6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Дарыу кәнфит түгел
26.10.07


       Бөгөнгө дарыу баҙары ниндәй һуң? Был баҙарға һеҙҙең менән беҙҙең һаулығыбыҙ һәм хатта ғүмеребеҙ бәйле бит. Аптеканан беҙ ысынлап та сифатлы фармпрепарат һатып алыуыбыҙға ышана алабыҙмы һуң? Дарыуҙарға "хаҡ өҫтәгәндә" ниндәйҙер "юғары нөктә" бармы?
       Бына ошо һорауҙарға хәҙер яуап бирергә тырышасаҡбыҙ, һәм беҙгә бында Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш өлкәһендә надзор буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығының фармацевтика эшмәкәрлеге һәм наркотик средстволарҙың һәм психотроп матдәләрҙең әйләнеше менән бәйле эшмәкәрлек өлкәһендә надзор һәм контроль бүлеге начальнигы Рөстәм Мөхәмәтйәнов ярҙам итәсәк.
       - Рөстәм Марат улы, республиканың аптека селтәрҙәрендә фармпрепараттарға хаҡтар нисек көйләнә? Дарыуҙарға сауҙа өҫтәмәләренең һуңғы сиге бармы?
       - Һәр препараттың кәмендә ике хаҡы бар. Беренсеһен, тәбиғи, завод-әҙерләүсе билдәләй. Беҙгә хужалыҡ итеүсе субъекттың хаҡтар сәйәсәтенә йоғонто яһау хоҡуғы бирелмәгән, шуға күрә ул үҙ тауарына артабан эшләргә, килем алырға булышлыҡ итерлек хаҡ ҡуйыу хоҡуғына эйә.
       Әлбиттә, әгәр предприятиеның ҙур ҡеүәттәре, етештереүсәнлеге яҡшы булһа, ул фармацевтика баҙарында үҙенсә эш итә ала. Ләкин һеҙ бер завод та етештереүҙең һатыуҙан алда барыуы яҡлы булмауын белергә тейешһегеҙ, шуға күрә бер кем дә үҙ продукцияһына артыҡ юғары хаҡ ҡуймай.
       Дарыу средстволарын һатыусыларға килгәндә, ҡайһы бер аптека селтәрҙәренә ҡаты талап ҡуйылған: күмәртәләп һатҡанда НДС-ты иҫәпкә алмайынса, әҙерләүсе завод хаҡынан 25 проценттан артыҡҡа һәм ваҡлап һатҡанда НДС-һыҙ 40 проценттан да артыҡ күтәрмәҫкә.
       - Шуға күрә хәҙер тәүҙә бер нисә аптека селтәренең белешмә бүлектәренә шылтыратып сығып, шунан һуң ғына кәрәкле дарыуҙы һатып алыу отошлораҡмы?
       - Бик дөрөҫ. Юҡһа, кемдер бөтә 40 процентҡа өҫтәй, кемдер - кәмерәк.
       - Ҡайһы берҙә аптека кәштәһендә бер үк дарыу ике хаҡ менән тора. Береһе элек килтерелгән, тиҙәр...
       - Бында бер ниндәй ҙә закон боҙоу юҡ. Тимәк, әҙерләүсе завод хаҡын күтәргән, һәм был препараттаң яңы партияһы юғарыраҡ хаҡ менән килгән.
       - Әйткәндәй, закон боҙоуҙар тураһында. Һатыу итеүсе фармацевтика компаниялары эшендә йышыраҡ ниндәй закон боҙоуҙар осрай?
       - Дарыу средстволарын һатыу буйынса бөтә эшмәкәрлек регламент менән билдәләнә. Шуға ҡарамаҫтан, дарыуҙарҙы ташығанда ла, уларҙы һатҡанда ла закон боҙоуҙар етерлек. Ташыуҙан башлайыҡ. Беренсе этапта иң таралған ҡағиҙә боҙоу - температура йоғонтоһона бирешеүсән дарыу средстволарын һаҡлағанда температура режимын күҙәтмәү. Шуға күрә хәҙер термоиндикаторҙар менән йыһазландырылған машина-термостар, рефрижераторҙар бик күп.
       - Ә фармпрепараттар нисек тикшерелә һуң?
       - Башҡортостан территорияһына индерелгән дарыуҙарҙың һәр партияһы экспертиза аша үтә. Һәр тап килмәү ҡайтанан тикшерелә. Заводҡа запрос яһала, әҙерләүселә һаҡланған контроль партия менән һатыуға әҙерләнгәне араһында сағыштырыу анализы үткәрелә. Шулай итеп, машинанан кәштәгә барып еткәнсе ентекле тикшереү үткәрелә.
       - Йәғни беҙ аптека кәштәһендә "һул" дарыуҙар булмауына ышана алабыҙмы?
       - 99,9 процентҡа - эйе. Ундан бер проценты, бәлки, "күләгәлә" ҡалһа-ҡалалыр...
       - Ә аптекала закон боҙоуҙар менән эштәр нисек тора?
       - Әйҙәгеҙ, ябай ғына бер хәлде алайыҡ. Әйтәйек, һеҙ аптекаға килеп, ҡасандыр һеҙгә бик ныҡ ярҙам иткән антибиотикты һатыуҙарын һорайһығыҙ. Аптека хеҙмәткәре кәштәнән дарыуҙы ала ла чек һуға. Тәү ҡарашҡа ҡәҙимге хәл кеүек. Ә юҡ, бында ике ҡағиҙә боҙоу.
       Беренсеһе - рецепт дарыуын һатыу (закон буйынса һәр антибиотикты уға рецептһыҙ һатыу ҡәтғи тыйыла - авт.).
       Икенсеһе - рецепт буйынса һатылырға тейешле препараттар күренгән урында ятырға тейеш түгел. Был ике закон боҙоу административ шелтә һалыу өсөн етерлек, ҡабатлап боҙғанда - фармацевтик компанияның лицензияһын тартып алырға мөмкин.
       - Ә Башҡортостанда бөтәһе нисә аптека?
       - Беҙҙә әле ике мең ярымдан ашыу аптека магазины, пункты һәм киоскы иҫәпләнә.
       - Аңлашылды. Ә һеҙ күп кешеләрҙең врачҡа барырға ялҡауы килеп, дуҫтары, таныштары тәҡдим иткән дарыуҙарҙы һатып алып ҡулланыуына нисек ҡарайһығыҙ?
       - Ниндәй препаратты ҡулланыр алдынан да тәүҙә дауалаусы врачҡа квалификациялы ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Дарыу кәнфит түгел, һәр препарат көтөлмәгән эҙемтә биреүе ихтимал.
       - Һуңғыһы. Сифатһыҙ дарыуҙарҙы асыҡлау буйынса һандарҙы әйтеп үтһәгеҙ ине.
       - Һорауығыҙға теләп яуап бирәм. Быйыл туғыҙ айҙа 374 атама сифатһыҙ дарыу, 17 - фальсификацияланған дарыу асыҡланды, был бөтә фармпрепараттар әйләнешенең ике-өс процентын тәшкил итә һәм фармацевтика баҙары өсөн артыҡ ҡурҡыныс түгел. Етмәһә, был дарыуҙар һатыу кәштәһенә барып етмәне.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал