6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Хеҙмәт баҙары

Теләк кенә булһын, эш табылыр
29.11.07


       Бөгөн эш табыуы ҡатмарлы түгел, ә бына яҡшы эш хаҡы һәм соцпакет менән эшкә урынлашыу, ай-һай, анһат түгел. Бигерәк тә абруйлы ойошмаларҙа туғандары йә таныштары булмағандарға айырыуса ҡыйын. Ғөмүмән, кешеләрҙе эшкә "урамдан" ҡабул итмәйҙәр, мотлаҡ кемдеңдер рекомендацияһы буйынса алалар. Бында юлы берәү генә - әгәр һин йәш һәм дәртле икәнһең, ныҡышмал булырға кәрәк, бер генә тапҡыр ынтылып, туҡталып ҡалырға ярамай.
       Эшкә урынлашыу буйынса тәҡдимдәр һәр ваҡыт күп булған урындарҙың береһе - вакансиялар йәрминкәһе. 28 ноябрҙә үткәрелгән беренсе республика эш һәм уҡыу урындары вакансиялары йәрминкәһе быны асыҡ раҫланы. Йәрминкәлә халыҡ, айырыуса йәштәр күп булды, йырып үтерлек тә түгел ине. "Эш биреүсе" өҫтәле эргәһендә кешеләр һорауҙар бирҙе, ҡайһы берҙәре шунда уҡ анкета тултырырға ултырҙы.
       - Беренсе республика эш һәм уҡыу урындары йәрминкәһендә ҡатнашыуға саҡырыуыбыҙға бик күп эш биреүселәр теләк белдерҙе, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Хөкүмәте Премьер- министры урынбаҫары, БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидүс Ямалетдинов. - 150 предприятие һәм ойошманан 12 мең вакансия ҡуйылды. 2007 йылда беҙ республикабыҙҙың һәр ҡала һәм районында 360 вакансиялар йәрминкәһе үткәрҙек.
       Республикала халыҡты эшкә урынлаштырыуға ҙур әһәмиәт бирелә. Башҡортостан иҡтисадының тотороҡло үҫешен, башлыса, кешеләрҙең эш менән мәшғүл булыуы билдәләй бит, айырыуса төҙөлөш, транспорт тармаҡтарында һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә. Бизнесты алып барыу, ҙур инвестицион һалыуҙар өсөн уңайлы климат булдырылған.
       Бындай инвестиция өлгөләренең береһе булып Өфө трансформатор заводын төҙөү тора, ул тамамлау стадияһына яҡынлаша инде. Өфө эргәһендә шулай уҡ керамик плиткалар етештереү буйынса Рәсәйҙә иң ҙур предприятие төҙөлә башланы. Ә яңы предприятиелар - ул яңы эш урындары.
       Быйыл ун айҙа эшсе көскә талап, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 20 процентҡа артты. Ә 1 ноябргә ҡарата теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,4 проценттан 1,2 процентҡа кәмене. Дөрөҫ, ташсы, бетонсы, токарь, электрогазосварщик кеүек эшсе һөнәрҙәре буйынса тәҡдим һуңғы ваҡытта талаптан тиҫтәләгән тапҡырға артып китә.
       Эшсе көсөнә талап менән тәҡдим араһында айырма кәмеүенең төп факторы булып эшсе һөнәренең абруйы күтәрелеү тора. Һәм, әлбиттә, производствоның республиканың уҡыу йорттары менән бәйләнешен аяҡҡа баҫтырыу бик мөһим. Бәлки, колледж һәм ПТУ тамамлаусыларҙың ҡайһы берҙәре ҡайҙа практика үткән, шунда эшкә килергә теләр. Ә уларҙа бындай теләк барлыҡҡа килһен өсөн предприятиеларҙа хеҙмәт шарттарын даими яҡшыртырға, хеҙмәтсәндәрҙең квалификацияһын күтәрергә тырышырға кәрәк. Фидүс Ямалетдинов шулай иҫәпләй.
       Актуаль мәсьәлә - хеҙмәт мигранттары. Беҙҙә, ғөмүмән, бөтә илдә эшкә һәләтле халыҡ иҫәбенең кәмеү тенденцияһы күҙәтелә. Шуға күрә ситтән эшсе көсө йәлеп итергә тура килә. Тик бында рәсәйҙәрҙең хоҡуҡтарын ҡыҫырыҡламау төп шарт булып тора.
       - Сит ил эшсе көсө хеҙмәт ресурстарының өҫтәмә механизмы булараҡ ҡарала, - тип билдәләй БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры. - Эшкә урынлаштырғанда Рәсәй граждандарына,
       шулай уҡ Рәсәйгә кире әйләнеп ҡайтырға теләгән ватандаштарыбыҙға өҫтөнлөк биреләсәк. Шуға күрә лә түбән һәм юғары квалификациялы сит ил эшсе көсөн йәлеп итеүгә икенсел роль бирелә.
       Нисек кенә булмаһын, ватандаштарыбыҙ эшһеҙ ҡалмаясаҡ. Теләк кенә булһын, эш һәр ваҡыт табылыр.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал