6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

"Йондоҙҙар"ға аптырарһың...
07.11.07


       Уҙған ялдағы хоккей уйындары бигүк ҡыуаныс килтермәне. Овертаймдағы аутсайдер - "Амур"ҙан еңелеү оят түгелме ни.
       Бәлки, Өфө хоккейсылары көсөн экономиялағандыр, ә ҡайһы берҙәре ял тураһында уйлағандыр. Юҡ, шикелле, бөтәһе лә тырышты, ҡайҙалыр йүгерҙе, нимәлер уйлап сығарырға маташты, тик бушҡа ғына...
       Хабаровскиҙың "Амур"ына ҡаршы матчта Өфө командаһы ҡайһы берҙә быялаларын саң баҫҡан, ултырғыстары тишелеп бөткән, иҫке, тутлаған машинаны хәтерләтте. Ауылда уның менән
       шалтыр-шолтор йөрөргә мөмкин, ә бына трассала яңы машиналар елдереп уҙып китәсәк. Ҡыҫҡаһы, бындай хоккей беҙгә, өфөләргә, кәрәкмәй.
       Уйынсылар тағы ла күп хата ебәрҙе. Матч алдынан миңә, "Амур"ҙы мотлаҡ еңәсәкбеҙ, тинеләр. Хабаровскиҙа 2:1 иҫәбенә
       еңелеп ҡайтҡас, был юлы үҙ йорттарында кәрәктәрен бирәсәктәр, йәнәһе.
       "Салауат Юлаев", ысынлап та, еңә ала ине. "Амур" артыҡ ҡурҡыныс түгел дә инде - ҡунаҡтар күп тапҡырҙар ауыр хәлгә ҡалды, ләкин хужалар бер нисек тә ҡапҡаны ала алманы.
       Хабаровскиҙар өсөн дә уңайлы мәлдәр байтаҡ булды һәм хатта
       төп ваҡытта еңә алалар ине. Ләкин һәр юлы шайбаны "Салауат Юлаев"тың ҡапҡасыһы Александр Еременко туҡтатты.
       Овертаймда Виталий Шулаков мөйөштән ташлағандан һуң, шайба таяу аҫтынан үтеп индерелгән голда ла Еременконың ғәйебе юҡ, сөнки уны башҡа уйынсылар ҡаплағайны.
       Ни өсөн өфөләр, турнир таблицаһында чемпионат алдынғылары һәм индерелгән шайбалар буйынса лидерҙар, бер генә булһа ла гол индерә алманы. "Амур"ҙың ҡапҡасыһы Андрей Малков шулай уҡ бик көслөмө ни?
       Юҡ. Ҡайҙалыр ташлап еткермәнеләр, ҡайҙалыр ялҡауыраҡ ҡыландылар, ә ҡайҙалыр йыйылма командала уйындар алдынан имгәнеүҙән ҡурҡтылар, буғай.
       Талапсан Өфө тамашасыһы үҙенекеләргә һыҙғыра башланы - йәнәһе, беҙгә яҡшыраҡ уйын һәм күберәк голдар кәрәк. Егеттәр
       көсәнергә маташып ҡараны ла, ләкин бер нәмә лә килеп сыҡманы.
       Өфө командаһы былтырғы кризис осорондағы "Салауат Юлаев"ты хәтерләтте. Хәтерегеҙҙәлер, ул саҡта хаталар күп ебәрелде һәм баш тренерҙың отставкаға китеүе хаҡында имеш- мимештәр күп йөрөнө.
       Хурлыҡлы матчтан һуң күп уйынсылар күҙгә салынмаҫҡа тырышты. Кемдең еңелеү сәбәптәрен эҙләгеһе һәм үҙ көсһөҙлөгөн
       танығыһы килһен.
       Андрей Таратухин ҡатынының күҙәтеүе аҫтында блиц-интервью
       бирҙе, ҡатыны шунда уҡ, ямғыр аҫтында аралашыу - эшем түгел инде, тип иҫкәрмә яһаны. Ғәфү итегеҙ, ханым, ябыу аҫтына етәкселек үткәрмәй...
       - Бөгөн беҙгә ябайыраҡ уйнарға кәрәк булғандыр, ә беҙ нимәлер уйлап сығарырға маташтыҡ, - тине беҙгә Андрей.
       - Бөгөн Еременконан башҡаһы бөтәһе лә хөрт уйнаны...
       - Юҡ, Твердовский бик яҡшы уйнаны. Ә һеҙ күрмәгәнһегеҙ ҙә,
       - тип зәһәр генә иҫкәртеү яһаны хоккейсының хәләл ефете. Киләһендә ире урынына унан комментарий алырға кәрәк булыр
       - ханым хоккейҙы бик яҡшы аңлағанға оҡшай.
       Олег Твердовский үҙе уйынға, минең ҡарашҡа, иң дөрөҫ комментарий бирҙе. Ул үҙ "Мерседес"ынан сығып (нишләптер руль артында үҙе түгел):
       - Был еңелеү тураһында күп һөйләргә мөмкин. Бер нисә һүҙ менән әйткәндә, беҙ бөгөн тейешле эште эшләмәнек... - тине.
       - Иң элек, атакала?
       - Оборонала ла - Еременко булмаһа, беҙ бер түгел, биш шайба
       үткәргән булыр инек.
       Константин Кольцов такси яллап ҡайтып китте.
       - Костя, күптән түгел һеҙҙең НХЛ-да беренсе шайба индереүегеҙгә бер йыл булғайны...
       - Мин әлеге ваҡытта НХЛ тураһында ла, ул гол тураһында ла уйламайым.
       - Матчҡа ниндәй аңлатма бирерһегеҙ?
       - Уның нимәһен аңлатаһың - еңелдек... Әле голдар булыр, минең үҙемдеке лә, тип уйлайым - беҙҙең звенола бер ниндәй ҙә проблема юҡ.
       - Ә үҙ трибунағыҙҙан һыҙғырыуҙар?
       - Уйнауыбыҙға ҡарап, таман, тип уйлайым... Ләкин һыҙғырғансы, беҙҙе яҡлаһалар, яҡшыраҡ булыр ине, моғайын.
       Шоу йондоҙҙары
       Уҙған "Йондоҙҙар матчы"нда бөтә йондоҙҙар ҙа йыйылмағайны. Легионерҙарҙың булмауы ғына ла күп нәмә тураһында һөйләй. Тағы бер минус - буш трибуналар. Уйынға хаҡтарҙы шундай юғары ҡуйғандар, шуға күрә Мытищела халыҡ был шоуға барманы ла ҡуйҙы.
       Бына нимәһе ҡыҙыҡ. "Амур эше"ндә ҡатнашҡан шул уҡ "юлаевсылар" "Йондоҙҙар матчы"нда үҙҙәрен яҡшы күрһәтте.
       Александр Пережогин эстафеталағы түңәрәкте 15 секундтан кәмерәк ваҡытта йүгереп үтте һәм ҡапҡаларҙағы бөтә дүрт сәпкә лә тейҙерҙе. Виталий Прошкин оҫта, ҡеүәтле ырғытыуы менән һоҡландырҙы. Конкурстар буйынса беҙҙең "Көнсығыш" "Көнбайыш"тан бер башҡа көслөрәк булды, иҫәп 5:2.
       "Йондоҙҙар матчы"нда Еременконың оҫта уйнауы, Антиповтың,
       Кутейкиндың шайбалары һәм Пережогиндың дубле лә "Көнсығыш"ҡа еңеү килтерҙе. Күреүебеҙсә, "юлаевсы"ларға аутсайдерҙы еңеүгә ҡарағанда, шоуҙа ҡатнашыу еңелерәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал