6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Гарик Сукачев йырҙары менән халыҡта дәрт уятты
07.11.07


       "Гарик Сукачевòû хатта ҡәберҙә ятҡанда ла яратырлыҡ бит ул". Йәкшәмбе кис Өфөлә был артистың концертына йыйылған тамашасыларға ҡарап, уның күптәнге бер фанатының ни өсөн шулай тип әйтеүенә төшөнәһең. Бында олоһо ла (хатта 60-тан ашҡаны), кесеһе лә (дүрт йәшлектәр), студенттар ҙа, йөҙҙәрен йыш ҡына яңылыҡтар тапшырыуында күргән рәсми кешеләр ҙә бар ине.
       Ул, ысынлап та, ошондай таныуға лайыҡ - иҫ киткес энергетика, дәртләндергес музыка, уның йырҙарының һәр кемгә аңлайышлы фәлсәфәһе.
       Ул сәхнәгә осоп килеп сыҡты, һыу уртлап, сәхнәгә һирпте лә, ҡаш аҫтынан һөҙөп залға ҡарап алды, халыҡ өҫтәл артындағы урындарынан тороп, "Дождись меня, Люся!" тип ҡушылып йырлап, бейеү майҙанына эркелде. Дәрте ташып торған Гарик өсөн клуб сәхнәһе генә тар, бәләкәй шул - стадионда ул күпкә гармониялыраҡ күренә.
       "У каждого есть право на выбор" - был йыр Гарик Сукачев Өфө тамашасыһы хөкөмөнә сығарған проекттың атамаһы булды ла. Әйтергә кәрәк, бында уның иң яҡшы йырҙары ингәйне.
       - Йәшәһен мөхәббәт, егеттәр! - тип залды яңғыратты Гарик Сукачев, ә тамашасылар, уның йырҙары тәьҫиренә бирелеп, кумиры артынан ҡабатланы. Гарик өфөләргә үҙ хиттарын бүләк итте, ә тамашасы уға - һөйөүен һәм таныуын. Сукачев ҡатын- ҡыҙҙарға ла хөрмәт күрһәтте - "аҡ бейеү" (белый танец) иғлан итте.
       Гарик Сукачев өфөләргә реверанс яһарға ла онотманы: яҡташыбыҙ, ҡурайҙа оҫта уйнаусы Роберт Юлдашевты саҡырып сығарҙы. "Напои менән водой" йырында ҡурай тауышын ишетеп,
       кем, был уйын ҡоралы милли башҡорт көйҙәрендә генә яҡшы, тип әйтһен?
       Хәйер, яҡташыбыҙҙың уйнауын ғына түгел, бөтә концерт буйына саксофонда, пиццикатола, скрипкала оҫта уйнаған, шул уҡ ваҡытта ҡушылып йырларға ла өлгөргән, ансамблдәге берҙән- бер ҡатын-ҡыҙ - Елена Филиппованы ла билдәләп китергә кәрәктер.
       Ғөмүмән, дивандарын, телевизорҙарын ташлап, ял көнө Гарик Сукачевтың концертына килгән бер кем дә үкенмәгәндер, тип уйлайым.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал