6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

"НЮ-ONGE" исеме аҫтында күргәҙмә
28.11.07


       Шығырҙап ятҡан ҡар өҫтөнән йүгереп төшөп, беҙ ағас ишеккә килеп терәлдек. Туҡтап та тормайынса ишекте асып, бинаға килеп индек. Күңелде шунда уҡ ниндәйҙер бер йылылыҡ сорнап алды. Бер нисә баҫҡыс аҫҡа төшөп, уңға боролдоҡ, һәм бына беҙ... музейҙа. Наил Латфуллин исемендәге БР Хәҙерге заман сәнғәте музейында.
       Элек бында фатир булған. Был турала уның планировкаһы һөйләй - тар коридор, унда кемдеңдер хәстәрлекле ҡулдары кейем өсөн элгес ҡағып ҡуйған, тәҙрәләргә ҡағылған- рәшәткәләр бүлмәләрҙең йәмен ебәрмәй, иҙәнгә балаҫтар йәйелгән. Тик ҡәҙимге йорт шарттары урынына (хәйер бында ултырырлыҡ урын да бар) - бик күп картиналар һәм төрлө ҡыҙыҡлы нәмәләр. Музей кеүек фатир, фатир кеүек музей, яйлап йөрөп ҡарарға мөмкин, әммә ҡул менән бер нәмәгә лә ҡағылмаҫҡа. БР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Вәсил Ханнанов бында - ҡунаҡсыл хужа.
       - Сәләм бирҙек! Түрҙән уҙығыҙ. Был залда даими экспозиция - рәссам Наил Латфуллиндың эштәре урынлашҡан. Бында - минең яңы "НЮ-ONGE"м, - Вәсил экскурсовод ролен дә артистарса, еңел генә башҡара. Күп һәм мауыҡтырғыс итеп һөйләй.
       - Наил Латфуллиндың күргәҙмәһен даими тиһәк тә, ул һәр ваҡыт үҙгәрешһеҙ тора тигән һүҙ түгел. Ҡайһы бер эштәрен фондтан сығарып эләбеҙ, икенселәрен аҫҡа алып ҡуябыҙ. Миңә уның бер эштәре яҡын булһа, коллегаларыма - икенселәре. Барыһының фекерен һәм тәҡдимен иҫәпкә алып, экспозиция төҙөйбөҙ.
       Был хәҙерге заман сәнғәте музейы икәнен онотмайыҡ, шуға күрә эштәр ҙә айырыуса ентекле иғтибар талап итә. Нимәлер ябайыраҡ, нимәлер ҡатмарлыраҡ, ләкин һәр полотно артында ниндәйҙер тарих тора. Наил Латфуллиндың бигерәк тә "Башня", "Инфанта", "Апалы-һеңлеле дүртәү", "Кәмә" картиналары эргәһендә тамашасылар оҙағыраҡ туҡтала. Һәр береһе һүрәтте үҙенсә ҡабул итә, фекерҙәр айырыла, бәхәс тыуа. Быға дәлил - худграф факультеты студенттарының эштәргә аннотациялары. Компьютерҙа баҫылған текстар картиналар менән йәнәш ҡуйылған.
       - Уҡығыҙ, уҡығыҙ, - тип тәҡдим итә Вәсил. - Ҡайһы бер фекерҙәр мине лә уйландырҙы.
       Әйтерһең, "Тамамланмаған ынтылыш формулаһы". Күптән түгел экспозицияны тулыландырған картинаның был атамаһы күргәҙмәгә дөйөм характеристика бирә лә. Залдарҙы урап сығыуға биш-ун минут та етә, ә бына картиналарҙың асылына төшөнөргә тырышып, ентекләп ҡараһаң - был ғына ваҡыт етмәйәсәк.
       Ләкин ваҡыт түҙә. Музей етәкселеге яҡын араларҙа ғына был даими композицияны алып ҡуйырға йыйынмай. Сөнки ике иҫтәлекле дата тора - рәссам Наил Латфуллиндың тыуған (9 ғинуар) һәм һәләк булған көнө (19 ноябрь). Уны кеше, оҫта булараҡ белеүселәр музейға уны хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн килә. Ә кем белмәй - уның ижады менән танышыу өсөн. "Шарттарҙы алмаштырыуға" килгәндә, был киләһе йыл ғына буласаҡ. Яҙ американ графигы Чарльз Дуглас Джонсты ҡунаҡҡа көтәләр. Ул буш ҡул менән килмәйәсәк - үҙенең эштәрен килтерәсәк.
       Музейҙың икенсе залында әлеге мәлдә Вәсил Ханнановтың персональ күргәҙмәһе урынлашҡан.
       - Был минең Өфөлә үткән "Ural Print Triennial" Халыҡ-ара баҫма станокта башҡарылған графика күргәҙмәһенә яуабым. Минең эшем - графика, ләкин ул баҫма түгел. Картиналар ябай ҡәләм менән эшләнгән. Бөтә картиналар ҙа яланғас натураға арналған. "НЮ-ONGE" исеме аҫтындағы күргәҙмә бөтәһе 50 һүрәтте берләштерә. Ләкин тамашасылар 17 эште генә күрә ала - залға шул тиклемен генә урынлаштыра алдыҡ. Кемдәр өсөн улар? Картиналарҙы музейға килеүселәрҙең барыһы ла ҡарай ала. Ләкин миңә, беренсе сиратта, яңы экспозициямды рәссамдар һәм сәнғәт белгестәре нисек баһалауы мөһим. Аптырап ҡалырҙар микән, әллә бик иҫтәре китмәҫме?

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал