6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Граждандар йәмғиәте

Ҡайҙа һәм ниндәй юл менән барабыҙ?
02.11.07


       Беҙ парадокстар заманында йәшәйбеҙ. Ике тиҫтә йыл элек кенә бер кем дә Советтар Союзына бер нисә генә йыл йәшәргә ҡалған, Грозный ҡалаһы емереклектәр аҫтында ҡалыр, капитализмды ҡәһәрләү уға дан йырлау менән алмашыныр, илдә доллар миллионерҙары һәм миллиардерҙары барлыҡҡа килер, беҙҙә супермаркеттар һәм бутиктар асылыр, уларҙа һумға тауарҙар һатылыр, рәсәйҙәр күпләп Төркиәлә, Египетта һәм Таиландта ял итер, кеҫә телефондары ҡәҙимге әйбергә әйләнер һәм уларҙы башланғыс класс уҡыусылары ла йөрөтөр, мөғжизәнең дә мөғжизәһе - компьютер - көнкүреш техникаһына әйләнер, Рәсәй юлдарында сит ил машиналары елдерер һәм башҡа, һәм башҡалар тип башына ла килтермәгәндер, тип уйлайым.
       Уҙған быуаттың 90-сы йылдар башында донъяға ҡараштың үҙгәреүе, иҡтисади һәм сәйәси планда бөтөнләй көтөлмәгән боролоштар яһалыуы Рәсәйҙә барған үҙгәрештәрҙең төплө айышына төшөнөргә ирек бирмәй. Ҡайҙа һәм ниндәй юл менән барабыҙ? Кемдеңдер хатаһын ҡабатламайбыҙмы?
       Петр Столыпиндың беҙҙең сәйәсмәндәребеҙ бик оҡшатмаған "Рәсәйҙә реформа яһарға яраталар, сөнки былай идара итә белмәүҙе йәшереүе еңелерәк" тигән бик шәп фразаһы бар. Горбачев, һуңынан Ельцин идара иткән ғауғалы осорҙар билдәле
       рус дәүләт эшмәкәренең был һүҙҙәрен асыҡ дәлилләй.
       Юмористарҙың береһе: "Тырмаға баҫыу - ул урыҫтарҙың боронғо уйыны", тип шаяртҡан. Ысынлап та, ул бик дөрөҫ әйткән, беҙ уға йыш баҫабыҙ.
       Либераль-демократик ҡиммәттәрҙән айырмалы рәүештә, беҙ капитализм боҙоҡлоҡтарын бик тиҙ үҙләштерҙек. Совет заманында ҡаты тәнҡитләнгән фәхишәлек, наркомания, балаларҙы, кеше ағзаларын һатыу, суррогат әсәйҙәр һәм башҡалар хәҙерге Рәсәйҙә ҡәҙимге күренешкә әйләнде. Мәҫәлән, Өфөнөң реклама гәзиттәрендә интим хеҙмәтләндереүҙәр, 20-30 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарға суррогат әсәй булырға тәҡдим иткән иғландар һәр һанында тиерлек. Наркоманияға килгәндә, ул икһеҙ-сикһеҙ илебеҙҙең иң төпкөл мөйөштәренә лә барып етте.
       70-се йылдар уртаһында Өфөлә "АҠШ фотоһы" күргәҙмәһе барғайны. Фототехниканы ҡарау, значок һәм ялтырауыҡлы журнал алыу өсөн оҙон сират торорға кәрәк ине. Ҡыҙыҡһыныусан студент булараҡ, мин фотокүргәҙмәнең экспозияға килеүселәрҙең теләге буйынса "Полароид" менән ирендәрҙе, күҙҙәрҙе, танауҙарҙы фотоға төшөргән бер хеҙмәткәре менән һөйләшеп киттем.
       - Дөрөҫөн генә әйтегеҙ әле, беҙҙең илдә һеҙгә нимә оҡшаны?
       - тип һораным океан арты ҡунағынан. - Тып-тыныс ритмда йәшәгән изгелекле, ҡунаҡсыл кешеләр. Арзан һәм төрлө йәмәғәт транспорты. Һеҙҙә кисен ҡурҡмайынса урамда йөрөргә мөмкин. Миңә тағы йылы, кетерҙәп торған, тәмле еҫле икмәк һатылған бәләкәй икмәк кибеттәре оҡшаны. Беҙҙең супермаркеттарҙа ундайҙы күрмәҫһең, - тип яуап бирҙе лә ул үҙ эш урынына ашыҡты.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн кешеләр ҡаты күңеллерәккә, әҙәпһеҙерәккә әйләнде. Бәләкәй икмәк кибеттәрен - супермаркеттар, шәхси транспорт бәләкәй рентабелле йәмәғәт транспортын ҡыҫырыҡлап сығарҙы.
       Әйткәндәй, реформаторҙар элек-электән тупаҫ эш итте. Был яҡтан Францияла картуф үрсетеү тарихы һабаҡ алырлыҡ, унда ул оҙаҡ ваҡыт халыҡ араһында таратылмай.
       Данлыҡлы француз агрономы Антуан Пармантье, Пруссияла әсирҙә булғанында, картуфтың тәмен һәм үҫтереү әрһеҙлеген юғары баһалай. Тап ошо йәшелсә арҡаһында тере ҡалып, Францияға ҡайтҡас, ул уны үҙ тыуған илендә үрсетеү маҡсаты ҡуя, ләкин бик оҙаҡ ватандаштарын картуфтың файҙалылығына инандыра алмай. Һәм ул хәйләгә бара. 1787 йылда ул королдән картуфты насар уңдырышлылығы менән дан тотҡан бер ерҙә ултыртыуға ризалыҡ алыуға өлгәшә. Уның үтенесе буйынса баҫыуҙы король һалдаттары һаҡлай. Тик көндөҙ генә, төнгөлөккә
       ҡарауыл ҡуйылмай.
       Халыҡ, ҡыҙыҡһынып, төндә картуфты ҡаҙып алып, үҙ баҡсаһында ултырта башлай, Пармантьеға тап шул кәрәк була ла. Картуф шулай итеп бөтә Францияға тарала.
       Ә Рәсәйҙә, билдәле булыуынса, реформатор Петр I яңы культураны шпицрутендар һәм һуҡтырыу таяҡтары ярҙамында индерә.
       Күп халыҡтың үҙгәрештәрҙән төңөлөүе реформа һөҙөмтәләре менән генә түгел, кешеләрҙең консерватизмы менән дә бәйле. Ә бит "совет заманының" ыңғай яҡтары ла күп булды, һәм хәҙер ул аҡрынлап кире ҡайта - производство алдынғылары, балалар йәмәғәт ойошмалары һәм башҡалар.
       Йүнһеҙ реформаторҙарҙың эш итеүе һөҙөмтәһендә Рәсәй упҡын ситенә килеп терәлгәйне, был кризис хәле аҡрынлап яҡшыра бара. Хәҙерге ваҡытта фәҡирлеккә, эшһеҙлеккә, коррупцияға, илдең иҡтисади һәм технологик артта ҡалыуына ҡаршы әүҙем көрәш алып барыла. Владимир Путиндың һәм уның командаһының икенсе срокта президентлыҡ итеүе, донъя пролетариаты юлбашсыһының онотолоп барған һүҙҙәре менән әйткәндә, "дөрөҫ юлдан бараһығыҙ, иптәштәр", ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ теләгәндән аҡрыныраҡ. Билдәле, тауға менеүгә ҡарағанда, төшөүе тиҙерәк.

Сергей Жердяев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал