6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Проекттар, акциялар

Батальондарға иҫтәлек кәрәк
08.11.07


       11-14 ноябрҙә Өфөлә "Хәтер вахтаһы-2007" Бөтә Рәсәй акцияһы үтәсәк. Республикаға Йәштәр сәйәсәте буйынса төбәк дәүләт комитеттары вәкилдәре менән бергә илдең бөтә мөйөштәренән эҙләнеү берләшмәләре киләсәк. Бөйөк Ватан һуғышы яландарында батырҙарса һәләк булған яугирҙарҙың һөйәктәрен эҙләп табыу менән шөғөлләнеүсе эҙләнеү отрядтары тарихында тәүге тапҡыр слет Башҡортостанда үтәсәк.
       Республикала "БР эҙләнеү отрядтары фонды" йәмәғәт ойошмаһы биш йыл буйына яуҙа һәләк булыусыларҙы эҙләү буйынса әүҙем эш алып бара. Уға "Росстань", "Крылья Родины" хәрби-тарихи клубтары, Өфөнөң 113-сө мәктәбе клубы, "ВАУРовсы" (Дәүләкән), Башҡорт дәүләт университетының "Ватан" эҙләнеү клубы һәм башҡалар инә.
       "Хәтер вахтаһы"нда 2007 йылдағы эҙләнеү эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаласаҡ.
       Ни өсөн слет элегерәк Башҡортостанда үткәрелмәне һуң? Сөнки беҙҙең территорияла хәрби хәрәкәттәр алып барылмаған. Уның ҡарауы, республика башҡалар менән бер рәттән Еңеүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Фронтты бөтә кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итә - танктар һәм самолеттар өсөн нефть бирә, һалдаттарҙы ашата һәм кейендерә, ҡасаҡтарҙы ҡабул итә. Беҙҙең территорияла эвакуацияланған хәрби заводтар, госпиталдәр урынлаша. Өфө моторҙар заводы (хәҙерге ӨМЭПБ) истребителдәр өсөн двигателдәр сығара, башҡа предприятиелар
       фронт өсөн оборона техникаһы әҙерләй. Меңәрләгән башҡорт һалдаттары һуғыш яланында алыша. Бөгөнгө көнгә тиклем 127 меңдән ашыу яугирыбыҙ хәбәрһеҙ юғалған булып иҫәпләнә. Эҙләнеү менән өлкән класс уҡыусылары, студенттар шөғөлләнә.
       Улар йылына бер нисә тапҡыр экспедицияға сыға, архивтарҙа эшләй. Был эшмәкәрлек дәүләт тарафынан финанслана, бағыусылар ҙур ярҙам күрһәтә.
       12-13 ноябрҙә Өфөнөң Конгресс-холында төрлө осрашыуҙар үтәсәк, уларҙа мөһим мәсьәләләр ҡуйыласаҡ, мәктәптәрҙә эҙләнеү эшен ойоштороу проблемалары һәм перспективалары, хәрби-патриотик тәрбиә биреү мәсьәләләре тикшереләсәк. Рәсәйҙең иң яҡшы эҙләнеү отрядтарына кәрәк-яраҡтар һәм эҙләнеү ҡорамалдары бүләк итәсәктәр. Был "ҡиммәтле бүләк"те
       Мәскәүҙән ике машинала килтерәсәктәр.
       Ә "Гәүһәрҙәр" йәштәр-үҫмерҙәр үҙәгенең "Гефест" хәрби- патриотик клубына (Күмертау) башҡорттарҙан беренсе Советтар
       Союзы Геройы - Ғәфиәтулла Шәһимәрҙән улы Арыҫлановтың исемен бирергә планлаштыралар. Ул - крәҫтиәндәр ихтилалы юлбашсыларының береһе, Пугачевтың көрәштәше - Кинйә Арыҫлановтың нәҫеле. Кинйәбыҙ ауылында тыуып үҫкән. Уның һалдат биографияһы 1937 йылда уҡ, аҡ финдарға ҡаршы һуғышта башлана. Танкист була. Дошман пулеметының туҡтауһыҙ ут яуҙырыуы аҫтында ул ике танкты уттан алып сыға һәм дүрт иптәшенең ғүмерен ҡотҡара. Был батырлығы өсөн Ғәфиәтулла Арыҫлановҡа СССР Юғары Советы Президиумының 1940 йылдың 7 апрелендәге Указы менән Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ул батальон командиры булып хеҙмәт итә. Курскиҙы, Орелды, Харьковты, Смоленскиҙы, Венгрия ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Саңлы һуғыш юлдарынан үтеп, бик күп ҡаты алыштарҙа
       ҡатнашып, ул еңеү алдынан ғына - 1945 йылдың ғинуарында һәләк була. Ленин ордены, ике I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән наградланған.
       Ленинград өлкәһе территорияһында ЛАГ-3 самолетының Өфө моторҙар заводында сығарылған двигателе табыла. Хәҙер был двигатель тантаналы рәүештә "ӨМЭПБ" асыҡ акционерҙар йәмғиәте музейына, ә икенсе районда табылған тағы берәүһе Республика хәрби дан музейына тапшырыласаҡ.
       Новосибирскиҙан "МГИФ" эҙләнеү отряды ҡаҙынған ваҡытта Ленинград өлкәһендәге Иваново яланында һәләк булған һалдат Әхкәм Ғәзизовтың медальонын һәм шәхси әйберҙәрен таба. Был
       турала һалдаттың Шишмә районында йәшәүсе өс бер туған һеңлеһенә хәбәр ителгән дә инде. "Хәтер вахтаһы"нда һәләк булған яугирҙың медальонын туғандарына тапшырыу тантанаһы ла үтәсәк.

Ирина Евгеньева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал