6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Төҙөлөш

Социаль ипотека ҡиммәтәйә
31.10.07


       - Быйыл туғыҙ айҙа Өфөлә 420 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлдө, - тип башланы Өфө мэрияһындағы матбуғат конференцияһын ҡала башлығының беренсе урынбаҫары Рәмил Хәлимов. - Бер йылға план - 620 мең "квадрат". Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юбилей төҙөлөштәре менән бәйле, был юлы күп ҡатлы йорттар аҙыраҡ төҙөлдө. 260 мең "квадрат" - күп ҡатлы йорттар, 160 мең - индивидуаль торлаҡ.
       Рәмил Каррам улы, ҡалала әҙер инфраструктура менән "еңел" майҙансыҡтар бөттө, тине. Хәҙер Димдә, Затонда, Глумилинола яңы, "ауыр" майҙансыҡтарҙы үҙләштерергә тура килә.
       Социаль схемалар буйынса торлаҡ күп тапшырыла. Быйыл дүрт программа - социаль, ҡала, корпоратив һәм йәштәр ипотекалары буйынса 65-70 мең квадрат метр социаль торлаҡ төҙөләсәк. Социаль ипотека буйынса әле 400-гә яҡын фатир тапшырыла, хәҙер уларҙың квадрат метрының хаҡы - 24500 һум.
       - Ләкин был хаҡты беҙ көскә тотоп киләбеҙ, - тине Хәлимов, - төҙөлөш материалдарына - кирбескә, цементҡа, металға - төҙөлөш үҙҡиммәтенә йоғонто яһаусы төп компоненттарға хаҡтар ныҡ арта. Төҙөүселәрҙең эш хаҡы арта. Беҙ быйыл хаҡтарҙы тоторға тырышасаҡбыҙ, ләкин 2008 йылда, моғайын, социаль ипотека буйынса квадрат метр 30 мең һум торор. Төҙөлөш материалдарына хаҡтар үҫеүен сикләү өсөн Төҙөлөш министрлығына мөрәжәғәт итәсәкбеҙ. Былтыр төҙөүселәр фатирға хаҡты күтәрҙеләр, ә быйыл төҙөлөш материалдары етештереүселәр, үҙ продукцияһына хаҡты күтәреп, килемде бүлеүҙә ҡатнашырға маташа. Йәй цементтың тоннаһы өс мең һум тора ине, ә хәҙер инде - 5200 һум. Төҙөлөш материалдарына хаҡтар был тиклем артҡас, беҙ хатта күберәк төҙөп тә, торлаҡҡа хаҡты бир кимәлдә тота алмаясаҡбыҙ. 2008 йылда социаль ипотека буйынса 100 мең квадрат метр тапшырыу планлаштырыла.
       Быйыл Өфөгә авария хәлендәге йорттарҙы һүтеүгә 52 миллион
       һум федераль аҡса бүленде. Был аҡсаны Сипайловола 5200 квадрат метр майҙан менән яңы "социаль" торлаҡ төҙөүгә һалырға уйлайбыҙ. Республика бюджеты был маҡсатҡа киләһе йыл тағы 50-60 миллион һум, кәрәк булһа, тағы ла күберәк өҫтәргә әҙер.
       2008 йылда аҙ тәьмин ителгән граждандарға бушлай бүленгән социаль наем торлағына 300-360 фатир алыу планлаштырыла. Ҡаланан да социаль торлаҡ төҙөүгә 200-250 миллион һум аҡса бүленәсәк.
       Хәлимов төҙөлөшкә һатылған яңы майҙансыҡтарҙы энергия менән тәьмин итеү проблемалары тураһында ла һөйләне. Шулай уҡ Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығына ҡарата төҙөлгән юбилей объекттарына ла туҡталды.
       Яңы "Өфө-Арена" универсаль Боҙ һарайы Ленин урамында 7,82 гектар майҙанды биләй. Уның дөйөм майҙаны - 32 мең квадрат метрҙан ашыу, һигеҙ меңдән ашыу тамашасыны һыйҙыра. Ер өҫтөндә 956 машинаға иҫәпләнгән асыҡ автомобиль ҡуйыу урыны ҡаралған.
       "Өфө" халыҡ-ара аэропортында аэровокзал сәғәтенә 600 кеше үткәрә ала, транзит пассажирҙар ҡабул иткән осраҡта сәғәтенә 800 кешегә тиклем арттыра ала. Аэровокзал майҙаны ике тапҡырға тиерлек ҙурайҙы.
       Конгресс-Холл Дуҫлыҡ Монументы һәм Салауат Юлаев һәйкәле менән бергә Өфөнөң көньяҡ бите перспективаһын берҙәм композиция итеп яһаусы архитектура-ландшафт комплексы булып тора.
       Тимер юл вокзалын реконструкциялау "Рәсәй тимер юлдары" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, республика һәм ҡала бюджеты көстәре менән алып барыла. Территорияны төҙөкләндереү - республика, был территорияла урынлашҡан иҫке торлаҡты һүтеү - ҡала иҫәбенә. Төҙөлөш темптары планлаштырылғандан ҡалышһа ла, 2008 йылда вокзал файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип ышандырҙы Хәлимов.
       Әйткәндәй, юбилей объекттары өсөн һүтелгән йорттар урынына 300-гә яҡын фатир бүленде.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал