6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Программа буйынса туризм
21.11.07


       Республикабыҙ тәбиғәте бай һәм төрлө. Башҡортостанда мәғрур тауҙар һәм сәскәле яландар, саф һыулы йылғалар һәм бәшмәкле урмандар бик күп. Беҙҙә климат йомшаҡ тиерлек, үҫемлек һәм хайуандар донъяһы бай. Айырым ҡырағай мөйөштәр ҡалған, әлбиттә, әммә территория башлыса үҙләштерелгән. Республикала ҡыҙыҡлы мәҙәни һәм тарихи ҡомартҡылар бихисап. Шифаханалар, ял йорттары һәм турбазаларҙың инфраструктураһы даими үҫешә. Һүҙҙе нимәгә тартам һуң? Йәғни республикабыҙ бына тигән туристик-рекреацион ҡеүәткә эйә, тип әйтергә теләйем.
       Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ҡеүәт аҙ талап ителә. Башҡортостанда инеү һәм эске туризм етерлек үҫтерелмәгән. Республика территорияһында 16 ойошма ғына туристик хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтә, улар иҫәбендә биш кенә туроператор. Шул уҡ ваҡытта сығыу туризмы буйынса - сит илдәргә һәм Рәсәй буйынса - 200-ҙән ашыу турфирма.
       Башҡортостанда эске һәм инеү туризмының төп проблемалары бер нисә. Туризм тармағының норматив-хоҡуҡи базаһы камиллашмаған. Иҡтисад тармағы кеүек, туризмға дәүләт яҡлауы етерлек түгел. Күп рекреацион учреждениеларҙың матди базаһы ҡәнәғәтләнерлек түгел. Әгәр элек әүҙем ял һәм халыҡты сәләмәтләндереү системаһы профсоюздар һәм социаль страховкалау фонды иҫәбенә финансланһа, хәҙер был юҡ. Туризм тармағында иҫәпкә алыу һәм статистик отчетлылыҡ системаһы камиллаштырылмаған. Туристик эшмәкәрлектән БР бюджетына килемдәр бик аҙ. Ә бит күп илдәрҙә, хатта Башҡортостандағы кеүек шарттар булмаһа ла, туризм - табыштарҙың төп статьяһы.
       Ял итеү һәм халыҡты сәләмәтләндереүҙең һәр кемдең хәленән килерлек һәм һөҙөмтәле сараһы - үҙешмәкәр туризм да дәүләт ярҙамына бик мохтаж. Йәмәғәт башланғысындағы туристик клубтар һәм үҙәктәрҙең бинаһы, йыһазландырыу өсөн аҡсаһы юҡ.
       Был проблемаларҙы сроктары, ресурстары һәм башҡарыусылары буйынса төрлө булған сараларҙың үҙ-ара бәйләнешен тәьмин итерлек ғәмәлдәр программаһын эшкәртеп кенә һөҙөмтәле хәл итергә мөмкин. "Башҡортостан Республикаһында туристик эшмәкәрлек тураһында"ғы БР законы туризмдың өҫтөнлөклө йүнәлештәрен үҫтереүҙең маҡсатлы программаларына бюджеттан аҡса бүлеүҙе ҡарай.
       Быйыл "Башҡортостан Республикаһында 2007-2010 йылдарға эске, инеү һәм спорт туризмын үҫтереү" сираттағы Республика маҡсатлы программаһы ҡабул ителде. Ул программаның исемендә телгә алынған туризмдың өҫтөнлөклө йүнәлештәрен яҡларға тәғәйенләнгән. Башҡортостанда Рәсәй һәм сит ил граждандарының төрлө туризм хеҙмәтләндереүҙәренә талаптарын ҡәнәғәтләндерерлек, заманса, юғары һөҙөмтәле һәм конкуренцияға һәләтле туризм комплексы булдырыу планлаштырыла. Шулай уҡ иҡтисадтың керемле өлөшө булараҡ, эске һәм инеү туризмы индустрияһын үҫтереү ҙә күҙ уңында тотола. Программа сараларын бойомға ашырғанда иҡтисадтың башҡа секторҙары ла - ауыл хужалығы, транспорт, элемтә, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, автомобиль юлдары, халыҡ кәсептәре - үҫтереләсәк.
       Программа БР бюджеты, ҡыҙыҡһынған ойошмалар средстволары һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә финансланасаҡ. 2007-2009 йылдарҙа программаны финанслауҙың дөйөм күләме - 16,6 миллион һум, шул иҫәптән Башҡортостан бюджеты средстволары иҫәбенә алты миллион һум тәшкил итәсәк.
       Программа сиктәрендә Бөрйән, Белорет, Әбйәлил һәм Ғафури райондарын туристик-рекреацион үҙләштереү буйынса инвестиция проекттары эшкәртелә. Республиканың тарихи- мәҙәни үҙәктәрендә туризм комплекстары төҙөү планлаштырыла.
       Республиканың эске туризмы өлкәһенә инвесторҙар йәлеп итергә ваҡыт. 2007 йылда Башҡортостанға - Япониянан, 2008 йылда - Германиянан, 2009 йылда Төркиәнән турбизнес вәкилдәре киләсәк.
       Туристик маршруттарҙың хәүефһеҙлеген тикшереү буйынса рейдтар эшкәртеү маҡсатында экспедициялар ойоштороу планлаштырыла. Шулай уҡ спорт туризмы буйынса инструкторҙар һәм судьялар уҡытыу өсөн курстар ойоштороласаҡ.
       Ҡыҙыҡлы программа сараларынан тағы ла - Белоретта "Һабаҡтар" ҡая-боҙ дромы төҙөләсәк. Унда ҡаяға үрмәләү һәм боҙға үрмәләү буйынса халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар үткәрергә мөмкин буласаҡ.
       Бөтә был саралар республикабыҙҙың туризмды үҫтереү өсөн уңайлы төбәк булараҡ имиджын булдырыуға йүнәлтелгән. Бына күрерһегеҙ, үҙҙәренең ҡояшлы пляждарын һәм зәңгәрһыу диңгеҙҙәрен онотоп, Япониянан, Төркиәнән һәм Египеттан беҙгә туристар ағыла башлар әле. Һәм Башҡортостан бюджетына долларҙар һәм евролар өҫтәлер. Ғөмүмән, барыһына ла яҡшы буласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал