6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Парламентта

Күләүек өсөн штраф
12.11.07


       Подъездан сығыуға йорт алдындағы күренеште күреп, йөрәгем әрней - газонды уратып алған бордюр таштары туҙған, ә металл торбаларҙан яһалған тәпәш кенә газон кәртәһенән һерәйеп торған штырҙар ғына тороп ҡалған. Машиналар улар араһынан ҡыҫылып үтеп, сәскәләр һәм ҡыуаҡлыҡтар үҫергә тейешле ерҙән урын алырға маташа.
       Газондан күҙеңде алып аяҡ аҫтына ҡараһаң, подъезд ишеге алдында ямғырҙан һуң һыу йыйылып ятыуын күрәһең. Канализация насар эшләй, һәм бер ямғырҙан икенсеһенә тиклем күләүек ҡороп өлгөрмәй. Хәҙер һыуыҡтар башланғас, ул боҙлауыҡҡа әйләнде.
       Бер нисә аҙым алға атлаһаң, мин бала саҡта балалар майҙансығы булған урынға төкәләһең. Ракета һәм уның эргәһендәге яңғыҙ баҫҡыс та туҙған, һынған металл сыбыҡтары, ҡурҡыныс булып, ян-яҡҡа һерәйеп тора.
       Күп фатирлы йортта йәшәүсе ҡайһы берәүҙәр ташландыҡ газон, эшләмәүсе канализация, балалар майҙансығындағы боҙоҡ ҡоролмалар, кер элеү майҙансығында асфальт түшәлмәүе кеүек күренештәрҙе хәтерләйҙер, моғайын.
       Элек йорт алды территорияһындағы бындай хәлдәр өсөн бер кемде лә яуаплылыҡҡа тарттырып булмай ине тиерлек. Хәҙер торлаҡ йорттар һәм йорт эргәһе территориялары менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен күҙәтеүҙе Башҡортостан Республикаһының Дәүләт торлаҡ инспекцияһы контролдә тота.
       Ләкин инспекцияның хоҡуҡтары сикләнгән. 2004 йылғы "Административ закон боҙоуҙар тураһында" Башҡортостан Республикаһы Законының 34-се статьяһына, 70-се статьяһы 1-се пунктына ярашлы, БР Дәүләт торлаҡ комиссияһы инспекция тикшереүҙәре үткәрә, ҡала һәм административ үҙәктәр территорияларын төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы асыҡлай һәм протокол төҙөп, БР ҡала һәм район хакимиәттәренең муниципаль берәмектәре башлыҡтары ҡарамағына ебәрә.
       Былар, әлбиттә, аҙ йоғонтоло саралар. Һеҙҙең берәй ваҡыт балалар майҙансығындағы боҙолған бәүелсәк йәки йорт алдында йыйылып ятҡан һыу өсөн кемделер яуаплылыҡҡа тарттырғандарын күргәнегеҙ йәки ишеткәнегеҙ бармы? Юҡ шул, бына.
       Ләкин был яғына хәл үҙгәрергә тейеш. БР Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаттары Сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә, энергетика һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет ултырышында БР Хөкүмәте индергән "Административ закон боҙоуҙар тураһында" Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында" БР закон проектын беренсе уҡыуҙа хупланы.
       Был закон ҡабул ителгәс, туранан-тура БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһы тарафынан закон боҙоусыларҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырыу мәсьәләһе хәл ителәсәк.
       Шулай уҡ депутаттар комитет ултырышында "Башҡортостан Республикаһында торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында" Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында" БР закон проектын икенсе уҡыуҙа, "Башҡортостан Республикаһында ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген көйләү тураһында" Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында" БР закон проектын өсөнсө уҡыуҙа, "Башҡортостан Республикаһының предприятиелар һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге мәсьәләләрен көйләүсе айырым закон акттарының үҙ көсөн юғалтыуы тураһында" БР закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡараны.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал