6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Парламентта

Сер һеҙҙең менән ҡаласаҡ!
08.11.07


       БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа профилле комитеттарҙың сираттағы ултырыштары үтте.
       Закондар сығарыу, дәүләт ҡоролошо һәм суд-хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса комитет ағзалары бер нисә федераль закон проектын, бер БР законы проектын тикшерҙе һәм Баймаҡ
       районы һәм Баймаҡ буйынса суд участкаларының береһенә мировой судья вазифаһына һайлау өсөн Тимур Бураншиндың кандидатураһын раҫланы.
       Депутаттар "Дәүләт граждан хеҙмәткәрҙәренең һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең килеме, милке һәм милек характерындағы йөкләмәләре тураһында мәғлүмәттәрҙе тикшереү мөмкинлеген тәьмин итеү өлөшөндә Рәсәй Федерацияһының айырым закон сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы Федераль закон проектын хупламаны.
       Ябай тел менән әйткәндә, был закон проекты эш биреүселәргә хеҙмәткәр үҙ килеме һәм милке тураһында биргән
       мәғлүмәтте тикшереү хоҡуғы бирә. Был маҡсатта ул теләгән бер кеше һәм ойошма хеҙмәтләндереүе менән файҙалана ала. Икенсе төрлө әйткәндә, һеҙҙең күршегеҙгә килеп: "Фәлән Фәләновтың бер генә машинаһы булыуы, һулдан бер ниндәй ҙә аҡса инмәүе дөрөҫмө?" тип һорауҙары мөмкин. Һәм күршегеҙ һеҙҙең дүрт машинағыҙ һәм яхтағыҙ хаҡында һөйләргә тейеш буласаҡ һәм, мөмкинлек менән файҙаланып, үҙенән өҫтәп әйтеүе лә ихтимал. Ә банк хеҙмәткәрҙәре һеҙҙең иҫәптә күпме аҡса булыуы хаҡында әйтергә тейеш.
       Депутаттар, хеҙмәткәрҙәрҙең килеме, милке һәм милек характерындағы йөкләмәләре тураһында мәғлүмәттәре конфиденциаль булырға тейеш, тигән фекер яҡлы булыуҙарын белдерҙе.
       - Былай беҙ аҡрынлап 1937 йылға әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ, - тигән фекер яңғыраны ултырышта.
       "Башҡортостан Республикаһының дәүләт вазифалары тураһында" БР Законы проекты беренсе уҡыуҙа тыңланды. Закон проекты БР Президенты тарафынан тикшереүгә индерелде. Уны БР Президентының БР Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Альбина Воробьева еткерҙе.
       Закон проекты БР айырым дәүләт вазифаларын биләүселәргә бирелгән гарантиялар төрҙәрендә һәм күләмдәрендә уларҙың статусын көйләү өсөн кәрәк. Хәҙер был кешеләрҙең статусы уларҙың эшмәкәрлеген регламентлаусы махсус закондар, айырым алғанда, Президент, Дәүләт Йыйылышы депутаты статусы, республиканың Конституцион суды тураһында закондар
       менән көйләнә. Башҡортостан Республикаһы дәүләт вазифаһын
       биләүсе кешеләр финанс яҡтан Башҡортостан бюджеты средстволары иҫәбенә тәьмин ителә.
       Воробьеваны тыңлап, депутаттар бер тауыштан закон проектын Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырышында ҡарауға тәҡдим итергә ҡарар иттеләр.
       Депутаттар бик ҡатмарлы атамалы "Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) һәм башҡарма органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында"ғы Федераль закондың 26.11 статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы (Рәсәй Федерацияһы субъекты дәүләт власы органдарының үҙ хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле милекте Рәсәй Федерацияһы субъекты милекселегенә алыу мөмкинлеген билдәләү өлөшөндә) Федераль закон проектын да хупланы.
       Закон проекты менән РФ субъекты милекселегенә индерелгән
       милек төрҙәре исемлеген тулыландырыу тәҡдим ителә. Һәм унда балалар һәм үҫмерҙәр менән эшләү буйынса төбәк һәм муниципаль-ара программалар һәм саралар өсөн кәрәкле милекте лә индерергә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал