының яҙмышы хәл ителә. Бындай ҡалья ауыҙға төшө ргә торғанда улар бысраҡҡа батыуҙан ғына сирҡанмай, әлбитт ә Үҙәк телевидение аша алдан әҙерләнгән, йәнәһе лә, фаш и теүсе һәм ҡотортоусы тапшырыуҙар, реклама роликтары әйләнде релә. "Оппозицион" матбуғат баҫмаларының тиражы бермә - бер артты. Өфө ҡунаҡханаларында командировкаға килгән шуҡ егетт әрҙең камералары республикала кире күренештәр "эҙләй". "Ҡар а" мәҡәләләргә заказдар бер туҡтауһыҙ алып барыла. Икенсе я ҡтан ситтән килеүселәр үҙҙәренең уй-тойғоларын артыҡ йәшере п бармай: ғәфү итегеҙ, әлбиттә, хәлдәрҙең нисек икәнлеген үҙ ебеҙ ҙә күреп торабыҙ, әммә һеҙгә "заказ" булды - ни хәл итә һең Бына һайлауҙар үткәс, рәхим итеп яңынан дуҫлашырбыҙ, һеҙҙең хаҡта матур-матур мәҡәләләр баҫып сығарырбыҙ.
       Бына ошо хәл аптырата ла инде. Дөрөҫлөккә тура килмәгән, б ысраҡҡа батырғандан һуң артабан дуҫлашып буламы икән ни Бер
       алдаған кешегә икенсе тапҡыр ышаныуы, ай-һай, ҡыйындыр ул.
       Беҙ бит асылы буйынса төрлө кешеләр. Кемдер үҙенең хәләл
       тирен түгеп эш хаҡы өсөн кешеләрҙе уҡыта, дауалай, икмәк б ешерә, йорттар төҙөй. Ә һеҙ халыҡтан урланған аҡса өсөн йәне геҙҙе һатырға әҙерһегеҙ. Эстән генә республика хаҡында ыңғай
       фекерҙә булып, ҡайһы саҡ уның менән һоҡланып та, әммә гәзит кә бөтөнләй икенсе хәҡиҡәтте сығарыу нисек тип атала икән Ф әхишәлекме был, әллә заказлы үлтереүме Шуныһы ла аптырата:
       башҡа һөнәр кешеләре ошолай эшләгән осраҡта улар бөтә йәм ғиәт менән ерәнеп фашланыр ине. Әммә сәйәси технологтарға, "пиарсыларға" беҙ йомшаҡ мөнәсәбәттәбеҙ шул: эйе, дөрөҫтө я ҙмайҙар, эйе, әхләҡи яҡтан юҡҡа сығарырға тырышалар. Әммә һ өнәре шул булғас, ни эшләйһең инде. Шунан кире һүҙ иреклеге ¬ һүҙ азатлығы тигән төшөнсәләр бар бит әле . Әммә нисек кен ә булмаһын, һайлауҙар ваҡытында ла, улар үткәс тә аңы булған
       кеше улар менән ҡул биреп күрешеүҙән баш тартыр. Бәлки была рҙың барыһын да үҙ исеме менән атарғалыр Миңә ҡалһа, был ен әйәт эшелер, моғайын. Саванна ла емтек менән туҡланыусы ҡоштарҙы сүлдәр санитарҙар ы тип атайҙар. Ә инде ҡәләм емтекселәрен бер нисек тә аҡлау юҡ!

Мәсхүд Байрамов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал