6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Проекттар, акциялар

Иң шәп класс етәксеһе
22.10.07


       Томанлы иртәләрҙең береһендә беҙҙең "ПАЗик" машинаһы Ҡариҙел районына, Байҡы ауылына юлланды. Тәҙрә аша аҡ томан пәрҙәһенән башҡа бер ни күренмәй. Автобуста тарих уҡытыусыһы Виталий Полосин һәм уның тәрбиәләнеүселәре - Өфөнөң 29-сы урта мәктәбенән өлкән класс уҡыусылары. Беҙ Байҡыға Полосиндың инициативаһы буйынса райондың тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән танышыу һәм урындағы халыҡҡа мәҙәниәт ҡомартҡыһы - ярым емерек Михаил Архангел православие ғибәҙәтханаһын тергеҙеүҙә ярҙам итеү маҡсаты менән барҙыҡ.
       Балалар автобустың артҡы өлөшөн биләнеләр, музыка тыңлап, бер-береһен цифрлы фотоаппарат менән фотоға төшөрөп барҙылар. Юл өс сәғәттән ашыу ваҡытты алды, балалар бер нисә тапҡыр ашап алырға өлгөрҙө. Байҡыға күтәрелгәндә томан ҡапыл таралды, һәм беҙ тирә-яҡтың иҫ киткес матурлығын күреп хайран ҡалдыҡ. Төрлө төҫтәге ҡалҡыулыҡтар, ваҡ ағаслыҡтар һәм улар өҫтөндә әлеге томандан барлыҡҡа килгән аҡ болоттар.
       Тау теҙмәләре араһынан үҙәнлеккә сыҡҡас, беҙ ауылға барып та еттек. Төрлө сәскәләргә күмелеп ултырған урындағы мәктәп ихатаһында Өфө делегацияһын мәктәп директоры Раушания Александрова һәм район тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Николай Владимирович Балахнин ҡаршы алды. Делегация автобустан килеп төштө лә берҙәм рәүештә айырым торған санитар бина яғына йүгерҙе.
       - Һеҙ уларҙы бәҙрәфкә китте, тип уйлайһығыҙмы? - тип тыныс ҡына хәлде аңлатты Виталий Тихонович. - Тәмәке тартырға киттеләр!
       Был сәфәрҙе ойошторған Виталий Полосин 29-сы мәктәптә тарих уҡытыусыһы һәм бер үк ваҡытта 29-сы мәктәп базаһындағы Балалар туризмы һәм экскурсиялар йортонда өҫтәмә белем биреү педагогы булып эшләй. Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәге алып бара.
       - Биш йыл элек мин йәмғиәттәге әхлаҡлылыҡтың нисек аҫҡа тәгәрәүен күрҙем, - тип һөйләй Виталий Тихонович, - үҫмерҙәр нигилизмы, анрессивлығы үҫә бара. Бының төп сығанағы булып киң мәғлүмәт саралары тора. "Бындай хәлдә мин, бер үҙем, нимә эшләй алам һуң?" тигән уйға ҡалдым. Иң элек үҙем етәкселек иткән етенсе класты Ауырғазы районына археологик экспедицияға алып барҙым. Икенсе йылына - Стәрлетамаҡ районына Стәрле йылғаһы яр буйындағы ҡәберлеккә. Унда ҡурғандар күп, ҡайһы берҙәре ҡаҙылып, емерелеп бөткән. Унда беҙ өс йыл рәттән барҙыҡ. Балалар бирелеп, мауығып эшләне - ҡәберлектәрҙә беҙ алтын сулпылар, алтын ялатылған мәрйендәр, бронза беләҙектәр таптыҡ. Бөтәһе өс ҡурғанды ҡаҙыныҡ.
       Быйыл Полосин балалар менән Учалы районында Яңы Байрамғол биләмәһе булараҡ билдәле ҡомартҡыны ҡаҙыуҙа ҡатнашты.
       Полосиндың үҙенсәлекле эшмәкәрлеге өсөн етәкселәре тарихсыны быйыл "Йыл уҡытыусыһы" исеменә күрһәтә.
       - Башта мин уҡыуҙы, хеҙмәтте, буш ваҡытты һәм аралашыуҙы бер системаға һалырға маташтым, - ти үҙ эшмәкәрлеге хаҡында Виталий Тихонович. - Аҡрынлап минең эшемдең формулаһы барлыҡҡа килде - тарих-тыуған яҡты өйрәнеү эше ярҙамында үҫмерҙәрҙең тәртибен юлға һалыу.
       Виталий Тихонович археологик ҡаҙыныуҙар менән генә сикләнмәй, балалар менән ул музейҙарға йыш йөрөй.
       - Мин дәрестәрҙе унда үткәрергә бик яратам, - ти Полосин. - Мәҫәлән, бишенсе кластарға Боронғо Троя тураһында археология һәм этнография музейында һөйләйем.
       Байҡыға әйләнеп ҡайтайыҡ. Мәктәп ашханаһында ашап алғас, өфөләр тыуған яҡты өйрәнеү музейына юл тотто. Уның директоры Николай Владимирович Балахнин - үҙ ауылының патриоты. Ул күбеһен үҙ ҡулдары менән йыйған стендтарҙы һәм экспонаттарҙы күрһәтте. Элекке быуаттағы станоктар уҡыусыларға айырыуса ныҡ тәьҫир итте. Балалар туҡыу станогы артына ултырып, бынан 200 йыл элеккесә, таҫтамал туҡып ҡараны. Йөн иләү станогын да эшләтеп ҡаранылар, түшәмгә эленгән бишекте бәүеттеләр. Ҡыҙҙар уҙған быуат башында модала булған резина итектәргә һәм бейек үксәле резина туфлиҙарға хайран ҡалдылар.
       Һуңынан тырмалар алып, өфөләр урындағы уҡыусылар менән ғибәҙәтхана территорияһын таҙартырға китте. Хәйер, әле бында булғанды ғибәҙәтхана тип атауы ла ҡыйын. Стеналары һыҙырылып бөткән, түбәһе емерелеп төшкән, территорияһын сүп-сар баҫҡан. Был эштә урындағы халыҡ та, хатта Ҡариҙелдән килгән дин тотоусы ҡатындар ҙа ҡатнашты. Улар иконаларҙы емерелгән ғибәҙәтхананан эргәләге часовняға ташыны. Хәҙер Байҡыла священник юҡ.
       - Элек бында священниктар булғанда тирә-яҡ ауылдарҙан кешеләр килә торғайны, - ти Ҡариҙелдә йәшәүсе Ираида Федоровна Колоколова. - Хәҙер ҙә бына берәй священник ебәрһендәр ине, кешеләр теләп ғибәҙәтханаға йөрөй башларҙар ине. Сиркәүҙе тергеҙә башлаһалар, бөтә халыҡ ярҙам итер ине.
       Байҡы сиркәүе кеүек ғибәҙәтханалар 1812 йылғы Ватан һуғышында еңгәндән һуң төҙөлә. Был да 1820 йылда асыла һәм халыҡҡа тоғро хеҙмәт итә. Ә 1930 йылда уны емерәләр. Һуңынан комсомолдар был бинала клуб ойоштора. 90-сы йылдар башында бинаны яңынан епархияға ҡайтаралар, ләкин уны аяҡҡа баҫтырыуға бер ниндәй ҙә аҡса бүленмәй.
       Полосин район хакимиәте башлығы ҡатнашлығында сиркәүҙе тергеҙеүгә иҫәп асыуға һәм попечителдәр советы ойоштороуға ирешергә теләй. Өфөлә иҫәпкә аҡса күсерһендәр өсөн тейешле ойошмаларға мөрәжәғәт итергә кәрәк, тип иҫәпләй ул. Һәм ғибәҙәтхананы, бөтә православие ҡанундарын күҙәтеп, махсус өйрәнгән кешеләр аяҡҡа баҫтырырға тейеш, ә телеһә ниндәй шабашниктар түгел.
       Полосиндың инициативаһын Өфө архиепискобы ла, Стәрлетамаҡ Никоны ла хупланы.
       Балаларға килгәндә, был сәфәр уларға бик оҡшаны. Дөрөҫөн әйткәндә, уларҙы дин темаһы бигүк ҡыҙыҡһындырмай, әммә ҡайтырға сыҡҡас, бер тауыштан: "Виталий Тихонович, ә киләһе ялда ҡайҙа барабыҙ?" - тип һоранылар.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал