6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Диета өсөн награда - бушлай төшкө аш
26.11.07


       Күңелһеҙ ҙә булмаһын, студенттарҙы ла мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү өсөн ҡыҙыҡлы һәм ғәҙәттән тыш тағы нимә уйлап табырға мөмкин һуң? Был һүлпән халыҡты нисек урынынан ҡуҙғатырға? Студенттар профсоюз хәрәкәте активистары үҙ йыйылыштарында, ғәҙәттә, ошондай мәсьәләләрҙе хәл итә. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында бындай йыйылыштар һәр шаршамбы һайын үтә. Иң әүҙем студенттар бергәләшеп йыйыла ла баш вата башлай.
       Буласаҡ педагогтар нимә генә уйлап тапманы, ниндәй генә саралар үткәрмәне. Университетта йыл һайын "Студент көҙө" һәм "Студент яҙы", "Фән көндәре", иң яҡшы дөйөм ятаҡҡа конкурс, әҙәби уҡыуҙар, Аҡмуллаға арналған кисәләр һәм башҡа төрлө саралар үткәрелә. Студенттар балаларға ярҙам итә, балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндерә, үҙенә лә, кешеләргә лә байрам (масленица, һабантуй, Яңы йыл, Уҡытыусылар көнө...) ойоштора.
       Күптән түгел генә БДПУ-ның яратҡан байрамдары иҫәбенә тағы берәү өҫтәлде - Халыҡ-ара студенттар көнө. Әгәр былтыр уны университет эсендә билдәләһәләр, быйыл ҡала байрамы ойошторорға ҡарар иттеләр, унда теләүселәрҙең барыһы ла үтте. Тәбиғи, был байрам сиктәрендә барыһын да ҡыҙыҡһындырырлыҡ нимәлер уйлап табырға кәрәк ине. Һәм уйлап таптылар ҙа. Студенттарҙы ҡасандыр башҡарған изге эштәре өсөн бүләкләргә ҡарар иттеләр. Исемен дә уйлап таптылар - "Беҙҙең заман студенты" (күрәһең, баш ҡаланың шулай уҡ изге эштәрҙе дәртләндергән "Беҙҙең заман геройы" йәмәғәт премияһына оҡшатыптыр инде).
       Профсоюз хәрәкәте активистары үҙ факультеттарына хәбәр ебәреп, бөтә изге эштәрҙе иҫкә төшөрөп яҙып алдылар. Һөҙөмтәлә һәр факультетта 15-20-шәр герой табылды. Ләкин уларҙың һәр береһен бүләкләп булмай бит инде. Шулай булғас, номинанттар араһынан "БДПУ-ның почетлы студенты" исемен йөрөтөргә лайыҡ булырҙай иң яҡшыларҙы һайлап алдылар.
       Бөтәһе 12 изге эш һайлап алынды. Ди-джей радиоһынан бер танышым әйтеүенсә, 12 - ул тылсымлы һан. Бер йылда 12 ай. Сәғәт циферблатында ла һандар 12. Никита Михалков үҙ фильмына "12" тип исем биргән. Иң ғәжәбе, һигеҙгә дүртте ҡушһаң да 12 бит! Мистика! БДПУ-ның профком ағзалары, тап 12 изге эште һайлап, нимәгә таянғандарҙыр - уныһын белмәйем, иң мөһиме, награда геройҙарын тапты.
       Филология факультетынан икенсе курс студенты Эльза Зәйнуллина өс йәшлек малайҙың ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалған.
       - Был өс йыл элек булды. Мин ауылда өләсәйемдә ял итә инем, - тип һөйләй Эльза. - Балаларҙың нисек туп уйнауын ҡарап ултырам. Ҡапыл туп юлға тәгәрәне, һәм малайҙарҙың береһе уның артынан йүгерҙе. Тап шул ваҡытта юлда автомобиль күренде, ә бала уны күрмәй. Мин шунда уҡ малайҙың артынан ташландым, уны эләктереп алып, юлдан саҡ сығып өлгөрҙөм. Машина бер нисек тә тормозға баҫып өлгөрмәҫ ине. Был минең ғүмеремдәге иң изге эш булды.
       Денис Закиров, тәбиғәт-география факультетының өсөнсө курс студенты, бер ҡыҙҙы ҡотҡарған. Денисҡа ул саҡта ни бары 14 йәш булған. Ҡышҡы каникул ваҡыттарында балалар көн буйына бер үҙҙәре йөрөй бит. Бына ҡыҙыҡай ҙа Удоимка йылғаһы боҙонда бер үҙе йөрөп ятҡанында боҙ аҫтына төшөп китә.
       - Мин шул ерҙән алыҫ түгел үтеп бара инем, - тип аңлата Денис, - уның эргәһенә шыуышып барҙым да, боҙло һыуға сумып, ҡыҙыҡайҙы алып сыҡтым.
       Денис үҙе битен ныҡ өшөтә, ошонан һуң уның битендәге нервы күҙәнәктәре өлөшләтә һулый. Ул бәләкәй ҡыҙҙы ҡотҡарыу өсөн үҙ һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.
       Тәне ныҡ янған егетте бер юлы дүрт ҡыйыу студент - Анна Бондаренко (тәбиғәт-география факультетының икенсе курсы), Олег Мешков һәм Гөлйыһан Мусина (тәбиғәт-география факультетының бишенсе курсы), Илһам Ғәлиев (физик культура факультетының икенсе курсы) - ҡотҡара. Улар Ирәмәлгә 13 көнлөк походҡа барған булалар, бәләгә тарыусыны носилка менән яҡындағы ауылға тиклем күтәреп килтерәләр.
       Буласаҡ психолог Эльвина Рәхмәтуллина (бишенсе курс) мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә был донъяла ҡаушап ҡалмаҫҡа, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә өйрәтә. Ул уҡыу менән бер рәттән Өфөнөң һаңғырау-телһеҙ балалар уҡыған һәм йәшәгән коррекцион мәктәп-интернатында эшләй.
       Шулай уҡ сит телдәр факультетынан өсөнсө курс студенты Дилә Иҙрисова ла эшләй. Ул төндәрен балалар йортонда эшләп, бөтә ғаиләһен тәьмин итә.
       Ансар Ишмырҙин (психология факультетының икенсе курсы) ауыр сиргә дусар. Ләкин был уға тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә: уҡырға, эшләргә ҡамасауламай. Ул үҙ ғаиләһен тәьмин итә, уҡыуына ла үҙе түләй.
       Башҡорт филологияһы факультетының өсөнсө курс студенттары Денис Шакирйәнов менән Заҡуан Йомадилов армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң уҡыуҙарын дауам итә. Уҡыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн уларҙы уҡытыуҙың контракт формаһынан бюджет формаһына күсерәләр. Уҡыу менән бер рәттән улар эшләй ҙә. Заҡуан дөйөм ятаҡта йәшәгән бөтә студенттарға ремонт яһарға һәм бүлмәләрен матурларға ярҙам итә.
       Худграфтан беренсе курс студенты Александра Сәйетова үҙенә ҡул һалырға йыйынған яҡын әхирәтен ҡотҡарып алып ҡала. Саша уны 12-се ҡаттан һикерергә йыйынғанында кире дүндерә.
       Номинанттар араһында коллектив менән ҡарар ҡабул иткән тотош бер студенттар төркөмдәре лә булды. Мәҫәлән, сит телдәр факультетынан 402-се группа студенттары яратҡан уҡытыусыларының ғүмерен ҡотҡарыу өсөн ҡан тапшыра. Ә профессиональ белем һәм информацион технологиялар институтының 31-се группаһы өсөнсө курс студенттары группалаштарына уҡыуына түләргә ярҙам итә. Бына шундай ныҡлы дуҫлыҡ!
       Жюри ағзаларына юмор тойғоһо хас булыуы ла бик яҡшы булды. Тәбиғәт-география факультетының өсөнсө курсында уҡыусы Юлия Шипулде ябығырға ҡарар итеп, быға өлгәшеүе өсөн бүләкләнеләр. Ул үҙ-үҙенә диета төҙөп, индивидуаль программа буйынса шейпинг менән шөғөлләнгән. Һөҙөмтәлә ун килограмға ябыҡҡан! Һеҙ ҙә өйрәнегеҙ!
       Бына шундай төрлө еңеүселәр булды, әммә барыһы ла бер төрлө приз алдылар. Был, әлбиттә, "БДПУ-ның почетлы студенты" исеме, бер ай буйына бассейнға бушлай йөрөү, ашханала бушлай ашау (был инде диетала булғандар өсөн бигерәк тә актуаль), БДПУ ойошторған концерттарға, КВН-дарға һәм башҡа сараларға барыу, шулай уҡ ашханала, гардеробта, китапханала сиратһыҙ хеҙмәтләндереү хоҡуҡтары биреүсе пластик карточка! Һәм, әлбиттә, еңеүселәргә почет грамоталары ла тапшырҙылар.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал