6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Проекттар, акциялар

Көрәшергә һәм эҙләргә, табырға һәм бирешмәҫкә!
14.11.07


       Бөйөк Ватан һуғышының һуңғы шартлауҙарына күп йылдар үтте, күп һыуҙар аҡты. Йылдан-йыл ветерандар сафы һирәгәйгәндән-һирәгәйә. Һалдаттар, ысын геройҙар фани донъянан китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҙған быуаттың 40-сы йылдар ваҡиғалары тураһында һирәгерәк иҫкә алабыҙ. Был һис тә дөрөҫ түгел.
       Һуғыш шаңдауҙары әле булһа ишетелә. Эҙәрмәндәр һуғыш яландарында снарядтар, ҡоралдар, хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың һөйәктәрен таба. Берәүҙәр өсөн был эҙләнеүҙәр мауығыу, хобби булһа, икенселәр өсөн - ул ысын эш. Рәсәйҙә 20 йыл буйына эҙәрмәндәр хәрәкәте эшләп килә. Кешеләр бөтә буш ваҡыттарын ошо изге эшкә арнай, балаларҙы өйрәтә, тарихи ғәҙеллекте тергеҙә.
       Илебеҙҙә һәр йыл һайын "Хәтер вахтаһы" үтә. Был саралар эҙләнеүҙәрҙе үҙәкләштереү һәм тағы ла һөҙөмтәлерәк яһау өсөн үткәрелә. "Хәтер вахтаһы"нда илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ күрше илдәрҙән эҙәрмәндәр отрядтары ҡатнаша. Унда ҡатнашырға теләгән кешеләр илебеҙҙең үткәненә битараф түгел. "Хәтер вахтаһы" өлкәндәрҙе генә түгел, уҡыусыларҙы һәм студенттарҙы, тарих менән ҡыҙыҡһынған барыһын да берләштерҙе.
       Быйыл "Хәтер вахтаһы" тәүге тапҡыр тыл төбәге - Башҡортостанда үткәрелә. Был сара Волга буйы федераль округында Йәштәр йылына арналған Төбәк-ара патриотик форум сиктәрендә үтә.
       Республикабыҙ "Хәтер вахтаһы"н үткәреү урыны итеп осраҡлы ғына һайланманы. Башҡортостанда һуғыш хәрәкәттәре алып барылмауға ҡарамаҫтан, һуғыш ваҡытында төп заводтар бында була, улар һалдаттарҙы бөтә кәрәкле нәмәләр: яғыулыҡ, моторҙар, хәрби техника, ҡорал, аҙыҡ-түлек, өҫ кейеме менән тәьмин итә. Республиканан меңәрләгән һалдат һуғышҡа китә.
       "Хәтер вахтаһы-2007"не ябыу сиктәрендә республикала күп мөһим һәм ҡыҙыҡлы саралар үтәсәк. Ҡунаҡтар, беренсе сиратта өфөләргә рәхмәт белдерәсәк. "ӨМЭПБ" акционерҙар йәмғиәте һәм Республика хәрби дан музейы яңы экспонаттар, Ленинград өлкәһе территорияһында табылған ЛАГ-З самолетынан двигателдәр менән тулыландырыласаҡ. Был двигателдәр һуғыш йылдарында Өфө моторҙар заводында сығарылған булған.
       Һәләк булыусыларҙың исемдәре һәм уларҙы ерләү урындары индерелгән БР электрон Хәтер китабын презентациялау тағы бер иҫтәлекле ваҡиға булып торасаҡ. Шулай уҡ БР эҙәрмәндәр отрядтарының Региональ йәмәғәт фонды сайты ла асыласаҡ.
       Башҡортостандың үҙенең эҙәрмәндәр отрядтарына килгәндә, мәғариф буйынса Федераль агентлыҡтың йәштәр, тәрбиә һәм балаларҙы социаль яҡлау эштәре буйынса идаралығы начальнигы Игорь Мельниченко уларҙың эшен юғары баһаланы. Дөйөм фонда улар ысынлап та яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.
       Илдар Бикбаев етәкселегендә Башҡортостандың эҙәрмәндәр отрядтары фонды быйыл ғына өс экспедиция ойошторҙо. Һөҙөмтәлә эҙәрмәндәребеҙ 50-нән ашыу һалдат һәм офицерҙың һөлдәләрен тапты, хәбәрһеҙ юғалған ике яугирҙың фамилияһын билдәләне, бер нисә һалдат медальоны тапты.
       - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ бер ваҡытта ла һуңғы һалдатты ерләмәйбеҙ, - ти Илдар Бикбаев. - Һуғыш ҡорбандарының иҫәбе- һаны юҡ бит. Эш хатта беҙҙең ейәндәребеҙгә лә етер әле.
       Рәсәй балаларға һәм й әштәргә гражданлыҡ һәм патриотик тәрбиә биреү үҙәге директоры Андрей Клименко әйтеүенсә, "Хәтер вахтаһы"ның төп бурысы - йәштәрҙе эҙәрмәндәр хәрәкәтенә мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү.
       - Насар ғаиләләрҙән балаларҙы ла йәлеп итергә кәрәк, - ти ул. - Был уларға буш ваҡыттарында файҙалы эш менән шөғөлләнеүен тәьмин итәсәк, тыуған ил тарихы буйынса белемен арттырасаҡ. "Хәтер вахтаһы" ысын патриоттар тәрбиәләй.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал