6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

"Юлаевсылар" йыйылма команда ишеген шаҡый
27.11.07


       "Салауат Юлаев" Мәскәүҙә "Динамо" командаһы менән ярышта бик шәп уйын күрһәтте. Матчтың төп геройҙарының береһе ҡапҡасы Александр Еременко булды, ул ярышташтарына хатта бер тапҡыр ғына ла ҡапҡаны алыуға юл ҡуйманы.
       Бер шайба, билдәле булыуынса, ҙур әһәмиәткә эйә булыуы мөмкин. Мәҫәлән, Игорь Григоренко "Динамо" менән осрашыуҙа миҙгелдә тәүге тапҡыр шайба индерҙе - был яғына ул үҙен күпкә ышаныслыраҡ тоясаҡ. Һәр хәлдә, күп хоккейсылар, иң мөһиме - иҫәпте асыу, тип раҫлай.
       Хәйер, Григоренкола ышаныс уянмауы ла ихтимал - уға команда етәкселеге яғынан баҫым бик көслө, ә был рухи күтәренкелек өҫтәмәй. Ғөмүмән, сәйер позиция - кеше яңы ғына уйнай башлаған, ә унан мөғжизә көтәләр. Ул бит Хогвардстан әйләнеп ҡайтмаған, ә фарм-клубтан ғына килгән...
       "Динамо"ның голкиперы Виталий Еремеев Григоренконың голын үткәргәс, тренеры Владимир Крикунов уны бының өсөн әрләмәне бит, ә, киреһенсә, яҡланы әле:
       - Шайба көтөлмәгәнсә булды, нишләйһең, хаталанмаған ҡапҡасылар булмай. Команда уйнауҙан туҡтаны ла ҡуйҙы, ә улай эшләргә ярамай ине.
       Ә бит Крикуновтың ул кистә ғәйеплене табып, бөтәһен дә уға һылтарға сәбәптәр күп булды. "Динамо"ның ҡайһы бер көйәрмәндәре үҙҙәрен әҙәпһеҙ тотто. Өсөнсө осорҙа улар "БЫЛ ХОККЕЙ ТҮГЕЛ!" тигән плакат элде, боҙға арҡалары менән әйләнеп ултырҙы, хатта "Крикунов, кит!" тип ҡысҡыра башланылар. Ә ул бит ҡатмарлы локаут йылында Рәсәй чемпионатының плей-оффында еңеү яулаған тренер! Башҡа ундай кәңәшсе-тәрбиәселәрҙе хәтерләмәйем мин, ә һеҙ?
       "Динамо" хоккей командаһының баш тренеры Владимир Крикунов матчтан һуң үҙ командаһына дөрөҫ баһа бирҙе:
       - Миҙгелдә тәүге тапҡыр бөгөнгө кеүек һүлпән уйнанылар. СКА-ға ҡаршы еңеүгә ынтылған һуғышсан команда сыҡҡайны, ә бөгөн егеттәргә ҡарауы оят булды. Беренсе голға тиклем уйнанылар ҙа, үткәргәс, туҡтанылар ҙа ҡалдылар.
       3:0 - өфөләргә бер шайба индерәһе ҡалды, ул саҡта клубтың 100 голы буласаҡ. "Салауат Юлаев" был миҙгелдә беренсе урында килә, үҙенең артынан килеүсе Санкт-Петербург СКА- һынан 10 мәрәйгә алда бара. Яҡын арала еңелеүҙәр серияһы көтөлмәй, тимәк, клуб таблицала беренсе урынға иҫәп тота ала.
       Тик йәл, был беренсе урын бер ниндәй ҙә приз менән бүләкләнмәй. Былар барыһы ла иптәштәрсә осрашыу серияһын хәтерләтә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал