6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

"Мулла" килеү
14.11.07


       Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙ тамашасыларын яңе спектаклдәре менән шатландыра һәм ғәжәпләндерә. Йома көнө, 16 ноябрҙә, баш режиссер Айрат Абушахманов һәм театр артистары "Мулла" спектаклен тамашасылар хөкөмөнә сығара. Премьера алдынан беҙ театрға барҙыҡ һәм репетиция ваҡытына тура килдек. Артистар был кисте бөтә спектаклде башынан аҙағына тиклем уйнаны, сөнки тамашасыға күрһәтер алдынан спектаклде тапшырыу бурысы тора. Артистар шуға әҙерләнде.
       Залда ҡараңғы, сәхнәлә - тоноҡ ҡына яҡтылыҡ. Декорациялар күп түгел, әммә бик мәғәнәле. Йоҡа ғына ағас рейкаларҙан йыйылған ҙур кәртә кәрәкле мәлдә ишек һәм тәҙрә менән йорт стенаһы, ҡыйыҡ һәм ҡойма "ролен уйнай". Декорация бер генә хәлдә бик һирәк тора. Күсереп йөрөткәндә декорация бер мәл күтәрелмәне лә ҡуйҙы. Беҙ, планлаштырылмаған тәнәфес менән файҙаланып, баш режиссер һәм спектаклде ҡуйыусы Айрат Абушахманов һәм артистар - төп ролдәрҙе башҡарыусы Милена Сираева һәм Илсур Ҡаҙаҡбаев менән һөйләшеп алдыҡ.
       - Айрат Әхтәм улы, спектакль тураһында бер аҙ һөйләп китегеҙ, зинһар.
       - "Мулла" пьесаһының авторы - татар драматургияһы классигы Туфан Миңнуллин. "Мулла" һүҙен ишеткәс, күҙ алдығыҙҙа ниндәй образ барлыҡҡа килә һуң? Бәләкәс, сал сәсле ҡарт. Ә пьесала был яңы ғына 22 йәше тулған егет. Геройҙың яҙмышы еңелдән түгел. Әсфәндиәр балалар йортонда тәрбиәләнгән, һуңынан колонияға эләккән, төрмәлә ултырған. Бында ул үҙенә Алланы "асҡан", дин тураһында һөйләгән кеше менән таныша. Әсфәндиәр иреккә сыҡҡас, мәҙрәсәгә уҡырға инә. Уҡыуын тамамлағас, йәш мулла бер бизнесмен саҡырыуы буйынса ауылға килә. Был бизнесмен ауылда мәсет төҙөткән, ә кешеләр унда йөрөмәй икән. Әсфәндиәр ошо хәлде төҙәтеүгә тотона.
       - Ауыл халҡы йәш мулланың килеүен нисек ҡабул итә?
       - Ирония менән. Бында йылдар буйына һалынған тормош ҡанундарын ситтән килгән кеше үҙгәртә аламы ни? Кешеләр эскелеккә һалышҡан, йәштәр эшһеҙ ҡайҙа һуғылырға белмәй. Етмәһә, ауылда үҙ "авторитеттары" бар, ә йәш мулла уларҙың юлына арҡыры төшә бит инде. Әсфәндиәргә бик ауырға тура килә.
       - Был спектакль йәштәр өсөнмө?
       - Бөтәһе өсөн дә, тип уйлайым. Әлбиттә, беҙ йәш тамашасыға ҡыҙыҡлы булһын өсөн тырышабыҙ. Формалашыусы шәхескә оҡшарға тырышыу өсөн өлгө кәрәк. Үрнәк алырлыҡ геройҙар булырға тейеш. Әсфәндиәр - плакаттағы герой түгел, ә ысын, тере кеше. Ул йәш, матур, аҡыллы, шул уҡ ваҡытта ялҡытҡыс та түгел, юморҙы аңлай белә, көслө ихтыярлы. Ул үҙен дә, ярҙамға мохтаж кешене лә яҡлай ала. Бындай герой бөгөн бик кәрәк.
       - Төп ролдәргә һеҙ йәш артистарҙы алдығыҙмы?
       - Эйе, быйыл ғына Щепкин исемендәге Юғары театраль училищены бөтөп килгәндәр. "Мулла" спектакле - уларҙың дебют эше. Үҙ ролдәре тураһында улар үҙҙәре һөйләр.
       Илсур Ҡаҙаҡбаев, Әсфәндиәр ролен башҡарыусы, уға, геройына кеүек үк, 22 йәш:
       - Мулла - йыйылма образ. Пьеса авторы өсөн дә, минең өсөн дә. Дөрөҫөн әйтәм, унда 50 проценты минән, 50-һе - мин уйланып йөрөгән, ниндәйҙер яңылыҡҡа өйрәнергә ынтылып йөрөгән һыҙаттар. Мәҫәлән, мәсеткә йөрөү, Ҡөрьән уҡыу, бөтәһен дә ентекле өйрәнеү.
       Геройымдың шундай эскерһеҙ булыуы, бөтә күңеле менән Аллаға ышаныуы уға кешеләргә ыңғай йоғонто яһарға мөмкинлек бирә. Ләкин ул әгәр берәй музыка ҡоралында ла уйнаһа, кешеләргә яҡтылыҡ та бүләк итә алған булыр ине.
       - Герой нимәһе менән һеҙгә яҡын һуң?
       - Мин үҙем сығышым менән ауылдыҡымын. Һәм, геройым кеүек, мине лә ауылдың юҡҡа сығыу проблемаһы бик борсой.
       Милена Сираева, Нәлимә ролен башҡарыусы, Әсфәндиәрҙең һөйгәне:
       - Геройға ғашиҡ булмау мөмкин түгел. Ул бөтә донъяла шундай берҙән-бер - аҡыллы, яҡты уйлы. Әсфәндиәр ауыл егеттәренән айырылып тора. Яҙмышы ауыр булыуға ҡарамаҫтан, уның күңеле ҡатмаған һәм кешеләргә эскерһеҙ ярҙам итергә ынтыла.
       Герой маҡсатына өлгәшәме, был әлегә сер булып ҡалһын. Ләкин һеҙ спектаклде ҡарағас та, был сер асылыр.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал