6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмә

Бумала һәм буяу алып, һүрәт төшөрөргө өйрәнәбеҙ
30.10.07


       Өфөнөң һалҡын көҙөнә йылы тулҡын бәреп инде - ҡалаға Мәскәү рәссамы Сергей Андрияканың картиналары килде. Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында мастерҙың һәм уның уҡыусыларының күргәҙмәһе асылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Сергей Николаевич үҙе килә алмаған, акварель мәктәбе, экспозиция тураһында матбуғат конференцияһында төбәк-ара күсмә күргәҙмәләр кураторы, сәнғәт белгесе Валерий Верна һөйләне.
       Кардиган, ҡарҙай аҡ күлдәк кейгән Мәскәү ҡунағы үҙ-үҙен тотошо, һөйләү манераһы менән генә түгел, бигерәк тә ғәжәйеп
       һөйкөмлөлөгө менән шунда уҡ иғтибарҙы үҙенә йәлеп итте. Һуңынан йәй башҡорт рәссамдары картиналары күргәҙмәһен Мәскәүгә алып барған музей хеҙмәткәрҙәре һөйләүенсә, бындай күңел йылылығы Сергей Андрияка менән эшләгән бөтә кешеләргә хас икән. Мастер үҙе бик мөләйем кеше бит.
       Экспозиция өс залда ҡуйылған. Уларҙың береһендә - Сергей Андрияканың картиналары, икенсеһендә - мастерҙың һәм уның мәктәбендә уҡыған балаларҙың эштәре. Күргәҙмәгә килеүселәр картиналарҙы ҡарап, эстетик зауыҡ алыу ғына түгел, педагогтарҙың һәм уҡыусыларҙың эштәрен сағыштыра ла ала. Был ни өсөн мөһим һуң? Сөнки Сергей Андрияканың акварель мәктәбендә уҡытыу иң ауыр һынлы сәнғәт техникаһында - классик күп ҡатлы акварелдә эшләргә өйрәтергә мөмкинлек биреүсе уникаль методика буйынса алып барыла. Педагог һәр заданиены уҡыусылары менән бергә башҡара.
       Валерий Александрович ҡыҫҡаса мәктәптә занятиеларҙың нисек алып барылыуы тураһында һөйләне. Күнекмәләр этаплап үҙләштерелә: бирелгән заданиены үтәп бөтмәйенсә тороп, уҡыусы икенсеһенә күсә алмай. Был талапсанлыҡ уҡытыу сифатын һиҙелерлек яҡшырта. Тәбиғи, уҡытыу ябайҙан ҡатмарлыға, бәләкәйерәк форматлы полотнонан ҙурыраҡҡа принцибы буйынса алып барыла. Күргәҙмәлә был "эволюция" асыҡ күренә лә.
       "Көҙ", "Урмандағы һуҡмаҡ", "Батша ҡапҡаһы", "Успенский соборы" - былар акварель мәктәбе педагогтарының эштәре. Ольга Волокитина иҫ киткес матур пейзаждары һәм ябай ғына сюжет, шулай уҡ атамаһы ла ябай - "Алмалар" картинаһы менән хәтерҙә ҡалды. Педагог Сергей Чернышевтың картиналарында соборҙар һәм ғибәҙәтханалар бик ентекле төшөрөлгән.
       Сергей Андрияканың картиналарында Рәсәй тәбиғәте лә, Европа тәбиғәте лә бирелгән. Айырым зал Рәсәйгә арналған. "Красноармейскиҙа яҙ" һәм "Ельц ситендә", "Рязань Кремле" һәм "Иҫке Замоскворечьелағы ихата", "Боронғо ҡумта" һәм "Боронғо парфюмер шешәләре менән натюрморт" - рәссамдың зирәк ҡарашы иң ҡыҙыҡлы сюжеттарҙы эләктереп алған. Рәсәй бөгөнгө һәм элекке, Рәсәй рухи һәм матди - рәссамға барыһы ла ҡыҙыҡлы, уныҡ ижадында бөтәһе лә сағылыш таба. Уның Тыуған илгә арналған эштәренә һағыш һәм уйсанлыҡ хас.
       Бөтә эштәр акварель менән башҡарылған. Акварель менән эшләүсе рәссамдар, ҡатлам өҫтөнә ҡатлам һалып, айырыуса йыйнаҡ эш итергә тейештәр. Бында хаталар ябай күҙгә лә күренә. Етмәһә, акварелдә аҡ төҫ юҡ, ул картинала аҡ ҡағыҙ бите итеп кенә бирелә. Сергей Андрияканың мәктәбендә акварель менән эшләүҙең ошо һәм башҡа бик күп нескәлектәренә өйрәтәләр. Педагогтар, талантҡа һәм ижадҡа өйрәтеп булмай, ләкин рәсемгә өйрәтергә мөмкин, тип иҫәпләй.
       Бөгөн өфөләр Сергей Андрияканың Мәскәү махсуслаштырылған акварель мәктәбе менән яҡынданыраҡ таныша алды. Өҫтәүенә, ноябрҙә мәктәп педагогтары Өфөлә мастер-кластар үткәрергә планлаштыра.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал