6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Эренбург "башҡорттары"
21.11.07


       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙыусы Илья Григорьевич Эренбург (1861-1967) "Красная Звезда" гәзитендә эшләй, әммә мәҡәләләре "Правда"ла, "Известия"ла, фронт һәм армия гәзиттәрендә лә баҫыла. Йыш ҡына фронттарға сыға. Эренбургтың һуғыш йылдарындағы публицистик сығыштары киң билдәле була. Ул фашизмдың рухи ғәриплеген фашлай, яугирҙарҙы һәм тыл хеҙмәтсәндәрен "нәфрәт фәне"нә өйрәтә.
       Башҡортостан яугирҙары уның 1942 йылдың 20 ноябрендә "Красная Звезда"ла баҫылған һәм шунда уҡ "Красная Башкирия" республика гәзитендә күсереп баҫылған "Башҡорттар" очеркын яҡшы хәтерләй. Уның тексын тулыһынса килтерәбеҙ.
       "Дошманға нәфрәт йөрәкте өйкәй. Бер генә дарыу бар: немецты үлтереү. Башҡорттар - тыныс һәм изге күңелле халыҡ, әммә башҡорт ирек ярата. Немец хәшәрәттәре уларҙы кәмһетеп йәберләһендәр өсөн һуғышмаған, эшләмәгән, ҡала һәм ауылдар төҙөмәгән бит улар. Йәш башҡорт егете Әхмәтғәли Ураҙаевтың йөрәген нәфрәт өттө. Ул алғы һыҙыҡҡа күптән түгел килгәйне. Немецтарҙың тыуған еребеҙҙе бысратып, йәнәш кенә йөрөүен белә ине ул. Башҡорт Ураҙаев төркмән Ҡорбановҡа әкрен генә өндәште: "Немецты үлтерергә ярҙам ит" - сүллектә кеше шулай итеп бер уртлам һыу һорай. Ҡорбанов Ураҙаевҡа ҡырҡынты араһын күрһәтте: "Ошонда йөрөй улар. Көт". Ураҙаев сабыр ғына көттө. Бына, ахыр килеп, немецтар күренде, улар бүрәнә күтәргәйне. Ураҙаев ике фрицты атып үлтергәс, йәнләнеп китте.
       Башҡорттар нәфрәтләнә лә, ярата ла белә. Старшина Хафиз Мәжитов яугир Науменконы яу яланында ҡалдырып китмәй, ут ҡойоно аҫтында дуҫының яраһын бәйләй ҙә пулемет артына ята. Башҡорт халҡының боронғо һәм яҡшы дуҫы бар - урыҫтар. Күп йылдар элек урыҫ казактары һәм башҡорттар бергәләп ирек яулап көрәшә. Башҡорттарҙы яуға патриот, батыр һәм шағир Салауат Юлаев күтәрә. 1812 йылда урыҫтар менән бергә башҡорттар Наполеонды ҡыуа. Француз мемуарсыһы Дюпли: "Беҙҙе бигерәк тә һөңгө һәм уҡ менән ҡоралланған башҡорт отрядтары йонсотто", - тип яҙа. Фрицтар автоматтар менән ҡоралланған башҡорттарҙы күрә. Хәйрулла Ҡоломбәтов минометтан бер рота немецтарҙы ҡырып һала. Салауат Кәримов йөҙ ҙә илле ике фрицты юҡ итә. Доктор Мейерҙың "Дейче цейтунг фюр Остланд" гәзитендә: "Өҫтәп шуны әйтергә кәрәк, Дон далаларында беҙ ҡырағай, әммә һис ҡурҡыу белмәҫ, башҡорт тигән ҡәбиләгә ҡараған кешеләр менән һуғышырға мәжбүр булдыҡ", тип яҙыуы һис тә ғәжәпләнерлек түгел.
       Ҡырағай фрицҡа мәҙәнилек тураһында һөйләргәме инде. Әлбиттә, ул Мейерҙың "доктор" тигән дәрәжәһе бар. Хәйер, Германияла кем доктор түгел һуң? Хатта музейҙарҙы талап, форточка аша инеп йөрөүселәр отрядындағы бур Ферстер ҙа - "доктор". Ә бына Ҡоломбәтовтарҙың ғаиләһе. Атаһы батрак булған, хәҙер ул колхоз бригадиры. Һуғышҡа тиклем уның улдары: Хәйрулла - юл технигы, Шаһи - инженер, Ғөбәй - уҡытыусы, Сәмиғулла һәм Ғәйнулла танылған колхозсылар була. Был форточка аша инеп, музей талау түгел инде. Әммә башҡорттарҙың ҡурҡыу белмәҫлегенә килгәндә, фриц Мейер яңылышмай: башҡорттар - ҡыйыу халыҡ. Дошмандың туҡтауһыҙ ут яуҙырыуы аҫтында башҡорт Байғужин нисәмә тапҡыр элемтәне ялғай. Юшково эргәһендә барған алыштарҙа яугирҙар лейтенант Мансур Юлдашбаевтың легендар ҡаһарманлығы тураһында иҫе китеп һөйләне. Шундай халыҡ. Мансурҙың биш ҡустыһы бар - Сәғәҙәт, Дәүләт, Шәйхәм, Әнүәр һәм Әнәс, уларҙың барыһы ла фронтта, кем летчик, кем пехотала, кем кавалерист.
       Яугирҙар блиндажда ултыра, ғаиләләре тураһында уйлап, хыяллана. Андрей Кузнецов Себерҙән ҡатынынан килгән хатты уҡый. Микола Грищенко әкрен генә Днепр тураһында йырҙы көйләй. Ә башҡорт Хафиз Мәжитов ҡәләм, ҡағыҙ киҫәге алып, ҡыҙына хат яҙа. Ул күпте күргән, немецтарҙы ҡырған, яраланған. Күкрәгендә "Батырлыҡ өсөн" миҙалы балҡый. "Гөлзифа, юҡҡа ғына мин һиңә шундай матур исем бирмәгәнмен. Немец шакалдары бер ваҡытта ла һиңә ҡағыла алмаясаҡ. Әсәйеңә, бөтә туғандарға әйт: атайың фашистарҙы туҡмай һәм туҡмаясаҡ", - тип яҙа Хафиз. Гөлзифа - ҡалай матур исем. Рәсәйҙә төрлө исемдәр һәм төрлө төҫтәр бик күп. Ә Рәсәй - берәү, һәм уны яҡлап, урыҫтар менән иңгә-иң терәп, ҡурҡыу белмәҫ башҡорттар ҙа һуғыша".
       1966 йылда талантлы фронт журналисы, "Халыҡтар араһында тыныслыҡты нығытыу өсөн" көрәшеүсе Илья Эренбургты СССР Юғары Советының Милләттәр Советына (VII саҡырылыш) депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтәләр.
       Кандидатураны Благовещен арматура заводы хеҙмәтсәндәре, Дүртөйлө районының Карл Маркс исемендәге ауыл хужалығы артеле колхозсылары яҡлап сыға. Улар араһында уны хәтерләгән, ә ҡайһы берҙәре хатта гәзиттәрҙән "Башҡорттар" очерегын ҡырҡып алып һаҡлаған фронтовиктар күп була.
       1966 йылдың майында Илья Григорьевич Эренбург Башҡортостанға килеп, ауыл һәм ҡалаларҙа сығыш яһай, һайлаусыларға үҙенә күрһәткән ышаныстары өсөн рәхмәт белдерә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал