6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Кадрҙар

Еңеү урамынан милиционерҙар
09.11.07


       200-ҙән ашыу квадрат километр майҙанға ярты мең милиционер. Өфөнөң Калинин районы - Башҡортостан баш ҡалаһының ете административ районының иң ҙурыһы. Район эске эштәр идаралығының төп бинаһынан тыш тағы ике территориаль бүлексәһе бар: Инорс һәм Шаҡша биҫтәләрендә. Шуға ҡарамаҫтан, үҙәк бүлектән Шаҡша бүлексәһенә тиклем ара 40 километрҙан ашыу.
       Калинин районы һәм уның менән сиктәш Орджоникидзе районы - ул элекке Черниковск ҡалаһы. Өфө менән берләштергәс, ҡаланың был өлөшөн халыҡ Черниковка тип йөрөтә, ул баш ҡаланың иң криминаль урыны тип иҫәпләнә. Бында райондың "пролетар" сығышы, уның территорияһында бер нисә холоҡ төҙәтеү колонияһы урынлашыуы үҙ ролен уйнаны, шулай уҡ "сиған ихаталары" арҡаһында Черниковка халыҡ аңында наркотиктар менән ассоциациялаша.
       Өфөнөң Калинин районы буйынса Эске эштәр идаралығы начальнигы милиция полковнигы Мазһар Ғиниәтуллин әйтеүенсә, районда 10 мең кешегә иҫәптә енәйәтселек кимәле Өфөлә иң юғарыһы түгел: 2007 йылдың туғыҙ айында ул 193,6 тәшкил итте, шул уҡ ваҡытта Киров, Орджоникидзе һәм Ленин райондарында был күрһәткес 253, 226 һәм 219 тәшкил итә. Беренсе ярты йыллыҡта Калинин районы буйынса Эске эштәр идаралығын милицияның иң яҡшы район бүлеге тип таныу ҙа милицияның намыҫлы эшләүен иҫбатлай. Мазһар Ғиниәтуллин БР буйынса Эске эштәр министрлығы дипломын ғорурланып күрһәтте һәм, быйылғы Милиция көнөнә был бик яҡшы бүләк булды, тип билдәләне. Был берҙән-бер бүләк түгел, икенсеһе ҡала хакимиәтенән - Еңеү урамындағы район эске эштәр идаралығының үҙәк бүлеген капиталь реконструкциялау буйынса
       проект эштәре тамамланды. Төҙөү эштәре тиҙ арала башланасаҡ, тип ҡыуаныслы яңылығы менән уртаҡлашты Ғиниәтуллин.
       Тәүҙә яңы бина төҙөргә планлаштырғайнылар, бының өсөн ярашлы майҙансыҡ та эшләй башлағайнылар, ләкин һуңынан адресты үҙгәртмәҫкә, реконструкция үткәрергә ҡарар иттеләр. Хәҙерге ваҡытҡа ҡайһы бер эштәр тамамланған да инде. Мәҫәлән, дежур часть өсөн бина яңыртылды. Һуңғы вариантта Калинин районы эске эштәр идаралығының өс бинаһы 1200 квадрат метр майҙанлы бер дүрт ҡатлы бинаға берләштереләсәк.
       - Был мәсьәләлә беҙҙе яҡлаған Өфө хакимиәте башлығы Павел
       Качкаевҡа рәхмәтебеҙ ҙур, - ти район милицияһы начальнигы.
       Туҡтауһыҙ финанслаған ваҡытта бер йыл эсендә төҙөлөштөң беренсе сираты тамамланасаҡ. Шулай уҡ ҡала мэрияһы ярҙамында бер нисә аҙна элек кенә Ушаков урамында "сиған ихатаһында" милиция посы ҡуйылды.
       - Ихата уртаһында "стакан" тороуы бер аҙ сәйерерәк, әлбиттә.
       Стационар милиция постары, ҡағиҙә булараҡ, халыҡ күп урындарҙа ҡуйыла, - тип һөйләй Мазһар Ғиниәтуллин. - Әммә бындай ҡарар бер ай элек "сиған ихаталары" проблемаһына арналған граждандар сходынан һуң ҡабул ителде. Хәҙер унда тәүлек әйләнәһенә хеҙмәткәрҙәребеҙ дежур итә. Һөҙөмтә үҙен көттөрмәҫ, тип уйлайым.
       Быйыл Эске эштәр идаралығына 52 кеше килде, шул иҫәптән Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаусы 12 кеше - йәғни эске эштәр органдарында эшләү өсөн маҡсатҡа йүнәлешле әҙерләнгән, юғары юридик белемле белгестәр. Ғөмүмән, хеҙмәткәрҙәрҙең яртыһы юғары белемле, тағы бер нисәүһе әлеге ваҡытта ситтән тороп вузда уҡый. Калинин район бүлеге шәхси составының күбеһе - 350 кеше - 30
       йәшкә тиклемге йәштәр. Был ғәжәп түгел дә, сөнки милиционерҙар 20 йыл хеҙмәт иткәндән һуң пенсияға китә ала. Калинин Эске эштәр идаралығында 119 ҡатын-ҡыҙ эшләй. Улар, башлыса, балиғ булмағандар эштәре буйынса, тәүтикшереү һәм тикшереү бүлектәрендә хеҙмәт итә.
       Кадрҙар бүлегенә милиция полковнигы Владимир Рассказов етәкселек итә. Был вазифаға ул бер нисә ай элек кенә килде һәм әүҙем эшмәкәрлек йәйелдерҙе.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал