6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Мәғарифтағы реформалар кәрәкме?
24.10.07


       Нимәне һайларға: бакалавр, магистр, әллә шулай ҙа белгес булырғамы? Баҡһаң, был мәсьәлә абитуриент менән студенттарҙы ғына борсомай. Был проблеманың айышына төшөнөр өсөн мин һорау алыу үткәрҙем. Тураһын әйтергә кәрәк,
       һөҙөмтәләр мине шаҡ ҡатырҙы. Һорау алыу мөһим проблеманы тәрән тикшереүгә күсте. Һөйләшеүҙә уҡыусылар ҙа, студенттар ҙа, уҡытыусылар ҙа, өлкән быуын кешеләре лә ҡатнашты. Коллектив тикшереү ҡыҙыу бәхәс формаһын алды. Ләкин иң ҡыҙығы шунда - кешеләр бер тауыштан, белем биреү системаһында бер ниндәй ҙә яңылыҡтар кәрәкмәй, тип белдерҙе.
       Ни өсөн мин бындай һорау алыу үткәрергә булдым һуң? Сөнки Дәүләт Думаһы юғары белем биреүҙең үҙ аллы кимәлдәрен - "бакалавр" һәм "магистр" - билдәләүсе законды өсөнсө уҡыуҙа ҡабул иткән. Асылда, был Европа илдәрендәге белем биреү системалары өлгөһө буйынса квалификация биреүҙе күҙ уңында тотҡан юғары белемдең ике кимәлле системаһын индереү. Беренсе баҫҡыс - бакалавриат. Бында әҙерлек дүрт йыл буйына алып барыла. Студенттарҙан квалификациялы ябай хеҙмәткәрҙәр әҙерләп сығарыла. Бакалаврҙар производство йәки социаль- иҡтисади өлкәлә башҡарыусы вазифаһында эшләй ала. Тәрән профессиональ махсуслашыу менән юғары белемдең икенсе кимәле - магистратура. Магистрҙарҙы һәм белгестәрҙе, иҡтисадта һәм социаль өлкәлә талап ителгән кадрҙар күҙлегенән сығып, ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә һәм үҙ аллы аналитик эшкә әҙерләйәсәктәр. Бакалавриатты тамамлаған граждандар магистратурала ике йыл уҡыясаҡ. Шәхес һәм дәүләт именлеген тәьмин итеүсе специальность буйынса биш йыл уҡығандар белгес булып сыға.
       Рәсәйҙә бакалавриат һәм магистратура күптәнән бар. Әммә әлегә тиклем юғары белем биреүҙең бөтә программаларын өҙмәйенсә ғәмәлгә ашырырға мөмкин ине: мәҫәлән, дүрт йыл бакалавриатта уҡып, магистратураға инергә һәм уҡыуҙы дауам итергә. Ә закон көскә инеү менән бакалавриат һәм магистратура үҙ аллы белем биреү кимәлдәре буласаҡ. Бакалавр ҙарҙың бер өлөшө генә магистратураға эләгәсәк, унда ла конкурс нигеҙендә уҡырға инәсәктәр. Шулай итеп, бөтә буласаҡ магистрҙарға ҡайтанан инеү имтихандары тапшырырға тура киләсәк. Магистратураға ҡабул итеү ҡағиҙәләрен вуз түгел, ә РФ Мәғариф һәм фән министрлығы билдәләйәсәк. Айырым алғанда, ҡайһы вузда магистратура рөхсәт ителеүен һәм унда күпме урын булырға тейешлеген, шулай уҡ нисә урын бюджет, ә нисәүһе түләүле буласағын тап чиновниктар хәл итәсәк. Закон үҙ көсөнә инеү менән магистратураның бюджет урынына бакалавр ғына инә аласаҡ: дипломлы белгес өсөн магистратурала уҡыу икенсе юғары белем булып иҫәпләнәсәк. Ә ул Рәсәйҙә түләүле.
       Яңылыҡтар кешеләрҙе шатландырырға тейеш кеүек тә... Тик бына ике кимәлле белем тураһындағы закон ышаныс уятмай. Бик күптәр уға ҡаршы фекерҙә. Федерация Советында закон проекты буйынса тауыш биреү ҙә бик сәйер үтте. Сенаторҙар закон проектын ҡабул итергәме, әллә итмәҫкәме икәнлеген оҙаҡ хәл итә алманы. Тәүҙә уны кире ҡағырға уйланылар. Хатта Федерация Советы спикеры Сергей Миронов та был ҡарашты хупланы. Законды ҡараған ваҡытта, мин ҡаршы тауыш бирәсәкмен, тип белдерҙе. Ләкин ни өсөндөр кире уйланы. Көтмәгәндә ул законды ҡабул итеү тураһындағы мәсьәләне ҡабаттан тауышҡа ҡуйҙы. Һөҙөмтәлә Федерация Советы ике кимәлле белем тураһындағы законды хуплап ҡуйҙы.
       Алиса, 22 йәш, инженер:
       - Мин бакалаврға уҡырға индем, һуңынан күстем. Белгес дипломы алдым. Күсеүемдең төп сәбәбе - эш биреүсе бакалавр дипломына шикләнеп ҡарай. Магистр булырға теләмәйем, беҙҙә был система үҫешмәгән әле.
       Алексей, 36 йәш, IT-технологиялар буйынса белгес:
       - Мин тормошто һәм илдең киләсәген һынап ҡарауҙар һәм яңылышыуҙар ысулы менән тикшерергә кәрәкмәй, тип иҫәпләйем. Әгәр статистик материал был реформаны тормошҡа ашырыуҙан киҫәтеүселәр хаҡлы булыуын иҫбатлаһа, был илгә нимә бирә? Емерелгәнде аяҡҡа баҫтырыуға ҡайтанан иҫәпһеҙ- һанһыҙ аҡса түгәсәкбеҙ. Хөкүмәт бөтә илдең киләсәге тураһында һүҙ барыуын аңларға тейеш. Рәсәй мәғарифы донъяла иң яҡшыһы булды. Быны бөтәһе лә аңлай. Шулай булғас, реформа ниңә кәрәк?
       Әлиә, 32 йәш, вуз уҡытыусыһы:
       - Юғары белем өсөн дүрт йыл бик аҙ. Өс йыл вузда фундаменталь фәндәр уҡытыла, ҡалған ике йылда махсуслашыу башлана ла инде. Бакалавриатты индереү чиновниктарҙың уйлап еткермәүен күрһәтә. Фундаменталь дисциплиналарҙың бер өлөшөн алып ташлаһаң, белем техникум тамамлаусыныҡы кеүек буласаҡ.
       Константин, 41 йәш, предприятие етәксеһе:
       - Магистратура түләүле булһа, һәләтле булыуына ҡарамаҫтан, күп йәштәр унда уҡый алмаясаҡ. Кемдең аҡсаһы юҡ, уға фәнгә юл ябыҡ буласаҡ. Бакалавр ябай хеҙмәткәр генә була аласаҡ. Уның өсөн хатта етәксе вазифа ла ҡаралмаған. Шулай булғас, ул ниндәй юғары белем булһын? Кимәле хатта Советтар Союзында техникум тамамлаусыныҡынан да түбәнерәк. Унда, ярай, түбән звено етәкселәрен әҙерләйҙәр ине. "Ябай хеҙмәткәр вазифаһын биләргә мөмкинлек биреүсе белем" нимә була һуң ул? Минең өсөн ул урам һепереүселәр, йыйыштырыусылар һәм сантехниктар! Миңә килгәндә, юғары белем талап ителгән эшкә мин бакалаврҙы алмаясаҡмын.
       Галина, 40 йәш, вуз уҡытыусыһы:
       - Ябай арифметика: мәктәптә балалар 12 йыл уҡый, юғары уҡыу йортонда тағы алты йыл. Әгәр мәктәпкә ете йәштән барыуҙарын иҫәпкә алһаҡ, тулы юғары белемле белгес 25 йәшенә генә әҙер буласаҡ. Ә был йәшенә тиклем уны ата-әсәһе ҡарарға тейешме? Тағы ла, закон үҙ көсөнә ингәс, йәнәһе, беҙҙең дипломдар сит илдә баһаланасаҡ. Йәғни, чиновниктарыбыҙ илде ташлап китеүселәр тураһында хәстәрлек күрә булып килеп сығамы? Сит илдә эшләйәсәк кешенән Рәсәйгә ниндәй файҙа һуң?
       Күреүегеҙсә, төрлө кешелә юғары белем тураһында яңы закон айҡанлы бына шундай кире фекерҙәр һалынған. Бәлки, беҙ закондың айышына тулыһынса төшөнөп бөтмәгәнбеҙҙер һәм бөтә шикләнеүҙәр бушҡалыр... 2009 йылдың 1 сентябренә, яңы система ғәмәлгә ингәнгә тиклем ваҡыт бар әле. Ә кем белә, шайтан ғына өмөтһөҙ, тиҙәр бит.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал