6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефле хәл

Таяҡсалы сәтләүектәр
04.12.07


       Күмертау ҡалаһынан - 29 һәм Күгәрсен районынан 20 кеше, улар араһында балалар ҙа бар, тәмле-татлы ашап, дауаханаға эләкте. Врачтар уларға "сальмонеллез" диагнозы ҡуйҙы.
       БР Прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, инфекция сығанағы булып ҡала һәм райондың сауҙа нөктәләренә бер үк эшҡыуар тарафынан килтерелгән кондитер изделиелары тора. Эсәк инфекцияһын ҡуҙғытыусы - энтеритидис сальмонеллаһы таяҡсалары, айырым алғанда, "Ҡуйыртылған һөт менән сәтләүектәр" изделиеһында табылды. Магазиндарҙа уларҙы тауарҙың сифатын раҫлаусы документһыҙ ҡабул иткәндәр.
       Рәсәй Прокуратураһы ҡарамағындағы Тикшереү комитетының БР буйынса тикшереү идаралығының Мәләүез район-ара тикшереү бүлеге тарафынан был факт буйынса РФ Енәйәт кодексының 238-се статьяһы 1-се часы (ҡулланыусылар ғүмере һәм һаулығы хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән тауарҙар һәм продукция етештереү, һаҡлау, ташыу йәки һатыу, эштәр башҡарыу йәки хеҙмәтләндереү) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Шәхси эшҡыуар эшмәкәрлеге ваҡытлыса туҡтатылды, ә үрҙә телгә алынған кондитер изделиелары һатыуҙан алынды.
       Зыян күреүселәргә килгәндә, бөгөнгө көндә уларҙың хәле тотороҡло, ғүмерҙәренә ҡурҡыныс янамай.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал