6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Төҙөкләндереү

Бәҙрәф бикле
14.11.07


       Бөгөн төкөләндереү темаһын урналарҙан - таҙа ҡаланың иң кәрәкле һәм талап ителгән атрибутынан башлайыҡ. Һиҙҙегеҙме, баш ҡалала урналар ысынлап та күбәйҙе? Элек ҡулға ҡағыҙ тотоп сәғәттәр буйына йөрөргә мөмкин ине - ахыр килеп, бөтәрләнеп бөткән ҡағыҙ киҫәген кеҫәгә тығырға мәжбүр була инек. Хәҙер Өфө был яҡтан "алғараҡ китте". Бөтә магазиндарҙың эргәһенә кәмендә икешәр урна ҡуйылды, территория ла хәҙер аҙмы-күпме таҙа.
       Урналар ни тиклем күберәк булһа - тротуарҙар шул тиклем таҙараҡ. Шулай ҙа туҡталыштарҙа хәл ҡыуанырлыҡ түгел. Баш ҡала халҡы күҙәтеүенсә, был бигерәк тә һуңғы туҡталыштарға ҡағыла. Мәҫәлән, Черниковка ситендәге "Старт" магазины" туҡталышы. Йыртып алынған иғландар, тәмәке төпсөктәре, көнбағыш ҡабыҡтары - әйтерһең, былар бер-ике көндә түгел, йыл буйына йыйылған...
       Шулай уҡ Сипайлово биҫтәһендәге "Академик Королев урамы" туҡталышын алайыҡ. Был территорияла бысраҡ, тип әйтеү генә аҙ. Бында ниндәй генә сүп-сар юҡ, күрәһең, бик күптән йыйыштырылмағандыр. Был тәртипһеҙлектең сығанағы - боролош ҡулсаһында автобустар туҡталышы ойоштороу, бында водителдәр "арып-талып хеҙмәт иткәндән һуң ял итә". Сүп-сар, тәмәке ҡаптарын, бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һабаларын шоферҙар бының өсөн тәғәйенләнгән контейнерға түгел, ә туранан-тура аяҡ аҫтына ташлайҙар. Һөҙөмтәлә территория ҡот осҡос - ә бынан, иң элек, урындағы халыҡ яфа сигә бит. Бәлки, шуға күрәлер ҙә бында пассажирҙарҙы туҡталышҡа етмәҫ борон төшөрөп ҡалдыраларҙыр?
       Дөрөҫ, был саралар кешеләрҙе ошо урындың тағы бер үҙенсәлегенән - һаҫыҡ еҫтән ҡотҡармай. Атап әйткәндә, туҡталышта (һәм 500 метр радиустағы арала) бәҙрәф еҫе сыға.
       Әйткәндәй, бында ысын бәҙрәф бар, әммә уның ишегендә ҙур йоҙаҡ эленеп тора. "Был күк кабина тәғәйенләнеше буйынса файҙаланыламы һуң?" тигән һорауға туҡталыштағы ларекта эшләүсе һатыусы ҡыҙ оялып ҡына башын сайҡай. Был танауҙы ярырлыҡ "хушбуй" еҫтәре ҡайҙан килеүе аңлашыла - шоферҙар заманса биотуалеттан "тәбиғи" бәҙрәфте өҫтөн күрә, күрәһең.
       Башҡа һуңғы туҡталыштарҙа, ғөмүмән, ҡала буйынса бәҙрәфтәр менән хәл нисек икәнлеге менән ҡыҙыҡһындыҡ. Был һорау менән "Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ" муниципаль унитар хужалығына мөрәжәғәт иттек.
       - Башлыса, биотуалеттар теге йәки был байрам саралары ваҡытында урынлаштырыла, - тип һөйләй хужалыҡтың баш механик бүлеге мастеры Светлана Громова. - Бынан тыш, күсмә бәҙрәфтәр менән баш ҡаланың бөтә асыҡ кафелары йыһазландырылырға тейеш. Был күрһәтмәне үтәү өсөн эшҡыуарҙар беҙгә мөрәжәғәт итә. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уларға кәрәкле ҡорамалдар бирәбеҙ һәм уларҙы таҙартыу, йыйыштырыуҙы тәьмин итәбеҙ.
       Әйткәндәй, беҙҙең биотуалеттар автотранспорттың һуңғы туҡталыштарында ла тора, шул иҫәптән һеҙ һөйләгән "Королев урамы" туҡталышында ла. Ләкин шәхси кафеларҙағы кеүек, беҙҙең компетенцияға туалетты урынлаштырыу һәм уны хеҙмәтләндереү генә инә. Шоферҙарҙы беҙ уның менән файҙаланырға мәжбүр итә алмайбыҙ.
       Ҡайһы бер граждандар теләгәнсә, бушлай йәмәғәт бәҙрәфтәре идеяһына килгәндә, үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, бер көн файҙаланғандан һуң бындай бәҙрәфтәр ниндәй хәлгә киләсәк? Шунда уҡ ҡолаҡҡа ятмаған һүҙҙәр яҙып бөтәсәктәр, форточкаһын ҡайырып аласаҡтар, ишеген емерәсәктәр. Етмәһә, был биотуалеттар ҡышҡы ваҡыт өсөн тәғәйенләнмәгән.
       Йәмәғәт бәҙрәфтәре менән хәл аҙмы-күпме асыҡланды. Улар ҡалала юҡ һәм, ихтимал, булмаясаҡ та. Шуға күрә һөйләшеүҙе икенсе йүнәлештәрәк дауам итәйек, ә бының өсөн танышым Татьянаның һөйләгәнен тыңлайыҡ.
       - Көнкүреш техникаһы магазины эргәһендә һәр ваҡыт арба һөйрәтеп асарбаҡтар йөрөй. Ишектән алыҫ түгел - "стихиялы" сүп-сар соҡоро, унда магазин хеҙмәткәрҙәре сүп-сарҙарын өҫтәп ырғытып тора. Ә бына сығарып түгергә ашыҡмайҙар! Бындай мөнәсәбәтте күреп, был магазинға инге лә килмәй! - тип йәне көйә ҡыҙҙың.
       - Дим районындағы Үҙәк урамда ла контейнерҙарҙан сүп-сар даими сығарылмай, - тип һөйләне Дим районында йәшәүсе Сергей.
       Бындай миҫалдарҙы байтаҡ килтерергә мөмкин. Ҡайҙалыр территорияны төҙөкләндереү проблемалары тиҙ хәл ителә. Мәҫәлән, мәҡәләне сығарыуға әҙерләгәндә көнкүреш техникаһы магазины үҙ территорияһын таҙартыуы асыҡланды. "Королев урамы" туҡталышындағы хәл төҙәтеп булмаҫлыҡтыр, күрәһең. Ниндәй сара күреп ҡарарға мөмкин һуң? Берҙән-бер юл юл - даими ҡала өмәләре үткәреү микән ни? Дөрөҫөн әйткәндә, халыҡ бит быға ынтылып та тормай. Был айҡанлы Өфө ҡала округы хакимиәте Торлаҡ хужалығы һәм төҙөкләндереү идаралығының ҡаланы төҙөкләндереүгә контроль бүлеге белгесе Ирина Юрлова бына нимәләр һөйләне:
       - Граждандарҙың был мәсьәлә буйынса ялыуҙары ҡаралғайны инде. Ләкин шоферҙарҙы тәрбиәләп булмайҙыр, күрәһең. Район хакимиәте тарафынан күпме күрһәтмә бирелде, әммә файҙаһыҙ. Хәл үҙгәрмәй, ә насарая ғына.
       Ғөмүмән, һуңғы туҡталыштарҙа сүп-сар - ул таралған проблема. Ләкин был осраҡта хәл итеү юлы бар. Тиҙҙән боролош ҡулсаһы Королев урамынан Жуков һәм Гагарин урамдары сатына күсереләсәк. Әлеге ваҡытта "Өфө юл төҙөлөшө" ойошмаһы унда төҙөлөш эштәре алып бара ла инде, уны быйыл 1 декабргә тапшырыу планлаштырылған. Ә туҡталышты төҙөкләндереүгә был юлы шәхси бизнесмен тотонасаҡ, һәм ул бындағы тәртип өсөн дә яуап бирәсәк. Эшҡыуарҙың планында - туҡталышта водителдәр өсөн ял бүлмәһе, ашхана һәм бәҙрәфтәр менән диспетчер пункты төҙөү. Был мәсьәләне хәл итер, тип уйлайым.
       Ҡаланы төҙөкләндереү буйынса күп проблемалар хәҙер шәхси эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеп хәл ителә. Был насармы, яҡшымы - ваҡыт күрһәтер. Ә әлегә шәхси яуаплылыҡ тураһында ла онотмаҫҡа тырышайыҡ - туҡталышта торғанда ҡулығыҙҙағы ҡыйҙы аяҡ аҫтына ташлағансы, уны урнаға илтеп һалайыҡ.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал