6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Персона

Директор - ҡатын-ҡыҙҙар профессияһы
29.11.07


       Беҙҙең аңлауыбыҙса, кем һуң ул директор? Минең күҙ алдыма, мәҫәлән, костюм кейгән, ҡулына бик мөһим документтар һалынған портфель тотҡан олпат ир килеп баҫа. Уның өҙлөкһөҙ телефоны шылтырай, үҙе мәңге ҡайҙалыр ашыға. Уның тормошонда ялға ваҡыт юҡ, ул нисек тә капиталды арттырыу хаҡында уйлап борсола. Эйе, стереотиптар әле булһа көслө. Уларҙан ҡотолоуы бик еңелдән түгел. Ләкин хәҙерге донъяла күптән инде бөтәһе лә үҙгәрҙе бит. Мыҡты ирҙәр ҡулынан власты һиҙҙермәй генә ҡатын-ҡыҙҙың ныҡлы ҡулдары үҙенә тартып алды. Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар һөнәре араһында айырма юғалды. Хәҙер инде милиционер, слесарь, водитель, ахыр килеп, етәксе ролендә ҡатын-ҡыҙҙы күреп, бер кем дә ғәжәпләнмәй.
       Ҡатын-ҡыҙ директорҙар һаны йылдан-йыл арта бара. Улар үҙ бурыстарын бына тигән итеп, йыш ҡына хатта ирҙәрҙән дә яҡшыраҡ башҡара. Быны иҫбатлап Рәсәйҙә Эшҡыуар ҡатын- ҡыҙҙар ассоциацияһы ойошторолған, йыл һайын гүзәл заттың иң яҡшы вәкилдәре ҡатнашлығында "Йылдың ҡатын-ҡыҙ директоры" конкурсы үткәрелә. Республикабыҙҙа Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы тамамланды. Бына 11-се тапҡыр беҙ иң маҡсатҡа ынтылышлы, яуаплы һәм әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың исемдәрен белдек. Призлы урынға 21 дәғүәсе араһынан 12 ҡатын-ҡыҙ етәксе еңеүсе булды. Һәр береһе үҙ номинацияһында еңде. Предприятие, мәктәп, магазин, аптека, матурлыҡ салоны директорҙары, киң мәғлүмәт саралары етәкселәре ярышҡанда барыһын да бер ҡалыпҡа һалып булмай бит, һәм кемделер һайлап алыу ҡыйын.
       Моғайын, был конкурста Өфөнөң ҡәҙимге урта мәктәбе директоры еңеүе иң ғәжәпләндергәне булғандыр. Дөрөҫ, бизнес корифейҙары менән ярышыу еңелдән түгел. Әммә Лариса Бочкарева быға өлгәшә. 118-се мәктәп директоры "Социаль әүҙемлек өсөн" номинацияһында еңә.
       - Мин, әлбиттә, Өфөнөң Калинин районы буйынса ғилми- тикшеренеү һәм маркетинг үҙәгенең методика бүлеге мөдире Римма Мельникова миңә был конкурста ҡатнашырға тәҡдим итеп шылтыратҡас, бер аҙ аптырап ҡалдым, - тип һөйләй Лариса Викторовна. - Мин ике йыл элек был конкурста 111-се гимназия директоры Ирина Усова ҡатнашыуы тураһында белә инем, ләкин ул еңеүгә өлгәшмәне. Уның менән һөйләшкәс, "Йылдың ҡатын- ҡыҙ директоры" конкурсы мәктәп директорҙары өсөн түгел, тигәйне. Ләкин мин һәр ваҡыт еңеүгә ынтылам һәм ҡыйынлыҡтар алдында туҡтап ҡалмайым.
       Лариса Бочкарева конкурс тураһында белгәндә заявкалар ҡабул итеү тамамланыуға ике көн ҡалғайны. Ә эш әйләнеп сыҡҡыһыҙ...
       - Мин башымды баҫып ултырҙым да был тиклем эште бер үҙем башҡарып сыға алмаҫымды аңланым, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Лариса Викторовна. - Уҡытыусылар араһынан фекерҙәштәремә һәм мәктәп администрацияһына мөрәжәғәт иттем. Мин уларға бер генә һорау бирҙем: конкурста ҡатнашыу кәрәкме икән? Улар хуплап сыҡты. Шуға күрә, был конкурста еңеү - беҙҙең дөйөм, бөтә мәктәп коллективының еңеүе, тип тулы ышаныс менән әйтә алам.
       Ғөмүмән, Лариса Бочкарева холҡо менән тыумыштан лидер кеше. Төҫкә бик матур, ижади натуралы һәм бөтмәҫ энергиялы ҡатын-ҡыҙ. Күңеле менән ул актер, уның кәйефе һәр ваҡыт күтәренке һәм бик тәүәккәл. Нимәгә генә тотонмаһын, эше һәр ваҡыт уң килеп сыға.
       - Мин тик ултырырға яратмайым, миңә һәр ваҡыт ниндәйҙер яңылыҡ белергә, үҫергә, тормошта бейеклектәргә өлгәшергә кәрәк - был минең маҡсатым, - ти Лариса Бочкарева.
       Ул үҙе генә тик ултырмау түгел, бөтә коллективты дәртләндерә белә, мәктәптә бөтә уҡытыусылар уны ихтирам итә.
       Лариса Бочкарева 118-се урта мәктәптең директоры булып биш йыл эшләй. Ошо ваҡыт эсендә ул күп нәмәгә өлгәште. Ул килеү менән ҡаланың сәнәғәт өлөшөндәге, ҡалғандар фонында бер ни менән дә айырылмаған ҡәҙимге мәктәп абруйлы, популяр мәктәпкә әйләнде, унда төрлө райондан бик күп балалар уҡырға теләй. Мин унда саҡта Лариса Викторовнаға бөтә гимназиялар һәм лицейҙарҙан 118-се мәктәпте өҫтөн күргән бер ҡыҙ мөрәжәғәт итте. Бындай осраҡтар һуңғы ваҡытта йыш ҡына була.
       Уҡыусыларҙы был мәктәп нимәһе менән йәлеп итә һуң? Сөнки Лариса Бочкареваның тағы бер бик яҡшы һәләте бар - ул үҙе тирәләй шундай уҡ яҡшы кешеләрҙе туплай белә. Мәктәптә 65 педагог эшләй, улар араһында төрлө исем һәм наградаға эйә булыусылар күп. Лариса Викторовна үҙе - "Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы". Мәктәптә өҫтәмә белем биреү яҡшы үҫешкән. Уҡытыу процесында төрлө инновацион технологиялар файҙаланыла. Һәр уҡыусы индивидуаль программа буйынса уҡытыла.
       Мәктәптә "Проstо МЫ" балалар йәмәғәт берекмәһе эшләй. Уҡыусылар үҙидараһының был формаһы балаларҙа шәхес булараҡ сифаттарҙы үҫтереүгә, шулай уҡ уларҙа лидерлыҡ һәләттәрен асыҡлауға булышлыҡ итә. Балалар коллективта эшләргә, проблемаларҙы үҙ аллы хәл итергә, коллектив ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәнә. 118-се мәктәп уҡыусылары шулай уҡ төрлө олимпиадаларҙа, конференцияларҙа, профиль әҙерлек курстарында даими ҡатнаша.
       Былар барыһы ла мәктәп рейтингын күтәреүгә булышлыҡ итә, уның даны бик тиҙ тарала. Директоры Лариса Бочкарева етәкселегендә педагогик коллективтың ҡаҙаныштары арҡаһында һуңғы биш йылда мәктәпте тамамлаусыларҙың барыһы ла юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына инде. Уҡыусылар үҙҙәре тап ошо мәктәпте һайлауҙары менән ғорурлана, бында алынған белем ысынлап та сифатлы бит.
       Ошоларҙан һуң Лариса Бочкареваның хаҡлы рәүештә "Йылдың ҡатын-ҡыҙ директоры" исеменә лайыҡ булыуына шикләнерлекме ни?
       - Мин үҙ командам менән бергә конкурсҡа еңәм тип барҙым,- ти Лариса Бочкарева. - Миңә ысын байрам бүләк иткәндәре өсөн фекерҙәштәремә ҙур рәхмәтлемен. Улар арҡаһында еңеүгә өлгәштем бит мин. Был еңеүҙе лайыҡлы тип иҫәпләйем, ул беҙҙең бөтә биш йыллыҡ эшебеҙгә йомғаҡ яһаны. Тимәк, беҙ бушҡа эшләмәгәнбеҙ.
       Әйткәндәй, киләһе йыл яҙ, конкурстың башҡа еңеүселәре менән бергә, ул "Йылдың ҡатын-ҡыҙ директоры" ХI Бөтә Рәсәй конкурсының Мәскәүҙә үтәсәк йомғаҡлау этабына барасаҡ. Уларҙың барыһына ла уңыштар теләйек!

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал