6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Яман шешкә ҡаршы айыу майы - һәм бер ниндәй мутлыҡ кәрәкмәй
22.11.07


       "Рактан ҡотолорға ярҙам итәм", "Рактан дауалайым", "Яман шеште бөтөрәм" һәм башҡа ошондай иғландарҙы хәҙер аҙым һайын осратырға мөмкин. Уларҙы реклама гәзиттәрендә баҫтыралар, бағаналарға һәм иғландар таҡтаһына йәбештерәләр, интернетҡа ҡуялар. Был иғландар яман шеш ауырыуына дусар булып, өмөтһөҙлөккә бирелгән кешеләргә, уларҙың туғандарына һәм дуҫтарына иҫәпләнгән. Әгәр ундай иғландар баҫыла икән, тимәк, бындай хеҙмәтләндереүгә талап бар, тигән һүҙ. Әммә бындай иғланға ышанып барған кешеләр бер ниндәй ҙә файҙа алмай, ауырыуынан ҡотолмай, киреһенсә, һаулығына зыян килтерә, күп ауырыуҙар вафат була...
       - Бер ваҡыт миңә яман шеш менән сирләүсе бер ир мөрәжәғәт итте, - тип һөйләй БР Онкологтар ассоциацияһы президенты, БДМУ-ның онкология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Шамил Ганцев. - Ул ниндәйҙер билдәһеҙ бер клиникала дауалау курсы үткән. Уға мотлаҡ төҙәләсәкһең, тип әйткәндәр. Әммә хәле тағы ла насарайған ғына. Нимә менән дауаланылар һуң, тип һорағас, ул, ниндәйҙер бер дарыуҙы көнөнә берәр тамсы эсергә ҡуштылар, тип яуап бирҙе. Баҡһаң, был бик көслө ағыу булған. Ике аҙнанан был ир яҡты донъя менән хушлашты.
       Шамил Хәнәфи улы әйтеүенсә, бындай хәлдәр аҙым һайын. Кешеләр шарлатандарҙы тыңлап, уларға үҙ ғүмерен ышанып тапшыра, бының менән ялған табиптар файҙалана ла инде. Улар, башлыса, күбеһе тикшереү үтмәгән ҡиммәтле синтетик препараттарҙы тәғәйенләй. Терапия үткәрер алдынан ауырыуҙар тикшерелмәй. Һөҙөмтәлә йыл һайын ваҡытында квалификациялы врач ярҙамы алмаған бик күп кешеләр үлә.
       Тотош Рәсәй буйынса онкологик сирҙәрҙән вафат булыусылар өсөнсө урынды биләй (донъя практикаһында - икенсе). Әммә ауырыуҙар һаны арта бара, донъя күрһәткестәренә яҡынлаша. Белгестәр быны йәмғиәттең үҫеш эҙемтәһе тип иҫәпләй. Кешеләр даими стресс кисерә, дөрөҫ туҡланмай, тирә-яҡ мөхитте бысраталар, үҙ һаулыҡтарын күҙәтмәй, аҙ хәрәкәт итә.
       Рәсәйҙә күбеһенсә үпкә рагынан үләләр, икенсе урында - ашҡаҙан рагы. Европала беренсе урында - һөт биҙе һәм простата биҙе рагы. Беҙҙең ҡалаға килгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иң күбе һөт биҙе рагы менән сирләүселәр теркәлгән.
       Дөйөм алғанда, БР буйынса йөҙ мең кешегә 270-тән ашыу онкологик ауырыу тура килә, йыл һайын уларҙың 150-нән ашыуы үлә. Үлемдең сәбәбе, нигеҙҙә, кешеләрҙең сирҙе аҙҙырыуына, уны дауалап булмаҫлыҡ III һәм IV стадияһына еткереүенә ҡайтып ҡала. Бындай осраҡтар яртыһынан ашыу. Икенсе сәбәп булып сифатһыҙ, ныҡ ағыулы препараттар ҡулланыу тора. Кешеләр был дарыуҙарҙың кире йоғонтоһонан үлә. Ҡайһы бер ауырыуҙар дауалау курсы үтеп тә, ныҡ төшөнкөлөккә бирелә. Ярҙам һорап ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белмәй, даими стресс хәлендә була. Һөҙөмтәлә йөрәге түҙмәй.
       - Интенсив дауалау курсы үткәндән һуң кешене һис кенә лә бер үҙен ҡалдырырға, унан баш тартырға ярамай, - ти Шамил Ганцев. - Ракка ҡаршы теше-тырнағы менән көрәшеүсе кеше миҫалы - Александр Абдулов. Кеше дауаланыуын, сәләмәтлеген нығытыуын дауам итергә тейеш. Беҙҙә ғаилә медицинаһы үҫешмәүе илебеҙҙең ҙур проблемаһы булып тора, ауырыуға тәрбиә һәм ярҙам кәрәк бит.
       Өфөлә бына бер нисә ай онкологик сирлеләргә комплекслы терапия үткәреү өсөн фитоүҙәк эшләй. Уны Башҡорт дәүләт медицина университетының онкология һәм фармакогнозия кафедралары инициативаһы буйынса астылар. Фитоүҙәк үҫемлек һәм хайуандарҙан алынған, иммунитетты стимуллаштырыусы уникаль дауалау саралары: айыу һәм нерпа майы, айыу үте, ҡайын ороһо, сәнскеле элеутерококк һәм башҡалар ярҙамында оноклогик ауырыуҙарҙы дауалау менән шөғөлләнә. Тап ошо препараттар, ә синтетик түгел, күп ауырыуҙарҙы дауалағанда үҙ һөҙөмтәлелеген иҫбатланы.
       Өфө фитоүҙәге, төрлө шарлатандарҙан айырмалы рәүештә, ауырыуҙарға реаль ярҙам күрһәтә. Унда республиканың төп онкологтары, иң яҡшы белгестәре эшләй. Үҙәк Мәскәүҙең билдәле клиникалары менән хеҙмәттәшлек итә һәм үҙ эшмәкәрлегендә фәнни хеҙмәттәр һөҙөмтәләрен файҙалана. Йәғни фәнни нигеҙләнгән дауалау үткәрелә. Һәр пациент өсөн үҙәктә, тикшереү һөҙөмтәләренән сығып, айырым дауалау программаһы эшкәртелә. Ауырыуҙы бер белгес кенә түгел, ә бер нисә: онколог, терапевт, эндокринолог, гинеколог, фитотерапевт һәм башҡалар ҡарай. Үҙәктә профилактика өсөн яман шеш алды ауырыуҙары ла, тын алыу ағзалары, аш һеңдереү тракты, эндокрин системаһы сирҙәре менән кешеләр ҙә дауалау процедураһы үтә ала.
       - Беҙҙең төп принцип - зыян итмә, - тип аңлата Шамил Ганцев. - Беҙ бер ваҡытта ла кешенең һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуға юл ҡуймаясаҡбыҙ. Үткәрелгән дауалауҙан һуң ауырыуҙың хәле насараймаҫҡа тейеш.
       Үҙәк инвестор иҫәбенә финанслана, унда хаҡтар бик түбән. Ауырыуҙарға күп кенә изгелекле кешеләр финанс ярҙамы күрһәтә. Үҙәк пациенттары араһынан 15-20 проценты тулыһынса төҙәлә, күп кешеләрҙең хәле яҡшыра. Иң мөһиме, фитотерапия үлемдең кәмеүенә тәьҫир итә.
       Яҡын киләсәктә фитоүҙәк өсөн яңы заманса корпус төҙөү планлаштырыла. Һәм Өфө онкологик сирлеләрҙе һөҙөмтәле дауалау үткәрергә мөмкин булған ҡалалар иҫәбенә инәсәк. Әле үк ул илдә иң яҡшы традицион булмаған медицина үҙәктәренең береһе булып һанала. Бөтә хеҙмәткәрҙәр - фән докторҙары һәм кандидаттары. Фитоүҙәктә иң заманса ҡорамалдар. Бында БДМУ- ның иң яҡшы студенттары һәм аспиранттары эшләй, фәнни эшкәртмәләр алып барыла.
       Киләсәктә фитоүҙәк эргәһендә реабилитация үҙәге асыу планлаштырыла, унда врачтар ғына түгел, психологтар ҙа эшләйәсәк. Улар фитотерапия һәм химиотерапия курсы үткән ауырыуҙарға ярҙам күрһәтәсәк.
       Бөтә был тырышлыҡтар бушҡа булмаҫ, онкологик сирлеләр араһында үлеүселәр һаны кәмер, тип ышанайыҡ. Һәр хәлдә төшөнкөлөккә бирелергә ярамай.
       - Профилактик процедураларҙы барыһына ла үтергә кәрәк, тулыһынса һау-таҙа кешеләр юҡ бит, - тип иҫәпләй Шамил Ганцев. - Кеше үҙен-үҙе үлтереүҙе өҫтөн күрә. Беҙҙең пациенттар араһында булырға теләмәһәгеҙ, тәмәке тартыуығыҙҙы ташлағыҙ, был онкологик сирҙәрҙең төп сәбәбе булып тора. Күберәк ял итегеҙ, сөнки хәүеф төркөмөндә даими көсөргәнеш, стресс кисергән, ныҡ борсолған кешеләр күп бит. Артыҡ күп ашамағыҙ, иң яҡшыһы йәшелсә һәм емештәр менән туҡланығыҙ. Ҡыҙғылт һары төҫтәге продукттар (кишер, һырғанаҡ, әфлисун) ашағыҙ, уларҙа бета-каротин күп. Ҡатын-ҡыҙҙарға күберәк бала табырға һәм күкрәк һөтөн имеҙеп үҫтерергә кәңәш итәм. Һәм ҡояшта ҡыҙынмағыҙ берүк!

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал