6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Лауреаттар бүләк иткән көн
25.10.07


       Бынан 40 йыл элек, 1967 йылдың 25 октябрендә, әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр һәм эштәр һәм башҡарыу оҫталығы өсөн Салауат Юлаев исемендәге Башҡорт АССР-ы премияһын биреү тураһында КПСС Өлкә Комитеты һәм БАССР Министрҙар Советы ҡарары ҡабул ителә. Фәйзи Ғәскәров, Һәҙиә
       Дәүләтшина (үлгәндән һуң), Заһир Исмәғилев, Мостай Кәрим беренсе лауреаттар була.
       Лауреаттар итеп Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәтендәге иң
       күренекле эшмәкәрҙәр күрһәтелде. Һәм премия менән юғары класлы ижади эштәр билдәләнде.
       Әйтәйек, Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәров либреттоһы һәм "Төньяҡ
       амурҙары", "Яҙғы ағым" бейеүҙәрен, көрәшеүсе Вьетнамға арналған "Дуҫтарҙа ҡунаҡта" хореографик композицияһын ҡуйған өсөн леуреат исеме алды. Награда уның тыуған көнөнә лә тура килде: 21 октябрҙә Ғәскәровҡа 55 йәш тулды.
       Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы Дәүләтшина юғары исемде "Ырғыҙ" романы өсөн алды. Дөрөҫ, үлгәндән һуң, әлбиттә. Яҙыусы 1954 йылдың декабрендә вафат булды, шуға күрә үҙенең адресына ҡарата тантаналы йыйылышта яңғыраған матур һүҙҙәрҙе ишетмәне.
       Башҡорт профессиональ музыка сәнғәте корифейҙарының береһе, бына тигән йырҙар һәм һоҡлағыс опералар авторы Заһир Ғариф улы Исмәғилев лауреат исемен "Яңы йырҙар" йыйынтығы өсөн алды.
       ХХ быуаттың икенсе яртыһының күренекле шағиры Мостай Кәрим (Мостафа Сафа улы Кәримов) Салауат Юлаев исемендәге
       премияны "Һайланма әҫәрҙәр" йыйынтығының беренсе томы өсөн алды.
       Башҡорт халҡының легендар улы, шағир һәм яугир Салауат Юлаев исемендәге республика премияһының тыуыу тарихын бик
       аҙҙар белә. Башҡортостан йәмәғәтселеге әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә дәүләт премияһы булдырыу тураһындағы мәсьәләне күп тапҡырҙар күтәрҙе. Бары Октябрь революцияһының 50 йыллығы алдынан ғына Мәскәү рөхсәт бирҙе. Положение иң яҡшы әҙәбиәт, сәнғәт әҫәре һәм башҡарыу оҫталығы өсөн премия биреүҙе ҡараны. 1991 йылдан премия рәсми исем алды, Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһы булды.
       Салауат Юлаев исемендәге премияны булдырғандан алып 40 йыл эсендә йөҙҙән ашыу кеше уның лауреаттары булды. Уларҙың күбеһе исемдәре республиканан ситтә лә киң танылыу яулаған, әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары ысын мәғәнәһендә Башҡортостандың милли ҡаҙанышы булып торған күренекле шәхестәр.
       Премия лауреаттарының ижади портреттары журналистар Аҫылғужа Баһуманов һәм Фатима Фәнзова тарафынан әҙерләнгән "Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары. 1967-1997" йыйынтығында бирелгән. Ошо көндәрҙә йыйынтыҡты
       тағы ҡарап сыҡтым. Лауреаттарҙың күптәрен беләм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күптәре фани донъянан киткән дә инде.
       20 йыл элек, 1987 йылда, мин дә 1980-1986 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәте тарафынан сығарылған тарихи- революцион тематика буйынса китаптар серияһы өсөн Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты исеменә лайыҡ булғайным. Ул саҡта Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй инем. Ул йыл институт өсөн "уңышлы" булды. Бер юлы алты хеҙмәткәр 18 томлыҡ "Башҡорт халыҡ ижады" йыйынтығын әҙерләп сығарған өсөн Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты исеме алды.
       Юғары наградалар тапшырыу коллектив өсөн ҙур ваҡиға булды. Лауреат знактарын партия өлкә комитеты секретары институт залында тапшырҙы. Тарихтағы был көн мәңге хәтерҙә ҡалды.

Юрий Узиков
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал