6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

"Толпар" рәсми презентацияланды
26.11.07


       Ошо көндәрҙә Өфөлә "Толпар" универсаль тракторын рәсми презентациялау үткәрелде. Был ғәжәйеп техника Башҡортостан менән Австрия "AVL" фирмаһының ике йылға яҡын хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә тыуҙы.
       Яңы трактор Австрияла республика Хөкүмәте заказы буйынса эшкәртелде һәм йыйылды. Тракторҙарҙы сериялы етештереү беҙҙә, Башҡортостанда, ойоштороласаҡ. Уны сығарыуҙа Башҡортостандың 20-ләп предприятиеһы ҡатнашасаҡ.
       Проект идеяһы республикабыҙ Президенты Мортаза Рәхимовтыҡы. Республикала уны тормошҡа ашырыу өсөн бөтә шарттар бар. Мәҫәлән, Башҡортостан ауыл хужалығын үҫтереү кимәле буйынса Рәсәйҙең күп төбәктәренән алда бара, машиналар эшләү ҙә юғары үҫешкән.
       Тракторҙың тышҡы йөҙө үк яҡшы тәьҫир ҡалдыра. "Уның дизайнының бер нисә варианты эшкәртелде. Һеҙҙең республика президенты дизайндың иң заманса вариантын үҙе һайлап алды", - тип билдәләне Мәскәүҙәге "AVL" фирмаһы вәкиле Семен Левит.
       - "Толпар" тракторы "өс" класына ҡарай, йәғни өс тонналыҡ тартыу көсөнә эйә, двигателенең ҡеүәте 230 ат көсөнә етә, - тип һөйләне Семен Левит. - Двигателен "ГАЗ" төркөмө эшләгән, ул Евро-4 стандартына тап килә. Трактор сәғәтенә 40 километр тиҙлек менән хәрәкәт итә ала. Ул файҙаланыуҙа бик уңайлы. Идара итеү өсөн махсус уҡыу талап ителмәй. Бында кондиционер, климат-контроль системалары бар, салоны елләтелә. Бөтә элемтә системалары ҡуйылған, спутник навигацияһы ла ҡаралған.
       - Ҡыҫҡаһы, был дизайн күҙлегенән генә түгел, техник характеристикалары яғынан да иң заманса продукт, - тик һүҙен йомғаҡланы Семен Левит.
       БР Хөкүмәте вице-премьеры, Башҡортостандың сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Юрий Пустовгаров билдәләүенсә, "Толпар" тракторының беренсе партияһы 2010 йылға уҡ сығарыласаҡ. Продукция сығарыу күләме йылына кәмендә дүрт мең трактор тәшкил итәсәк. Проект хаҡы һигеҙ-ун миллиард һум тирәһе баһалана. Бер үк ваҡытта тракторҙың дүрт моделе етештереләсәк. Продукция конкуренцияға һәләтле буласаҡ, сөнки уның үҙҡиммәте көнбайыш өлгөләре үҙҡиммәтенән күпкә кәмерәк буласаҡ.
       Хәҙер республикала производствоны ойоштороу өсөн майҙансыҡ һайлана.
       Тракторҙы презентациялаған ваҡытта БР Хөкүмәте, "AVL" фирмаһы һәм "ГАЗ" төркөмө араһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал