6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Ìœҙәниәт // Театрҙар

Ҡурсаҡ уйыны
08.11.07


       "Ҡурсаҡтар шундай тыңлаусан, хатта һөйләшер кеүек..." тип йырлай Андрей Макаревич. Беҙ өҫтәп "һөйләшеү генә түгел, йырлай, хатта бейей ҙә ала" тип әйтәбеҙ. Актерҙар ҡулында ағас
       һәм сепрәк ҡурсаҡтарға йән инә һәм улар ҡурсаҡ спектаклен ҡарарға килгән бөтә тамашасыларҙы арбап ала. Өлкәндәр ҙә, кескәйҙәр ҙә уларҙан күҙҙәрен алмай ҡарай.
       Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында ремонт барыуға ҡарамаҫтан, сәхнәнең икенсе яғында бер көнгә лә репетициялар
       туҡталмай. Актерҙар иҫке спектаклдәрҙе ҡабатлай, яңылары өҫтөндә эшләй. Ремонт бөткәс, театр үҙ тамашасыларын нимә менән хайран итергә йыйына һуң? Был турала белеү өсөн беҙ сәнғәт ғибәҙәтханаһына юл алдыҡ. Һәм репетиция ваҡытына тура килдек.
       Театрҙың башҡорт труппаһы был көндө Зәйнәп Биишеваның "Мөхәббәт һәм нәфрәт" спектакле өҫтөндә эшләй ине. Ҙур булмаған бүлмә режиссер Гөлнара Вәлитоваға һәм актерҙарға репетиция залы булып хеҙмәт итә. Күренештәр араһындағы ҡыҫҡа тәнәфестә Гөлнара Әнүәр ҡыҙы яңы спектакль тураһында
       һөйләй.
       - Зәйнәп Биишеваның әҫәрҙәре буйынса спектаклде мин беренсе тапҡыр сәнғәт академияһының дүртенсе курс студенттарының диплом эше сифатында күрҙем. Тема ҡатмарлы ла, бер үк ваҡытта ҡыҙыҡ та булып күренде. Уны үҙебеҙҙең театрҙа ҡуйып ҡарағым килде.
       - Зәйнәп Биишеваның әҫәре һәм был спектакль өсөн Фәрҙиә Әлибаева яҙған пьеса бер үкме?
       - Спектакль өсөн пьеса - ул әҫәрҙең интерпретацияһы. Зәйнәп
       Биишева - идеологик автор, беҙ иһә беренсе планға кешене, уның эштәрен, тойғоларын ҡуябыҙ. Төп герой Аманғол, олоғайғас, үҙ ғүмерен күҙ алдынан үткәрә. Уның күңелендә ятҡан ҡот осҡос бер гонаһы уны яфалай, тыныс ҡына теге донъяға китергә ирек бирмәй. Күп йылдар элек ул ҡурҡаҡлыҡ күрһәтеп, кәләше Зөлхизәнең үлеменә сәбәпсе була. Боронғо ғөрөф-ғәҙәт буйынса балыҡсыларға диңгеҙгә ҡыҙҙарҙы алыу рөхсәт ителмәй. Ләкин Аманғол яҙылмаған был ҡағиҙәне һанға һуҡмай, Зөлхизәне үҙе менән ала. Диңгеҙ ҡоторона башлай: нисек инде кеше уға ҡаршы барырға батырсылыҡ иткән, шторм башлана. Диңгеҙҙе тынысландырыу өсөн, балыҡсылар уға Зөлхизәне ҡорбан итергә ҡарар итә. Аманғол ҡурҡып ҡала. Ләкин кәләше өсөн түгел, ә үҙ ғүмере өсөн, диңгеҙ уларҙың кәмәһен йотһа, бөтәһе лә һәләк буласаҡ бит. Егетенең хыянатына түҙә алмай, Зөлхизә үҙе һыуға ташлана. Аманғолға Хоҙай оҙон ғүмер насип итә, ҡартайғас ҡына ул үҙенең был ҡылығы өсөн үкенә башлай. Нисек уйлайһығыҙ, Зөлхизә уны кисерерме?
       - Бик етди спектакль килеп сыға. Балалар уны аңлармы?
       - Әлбиттә, ул өлкәнерәк йәштәге балаларға иҫәпләнгән. Ләкин беҙҙең бындай фәлсәфәүи спектаклдәр ҡуйыу тәжрибәбеҙ бар. Мәҫәлән, Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса "Үлмәҫбай" бик популяр спектакль булды. Ул да бик ябай түгел, һуғыш тураһында. Уның менән бәйле ҡыҙыҡлы бер ваҡиға ла булды. Беҙ уны ниндәйҙер башҡа спектакль урынына күрһәткәйнек, шунан һуң мәктәптәрҙән, башҡа уҡыу йорттарынан "Үлмәҫбай"ға ғына заявкалар килә башланы. Етмәһә, шылтыратыусылар спектаклдең исемен белмәй: "Һеҙҙең театрҙа
       Гитлер хаҡында бестселлер бара икән, шул спектаклде бик тә ҡарарға теләйбеҙ", - тиҙәр. Бер ваҡытта ла тамашасыны баһалап
       еткермәҫкә ярамай.
       - Бөгөн һеҙ ҡурсаҡтарһыҙ репетиция яһайһығыҙмы?
       - Рәссамдарыбыҙ Наталья Бирюкова, Әнисә Ғиззәтуллина, Айсыуаҡ Фәйзуллин ҡурсаҡтар һәм актерҙар өсөн костюмдар өҫтөндә эшләй. Хәҙер тик ҡурсаҡ спектаклдәре генә аҙ. Хәҙерге заман спектаклдәре үҙенә тере планды ла - актерҙарҙы ла, ҡурсаҡтарҙы ла индерә. Мәҫәлән, "Мөхәббәт һәм нәфрәт"тә төп геройҙар - Зөлхизә һәм Аманғол ролдәрендә кешеләр ҙә, ҡурсаҡтар ҙа сығыш яһай. Ә диңгеҙ, ҡояш, ай, елде актерҙар ғына уйнаясаҡ.
       - "Мөхәббәт һәм Нәфрәт" спектаклендә кемдәр уйнай?
       - Унда башҡорт труппаһының бөтә актерҙары ҡатнаша. Фәтих Дәүләтбаев, Рәмилә Ҡобағошова, Ләлә Булатова, Әнүзә Имаметдинова һәм Фәнис Имаметдинов, шулай уҡ йәш актерҙар
       Альбина Юлдашбаева, Гүзәл Мөхәмәтйәнова, Илүзә Мөхитова.
       - Спектаклде тамашасылар ҡасан күрә аласаҡ?
       - Ул декабрь аҙағына әҙер буласаҡ. Спектакль премьераһы ғинуарҙа Зәйнәп Биишеваның юбилейына тура килтереп үткәреләсәк.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал