6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

"Витаминка" перәниктән башланған
20.11.07


       Башҡортостандың баш ҡалаһында, Хоҙайбирҙин урамында, Киров менән Чернышевский урамдары араһында, Өфө витамин заводының етештереү корпустары бер кварталға тиерлек һуҙылған. "Заводтың төп продукцияһы - дарыуҙар, инъекциялар өсөн средстволар, аскорбин кислотаһы, кондитер изделиелары. Продукция Рәсәй Федерацияһының бөтә төбәктәрендә лә ҡулланыла, шулай уҡ Беларусҡа, Украинаға, Польшаға, Германияға, Австрияға оҙатыла", - "Башҡортостан" энциклопедияһында беҙ ошондай мәғлүмәт табабыҙ.
       Ә витамин заводының нимәнән башланғанын беләһегеҙме? Баллы перәниктәрҙән... Бик күптән Өфөлә ҡорт балы һәм тәбиғи балауыҙ менән һатыу итеүсе эшлекле сауҙагәр Илья Платонович Алексеев йәшәгән. Ул Каретный (хәҙерге Аксаков) урамындағы үҙенең усадьбаһында "бал таҙартыу һәм балауыҙ эшкәртеү өсөн завод төҙөнөм" тип маҡтаныр булған.
       Ләкин донъя һуғышы башлана. Ирҙәр эшсе ҡулдары етешмәү сәбәпле, хужалыҡ тарҡала. Умартасылыҡ туҡталып ҡала. Ас халыҡ ҡиммәтле балды һатып алмай. Күп тауарҙарға, шул иҫәптән шәкәргә лә, карточка индерелә.
       Шул саҡта сауҙагәр Илья Алексеев баллы перәниктәр сығарырға уйлай ҙа инде. Үҙ ихатаһында ҙур булмаған производство ойоштора. Архив документтарында күрһәтелгәнсә, 1916 йылдың 16 ноябрендә беренсе продукция сығарыла. Был көндө Өфө витамин заводы хеҙмәткәрҙәре заводтың тыуыу датаһы итеп иҫәпләй ҙә.
       Эштең барышын яҡшы ла, насар ҙа тип әйтеп булмай. Ләкин тап шул ваҡытта кондитер тауарҙары етештереү буйынса һөнәрселәр артеле ойоша. Улар үҙҙәренә баллы перәниктәр етештереүсене лә саҡыралар. Февраль революцияһынан һуң сауҙагәрҙең улы, билдәле революционер Владимир Алексеев каторганан ҡайта. Һөргөн һәм каторга буйынса уның иптәштәре лә әйләнеп ҡайта. Уларға нимәгәлер йәшәргә кәрәк бит. Улар артелгә берләшә, Граждандар һуғышы йылдарында ул Өфө "Берҙәмлек" хеҙмәт артеле тип атала башлай.
       1924 йылда элекке сәйәси каторжандар һәм һөргөндән ҡайтыусылар йәмғиәте Өфөлә элекке бал производствоһы базаһында кондитер фабрикаһы ойоштора. Ҡала властары уларға ярҙамға килә. Дәүләт банкы карамель цехы ҡорамалдары өсөн ссуда бүлә. 1924 йылдың 17 ноябрендә фабрика үҙ продукцияһының беренсе партияһын - монпасье сығара. 12 кешенән торған коллектив ныҡ шатлана.
       Фабрика мөдире Владимир Ильич Алексеев киләсәкте уйлай. Карамелдәр генә уны хушһындырмай. Кондитер изделиеларының киң ассортиментын сығарырға ҡарар итәләр, бәхеткә күрә, ул саҡта Өфөлә кондитер фабрикаһы булмай.
       Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, производство киңәйә. 1926 йылда фабрикала 80 кеше эшләй. Фабрика продукцияны планлы һатыуға күсә. 1926 йылда фабрика "Башкондитер" тип атала башлай һәм үҙ атамаһын 1941 йылға тиклем һаҡлай.
       Нимәһе ҡыҙыҡ, башҡорт фабрикаһы етештергән шоколадты хатта Мәскәү һатып ала. Кеше ышанмаҫлыҡ, әммә факт. Алыҫ провинциялағы фабрика етештереүсәнлеге буйынса илдә өсөнсө урынды биләй, механикалаштырыу кимәле буйынса Советтар Союзының Бабаев исемендәге, "Красный Октябрь", "Ударник" кеүек ҡеүәтле фабрикаларынан һис тә ҡалышмай. 1940 йылда "Башкондитер" фабрикаһы коллективы пландан тыш миллион һумлыҡ продукция бирә.
       Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Илдең йәш, яңы ғына аяҡҡа баҫып килгән витамин сәнәғәте ауыр хәлгә ҡала. Илдең дүрт витамин заводының да ҡорамалдарын эвакуацияларға тырышалар, шул иҫәптән Өфөгә лә.
       1941 йылдың 15 сентябренән "Башкондитер" фабрикаһы Өфө витамин заводына әйләнә. Һуғыш йылдары - завод тормошондағы иң героик биттәр. 1941 йылдың 25 ноябрендә продукцияның беренсе партияһы - "С" витамины препараты сығарыла, ә һуңынан летчиктар һәм һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүселәр өсөн витаминлаштырылған шоколад, аскорбин кислотаһы. Бөтә продукция фронтҡа оҙатыла.
       Һуғыштың тәүге йылдарында Өфө заводы витаминлы продукция етештереү буйынса илдә берҙән-бер ғәмәлдәге завод була. Бында һыналған дарыуҙарҙы сығарып ҡына ҡалмайҙар, яңыларын уйлап табалар.
       "Витаминка" коллективының хеҙмәтен һуғыш йылдарында заводҡа килгән бик күп билдәле кешеләр баһалай.
       Максим Рыльский, шағир: "Бөтә продукция бик яҡшы тәьҫир ҡалдыра. Витамин заводының эше, минеңсә, юғары баһаға лайыҡ. Бында туҡланыу һәм кешелекте сәләмәтләндереү өлкәһендә ниндәйҙер яңы офоҡтар күрәһең".
       Ә бына шулай уҡ шағир Павло Тычинаның һүҙҙәре: "Витамин заводы менән танышыу миндә бик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ундағы хеҙмәт тик бер нәмәгә: кешеләргә ярҙам итеүгә, уларҙы бәхетле яһауға йүнәлтелгән бит..."

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал