6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

"Акрополде" нисек төҙөргә?
22.11.07


       Һорау алыуҙарға ҡарағанда, Рәсәй халҡының яртыһынан ашыуы үҙ эшен асыуға ҡаршы түгел. Теләйҙәр, ләкин ҡурҡалар - чиновниктар баш-баштаҡлығынан, күтәргеһеҙ һалымдарҙан, йырып сыҡҡыһыҙ бюрократиянан... Ҡыйыуыраҡтар нисек тә аҡса табырға, бизнесын теркәтергә ынтыла. Башланғыс этапты үткән ҡайһы берәүҙәр йыш ҡына ағымдағы проблемаларҙы йырып сыға алмай.
       Бизнеста бик һирәктәр генә ысын уңышҡа өлгәшә. Уларҙың уңышының сере нимәлә һуң? Ябай булмаған был һорауҙарға яуап биреү өсөн беҙ республика эшҡыуарҙары тәжрибәһенә мөрәжәғәт итәбеҙ.
       Бәхеткә күрә, беҙҙә бының өсөн бик яҡшы мөмкинлек бар - яңы ғына Башҡортостанда "Йыл эшҡыуары-2007" конкурсы һөҙөмтәләре иғлан ителде. Жюри таныуынса, ул "Акрополь" төҙөлөш-монтаж фирмаһы хужаһы Хәйҙәр Ғайсин булды.
       Ул етәкләгән компания Күмертауҙың төҙөлөш хеҙмәтләндереүҙәре баҙарында ун биш йыл инде эшләй. Бөгөн "Акрополь" - Күмертауҙа ғына түгел, унан ситтә лә дәүләт заказдарын уңышлы үтәүсе, 300 миллион һумлыҡ әйләнешкә эйә булған предприятие.
       Ә барыһы ла ябай ғына башланды. 1992 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған йәш архитектор Хәйҙәр Ғайсин Күмертауҙа ҙур булмаған проект фирмаһы төҙөй. Тәүге уңышҡа компания 96-сы йылда уҡ ҡала ситендә автозаправка станцияһы проектын төҙөү процесында өлгәшә.
       - Проект буйынса АЗС территорияһында ҙур булмаған магазин төҙөү ҙә ҡарала, - тип һөйләй Хәйҙәр Миншәриф улы. - Хәҙер бөтә автозаправкалар ҙа ошондай принцип буйынса төҙөлә, ә ул саҡта, 96-сы йылда, был яңылыҡ булды. Ғөмүмән, тотош проект бик ҡыҙыҡлы килеп сыға, сөнки француз автозаправка станцияһы өлгөһөндә яһала. Төҙөлгән объекттың үҙенсәлеклеген Башҡортостан властары ла баһалай, һәм "Акрополь" проекты республика дипломы ала.
       Ошо ваҡыттан башлана ла. Фирмаға проект төҙөүгө заказдар ағыла башлай. Тәүҙә ябай - аҙаҡтан торған һайын ҡатмарлыраҡ. Компанияның абруйы арта.
       - Ә һуңынан беҙ төҙөүселәрҙең беҙҙең идеяларыбыҙҙы аныҡ, беҙ теләгәнсә үтәмәүҙәрен аңланыҡ, - ти эшҡыуар. - Шуға күрә үҙ проекттарыбыҙ буйынса ремонт һәм төҙөлөш эштәрен үҙебеҙ башҡарырға ҡарар иттек.
       Күренеүенсә, дөрөҫ ҡарар була. Бөгөн Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ейәнсура райондарында, Күмертауҙың үҙендә "Акрополь" фирмаһы тарафынан проектланған һәм төҙөлгән 15 АЗС эшләй. Төҙөлөш-монтаж эштәре күләме һиҙелерлек арта. Ә фирма үҙе социаль төҙөлөш менән шөғөлләнә башлай.
       - Дөрөҫ, фирма һуңғы биш йылда ғына ысынлап үҫешә башланы, - тип раҫлай Хәйҙәр Миншәриф улы. - Бер нисә йыл элек кенә беҙ шундай масштаблы проекттар менән шөғөлләнә башларбыҙ тип, күҙ алдына ла килтермәй инек!
       Эйе, төҙөлөш масштабтары ысынлап та таң ҡалдыра. "Акрополь"дең эштәр исемлегендә - дауахана ҡаласығын, Күмертау гимназия-интернатын, шулай уҡ ҡала Балалар ижады үҙәген реконструкциялау һәм капиталь ремонтлау.
       "Акрополь" белгестәре Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылында ла яҡшы ғына эшләп алды. Ауыл дауаханаһын һәм поликлиниканы реконструкциялау, Мәҙәниәт йортон, урта мәктәпте, ике ҡатлы балалар баҡсаһын капиталь ремонтлау - бөтә был ярайһы уҡ эштәр күләме ҡыҫҡа ваҡытта һәм юғары кимәлдә башҡарылды.
       Хәйҙәр Миншәриф улы тыуған Ейәнсура районын да онотмай. Унда Өфө дәүләт нефть техник университетының "Архитектура" кафедраһы мөдире Илдар Сабитовтың проекты буйынса уңышлы эшҡыуар мәсет төҙөнө. Тулыһынса үҙ аҡсаһына.
       Асылда, бына шундай ябай тарих. Күрәһең, уңыш сере ысынлап та ябайҙыр - яратҡан профессияң, башың эшләүе һәм һәр эшкә әҙер булыу. Етмәһә, уңайы килеп тороу. Ә үҙ эше тураһында Ғайсин үҙе нимә ти һуң? Был турала бизнесмен менән ентекле әңгәмәнән белербеҙ.
       - Хәйҙәр Миншәриф улы, "Акрополь" коллективы ҙур, әммә кадрҙар йыш алмашынмай. Сере нимәлә?
       - Хеҙмәткәрҙәргә ҡарата лояллектә. Әгәр хеҙмәткәр хата ебәрә икән, һәр ваҡыт уға тағы бер шанс бирәбеҙ - кешене эштән сығарыу еңел ул, ә яҡшы белгесте табыу ҡыйын. Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ - беҙҙең заманда кадрҙар бөтәһен дә хәл итә. Шуға күрә яңы хеҙмәткәрҙәрҙе үҙебеҙ өйрәтәбеҙ, һәр береһенә индивидуаль ҡараш табырға тырышабыҙ.
       - Һеҙ дуҫтарығыҙ менән эшләүҙе өҫтөн күрәһегеҙме, әллә һеҙҙеңсә формаль мөнәсәбәттәр яҡшыраҡмы?
       - Һәр хеҙмәткәр, беренсе сиратта, профессионал булырға тейеш. Шулай ҙа мине, башлыса, дуҫтарым һәм компаньондарым уратып алған. Беҙ бергә уҡыныҡ, бергә эшләй башланыҡ. Улар таяныс булырҙай ышаныслы кешеләр - кәрәк саҡта мин дә уларға терәк булам. Ни өсөн? Үҙем дә белмәйем. Моғайын, миңә шулай яйы тура килеп торалыр инде.
       - Йыш тәүәккәллек итәһегеҙме?
       - Тура килә, әлбиттә. Шунһыҙ бизнеста бер нисек тә ярамай. Ҡайһы берҙә ниндәйҙер объектты төҙөй башлайһың, ә финанслауҙы оҙаҡҡа һуҙалар. Уға банктан кредит алынған да инде, ә уны алыу ябай эш түгел бит, фирманың милкен залогка һалып алаһың. Ә инде объектты "килтереп сығара" алмаһаң, икеләтә ҡурҡыныс.
       Ҡайһы берҙә үҙ көсөбөҙгә шикләнеп ҡалам - бигерәк тә ҡала өсөн төҙөргә тура килгәндә. Бер ваҡыт хакимиәт башлығы төҙөлөштө башлар алдынан: "Хәлегеҙҙән килерме?" - тип һораны. Мин уға: "Әлбиттә!" тип яуап бирҙем. Ә күңел төпкөлөндә "килтереп сығара алмай ҡуйһаҡ..." тигән шөбһә бар ине.
       Хәҙер предприятие ҙурайҙы, уның өсөн яуаплылыҡ та артты. Предприятие хәҙер "янып ҡуйыуҙан" ҡурҡмай, ҙур кредиттар ала.
       - "Акрополь"дең яҡындағы пландары ниндәй?
       - Беҙҙең үҙ автобазабыҙ һәм 50 төрлө техникабыҙ бар. Производство ҡеүәттәре ҙур, һәм Күмертауҙағы объекттар ғына етешмәй. Шуға күрә күрше райондарға, хатта өлкәләргә лә сығабыҙ. Мәҫәлән, тиҙҙән беҙҙең алда Архангел, Белорет һәм Бөрйән райондарындағы һаулыҡ һаҡлау объекттарын реконструкциялау буйынса ҙур проекттар тора.
       Ә күптән түгел торлаҡ төҙөлөшө менән дә шөғөлләнә башланыҡ: биш ҡатлы торлаҡ йорттарҙы тулыһынса төҙөп тапшырабыҙ
       - Башҡарып сыҡҡан иң ҡатмарлы бурысты иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле.
       - Үрләүҙәр ҙә, түбән тәгәрәүҙәр ҙә булды, әлбиттә. Нимәһе нығыраҡ хәтерҙә ҡалды икән һуң? Моғайын, 98-се йылғы дефолттыр. Ул саҡта беҙ төҙөлөш материалдары магазины асҡайныҡ. Эштәр алға барманы, тәжрибә етешмәне, фирма ябылыу сигенә килеп терәлде.
       Тағы ла бер күптәнге ҙур төҙөлөш иҫтә ҡалған: 11 ай эсендә "Башспирт" асыҡ акционерҙар йәмғиәте өсөн бина проектын яһаныҡ һәм уны тулыһынса төҙөп, файҙаланыуға тапшырҙыҡ. Ул саҡта "Газель"дәрҙән башҡа бер ниндәй техника юҡ ине. Ләкин бирешмәнек, һүҙебеҙҙә торҙоҡ.
       - Һәм иң һуңында йәш бизнесменға кәңәшегеҙ?
       - Беренсе сиратта, ныҡышмал, ә ҡайһы берҙә хатта үҙ һүҙле лә булырға кәрәк. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, һәр ваҡыт алға ынтылырға. Бөгөн эшләргә мөмкин булғанды иртәгәгә ҡалдырмаҫҡа. Һәм иң мөһиме - эшләнмәгән эшкә ҡайғырып, ваҡытты бушҡа үткәрмәҫкә, ә эш итергә кәрәк.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал