6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Төҙөлөш

Ҡаттар - аҙ, ыңғай яҡтары - күп
20.11.07


       Ауылда йортоң булыу бик шәп. Ә йорт түгел, коттеджың булһа, бигерәк тә яҡшы. Һәм ауылда ла түгел, ә Өфө эргәһендә. Ҡыҫҡаһы, иртән торғас, үҙ йортоң баҫҡысына сығып, әйтәйек, 16 сутыйҙан торған үҙ биләмәңә күҙ һалыу, ағастан өҙөп алып алма ашау, күкрәк тултырып иртәнге саф һауаны һулау үҙе генә лә ни тора! Һуңынан "Тойота Ланд Крузер" машинаһына ултырып, саңлы һәм шаулы ҡалаға эшкә китәһең.
       Бындай уйҙар хәҙер күптәрҙең башына килә. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәй халҡының 58 проценты тап шундай аҙ ҡатлы йортта йәшәргә теләк белдергән. Тимәк, аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшөн үҫтереүгә етди иғтибар бирергә кәрәк. Был көндәрҙә Өфөлә Конгресс-холда үткән "Рәсәй Федерацияһында аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү. Проблемалар һәм перспективалар" төбәк-ара конференцияһы тап шуға арналды ла. Форумды БР Хөкүмәте һәм Халыҡ-ара торлаҡ төҙөлөшө һәм ипотека кредиты биреү фондтары ассоциацияһы ойошторҙо.
       Конференция сиктәрендә Рәсәйҙә аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереүҙең төп тенденциялары һәм перспективалары ҡаралды. Ҡатнашыусылар иғтибарына яңы технологиялар, үҙҡиммәтте кәметеү һәм халыҡтың киң ҡатламына аҙ ҡатлы торлаҡ һатып алыу мөмкинлеген тәьмин итеү юлдары еткерелде.
       "Рәсәй граждандарына арзан һәм уңайлы торлаҡ" өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләренә, шулай уҡ "Үҙ йортом" аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө программаһын эшкәртеү һәм тормошҡа ашырыуға айырыуса ҙур иғтибар бирелде.
       "Үҙ йортом" программаһы "Берҙәм Рәсәй" партияһы инициативаһы буйынса Рәсәй Федерацияһының төрлө министрлыҡтары, ассоциациялары һәм союздары белгестәре тарафынан эшкәртелгән. Программа эшмәкәрлегенә етәкселек итеүсе Дәүләт Думаһы депутаты Александр Коган конференцияла сығыш яһап, эшкәртеүселәр йорт төҙөргә теләгән граждандарға осраған бөтә төп проблемаларҙы хәл итергә тырышты, тине.
       Тәүге ҡаршылыҡ итеп Коган ер ала алмауҙы атаны. Аукциондарҙа ер хаҡы шул тиклем юғары, сөнки участкалар күпләп һатыуға ҡуйылмай. Һөҙөмтәлә тәҡдимдең аҙ булыуы арҡаһында ерҙең хаҡы арта. "Үҙ йортом" урындағы властарға да ими рәүештә участкаларҙы аукционға сығарып торорға тәҡдим итә. Шул саҡта тәҡдимдең үҫеүе хаҡтың кәмеүенә килтерәсәк.
       Икенсе проблема - ер участкаларын инфраструктура менән тәьмин итеү. Юлһыҙ, йылылыҡ селтәрҙәреһеҙ һәм канализацияһыҙ уңайлы торлаҡ төҙөп булмай. "Үҙ йортом" аҙ ҡатлы төҙөлөштө инфраструктура менән тәьмин итеү өсөн "Торлаҡ" федераль маҡсатлы программаһының бөтә булған механизмдарын файҙаланырға һәм был мәсьәләне төбәк программалары сиктәрендә хәл итергә тәҡдим итә.
       Өсөнсө ҡаршылыҡ - төҙөлөштө финанслау. "Үҙ йортом" яңы камиллаштырылған механизмдар - ерҙе залогка һалып ипотека алыу, мохтаж булған граждандар, йәш ғаиләләр өсөн субсидияны файҙаланыу, хәрбиҙәр, хәрби хеҙмәттән запасҡа сығарылыусылар, мәжбүри күскенселәр, төньяҡта йәшәүселәр һәм радиация аварияларын бөтөрөүселәр өсөн дәүләт торлаҡ сертификаттарын файҙаланыу - тәҡдим итә.
       Дүртенсе проблема - иҫке, ҡиммәт һәм һөҙөмтәһеҙ технологиялар. Бөгөн цемент етешмәү сәбәпле, альтернатив материалдар бик актуаль. Һәм яңы технологиялар. Улар бар һәм төҙөлгән торлаҡтың сифаты юғары булып та, уның үҙҡиммәтен байтаҡ кәметеүҙе тәьмин итә ала.
       Башҡортостанда аҙ ҡатлы төҙөлөш мәсьәләһенә етди иғтибар бирелә. БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды аша ауылда индивидуаль төҙөлөшкә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Ә һуңғы ваҡытта Фонд район үҙәктәрендә һәм ҡалалар эргәһендә аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн ойоштороу менән үҙе шөғөлләнә башланы.
       Фондтың генераль директоры Камил Мансуров әйтеүенсә, хәҙер аҙ ҡатлы төҙөлөштө подряд ысулы менән үҫтереү һәм уны үҫтереүгә комплекслы ҡараш эшкәртеү кәрәклеге килеп тыуҙы. Фондтың 2007-2010 йылдарға инвестициялар программаһына индивидуаль торлаҡ төҙөлөшөнә 20-нән ашыу майҙансыҡты үҙләштереү һалынған. 250 мең квадрат метр тирәһе торлаҡ төҙөләсәк.
       Камил Абрар улы, аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү бурысын урындағы төҙөлөш материалдарын һәм конструкцияларын киң файҙаланыу юлы менән генә хәл итергә мөмкин, тип иҫәпләй. Шулай уҡ тиҙ һалына торған торлаҡ йорттар өсөн заводта әҙерләнгән юғары сифатлы деталдәр һәм конструкцияларҙы күпләп етештерергә булышлыҡ итеүсе яңы заманса технологиялар индерергә кәрәк. Хәҙер республикала ағас йорт һалыу мөмкинлектәре тулы файҙаланылмай. Мансуров, аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөнә тиҙ һалына торған йорт деталдәре һәм конструкциялары етештереүселәрҙе киңерәк йәлеп итергә, республикала йорт төҙөлөшө буйынса (шул иҫәптән ағас йорт та) бер нисә яңы предприятие асырға кәрәк, тип иҫәпләй.
       Беҙҙә шулай уҡ аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө буйынса Республика программаһын эшкәртеү ҙә аҙағына яҡынлаша. Ул Башҡортостанда индивидуаль торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк һәм "Үҙ йортом" федераль программаһының бер өлөшө булып торасаҡ.
       Фонд етәксеһе, бөгөн "Рәсәй граждандарына - арзан һәм уңайлы торлаҡ" өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә алып барылған "Торлаҡ" Федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу программаһы буйынса программа сиктәрендә ҡаралған бөтә финанс ағымдары икенсел торлаҡ баҙарына йүнәлтелгән, тип билдәләне. Йәғни торлаҡҡа талапты стимуллаштырыу тәьмин ителгән.
       - Бындай схема, ихтимал, Мәскәү өсөн яҡшылыр, - тип иҫәпләй Камил Абрар улы, - ләкин бер кешегә 20 квадрат метрҙан кәмерәк торлаҡ майҙаны тура килгән, шулай уҡ тормош кимәле сағыштырмаса түбәнерәк булған төбәктәр өсөн бөтөнләй ҡулай түгел. Федераль торлаҡ программаһын эшкәртеүселәр илебеҙ шарттарында иң мөһиме булып торлаҡ баҙарында тәҡдимде стимуллаштырыу тороуын күҙ уңынан ысҡындырған.
       Хәҙер илебеҙ халҡының һигеҙ-ун проценты ғына торлаҡ һатып алыу өсөн ипотека кредиты менән файҙалана ала. 2010 йылға мохтаж булыусы халыҡтың 30 проценты бындай мөмкинлеккә эйә булыр, тип көтөлә. Ләкин торлаҡҡа мохтаж булыусыларҙың 70 проценты ҡала бит әле. Граждандарҙың ошо категорияһы өсөн кәрәкле шарттар булдырылырға һәм адреслы дәүләт ярҙамы ҡаралырға тейеш тә инде. Мансуров, был дәүләт заказы булырға тейеш, тип иҫәпләй. Йәғни социаль наем, ипотека һәм башҡалар буйынса торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкалары төҙөүселәргә сауҙа һәм аукцион үткәрмәйенсә бүленергә тейеш, ә граждандарға торлаҡ ҡала һәм район хакимиәттәре исемлеге буйынса баҙар хаҡтарынан түбән билдәләнгән хаҡтар буйынса һатылырға тейеш.
       Етмәһә, Мансуровтың фекере буйынса, хәҙер торлаҡ программаһы буйынса федераль бюджеттан средстволар бүлеү тәртибе бик ҡатмарлаштырылған. Средстволарҙы туранан-тура Рәсәй субъекттары башҡарма власы органдары ҡарамағына ебәрергә кәрәк, сөнки урында "Торлаҡ" Федераль программаһы мөмкинлектәрен нисек һөҙөмтәлерәк файҙаланыу кәрәклеген яҡшыраҡ беләләр.
       Конференцияла ҡатнашыусылар Өфө районының Алексеевка ҡасабаһына барҙы. Унда 178 йорттан торған аҙ ҡатлы төҙөлөш эксперимент ҡасабаһы һалынған. Төҙөгәндә йорттарҙың ете төрлө тибы ҡулланылған. Был йорттар кешеләр килеменең уртаса кимәленә иҫәпләнгән. Бынан тыш, граждандарҙың айырым категориялары, мәҫәлән, йәш ғаиләләр өсөн сығымдарҙың бер өлөшө субсидиялар аша компенсацияланған.
       Шулай уҡ конференция сиктәрендә аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү мәсьәләләренә арналған "түңәрәк өҫтәл"дәр үткәрелде.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал