6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Герой Сергеевтың һуғышы һәм солохо
01.11.07


       30 октябрҙә Советтар Союзы Геройы Дмитрий Степанович Сергеевҡа 85 йәш тулған булыр ине.
       Буласаҡ герой Благовещен районында тыуған. Ул атаһы һәм олатаһына оҡшап, эш һөйөүсән булып үҫә. Ауыл мәктәбенең һигеҙ класын, ә һуғыш башланыр алдынан зоотехника техникумының ике курсын тамамлай.
       Ҡыҙыл Армияға үҙ теләге менән китә. Сталинград, Көньяҡ- Көнбайыш, 3-сө Украина, һәм 1-се Белоруссия фронттарында һуғыша. Артиллерия орудиеһы тоҫҡаусыһы, командиры була. Өс
       тапҡыр яралана. Сталинград эргәһендә өс дошман танкын яндыра. Беренсе наградаһын - "Батырлыҡ өсөн" миҙалы ала. Днепр йылғаһы аша сыҡҡанда, Висла эргәһендәге һуғыштарҙа Сергеев ҡыйратҡан танктар һәм самоходкалар һаны тағы ла арта. Награда ла өҫтәлә - III дәрәжә Дан ордены.
       1945 йылда совет ғәскәрҙәре Польша ерендә фашистарҙы ҡыйрата. Познань ҡала-ҡәлғәһе өсөн һуғыштарҙа яҡташыбыҙ өсөн "йондоҙло сәғәт" һуға. 1945 йылдың февралендә ҡәлғә өсөн һуғыш башлана.
       Уның батырлығы тураһында награда документында "2 февралдә орудие командиры гвардия сержанты Сергеев орудиеһын йәшертен дошман нығынған бина ҡаршыһына ҡуя. Таң менән сержант-артиллерист цитаделгә ҡапыл ут аса. Тәжрибәле тоҫҡаусы булараҡ, ул орудиены үҙе төҙәй. Бина емерелә, ут нөктәһе баҫтырыла, пехотабыҙ аҙ юғалтыуҙар менән Познань ҡалаһы кварталын ала" тиелә.
       Ҡала-ҡәлғә өсөн һуғыштарҙа Сергеев үҙ орудиеһынан дошмандың 13 терәк пунктын ҡыйрата, 15 пулеметын һәм 150- ләп һалдат һәм офицерын юҡ итә. Әлбиттә, ул Познань эргәһендәге һуғыштар, ҡәлғәне алған өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булырмын тип башына ла килтермәй. Сергеевтың орудиеһы һөжүм итеүсе пехота менән бергә Берлинға юллана һәм фашистарҙың өңөнә барып етә. Юғары награда тураһында ул тап шунда белә.
       Һуғыштан һуң Сергеев тыуған иленә әйләнеп ҡайта, Өфө районында башланғыс мәктәп директоры, "Шемәк" совхозы директоры урынбаҫары булып эшләй... Ғәҙәттә, беҙ Бөйөк Ватан
       һуғышы геройының хәрби юлы тураһындағы хикәйәне ошо урында тамамлайбыҙ, йәнәһе артабанғыһы ҡыҙыҡ түгел.
       Был юлы беҙ ҡағиҙәнән ситкә китеп, геройҙың ейәнсәре, 35-се мәктәпте тамамлаусы Наля Шишконан иҫтәлектәре менән уртаҡлашыуын үтендек: "Сталинградтан Берлинғаса юлды үтеп,
       һуғыштың бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңендә кисереп, аҙым һайын ғүмер һәм үлем сигендә булып, олатайым яҙмыш үҙенә биргән һәр минуттың ҡәҙерен белеп йәшәне.
       Биш бала атаһы, ул һәр ваҡыт ҡатынына - үҙ эшен бирелеп башҡарған башланғыс кластар уҡытыусыһы, өләсәйебеҙ Валентина Фадеевнаға ярҙам итте. Олатайым бер әҙер Подымаловола мәктәп директоры булып эшләй, һуңынан ғаилә Шемәккә, совхозға күсә, әсәйем шул саҡта атаһының уларҙы (2 йәштән 9 йәшкә тиклемге балаларҙы) конвейер менән мунсала йыуындырғанын һәм бер-бер артлы әсәһенә тапшырғанын йыш ҡына иҫкә алып һөйләй торғайны.
       Өлкән ҡыҙына уҡыуын артабан дауам итергә ваҡыт еткәс, ата- әсәһе Өфөгә күсеп килә, олатайым элемтә аппаратуралары заводына шымартыусы ярҙамсыһы булып эшкә инә. Бөтәһен дә яңынан башлауҙан ҡурҡып ҡалмай. Һәр ваҡыттағыса, ҡатынына дәрестәрен әҙерләү өсөн күберәк буш ваҡыт бирергә тырыша: үҙ балаларын ғына түгел, уларҙың иптәштәрен дә алып, Ҡариҙелгә һыу инергә, йә паром менән сығып, бәшмәк һәм еләк йыйырға, йә клубҡа киносеансҡа алып бара.
       Олатайымдың һуғыш биографияһынан мин тағы бер тарих ишетеп беләм. Һуғыш аҙағында ул һәм тағы ла дүрт һалдат үҙ часы артынан йүгереп китеп барғанда урмандан бер нисә тиҫтә немец автоматсылары килеп сыға, ә беҙҙекеләрҙең бер генә пушкаһы була. Шул саҡ ҡапыл беҙҙең ике танк килеп сығып, фашистарҙы тапатып китә. Һәләк булыусылар дошман булһа ла, был кешеләрҙе иҙеп китеү йәш яугирҙы һуғыштың рәхимһеҙлеге
       хаҡында тағы бер тапҡыр уйланырға мәжбүр итә. Олатайым олоғайғас, йәштәр алдында фронт йылдары тураһында иҫтәлектәре менән сығыш яһағанда, һәр ваҡыт, тыныслыҡтың һәм һәр кеше ғүмеренең ҡәҙерен белергә кәрәк, ти торғайны".

Юрий Узиков
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал