6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Һамарҙа еңдек, сиратта Мәскәүме?
19.10.07


       Уҙған аҙнала республикала байрам тантанаһы үтте. Ҡунаҡтар беҙгә бөтә Рәсәйҙән йыйылды. Йәштәрҙең үҙ сәбәптәре булды: Өфөләге дуҫтары менән осрашыу, концертҡа эләгеү, Башҡортостанды мөһим датаһы менән ҡотлау, башҡаларға күҙ һалыу, үҙен күрһәтеү.
       Ә был көндәрҙә беҙҙең "Миҙгел" КВН лигаһында уйнаусы Өфө кавээнсылары үҙҙәрен күрһәтеү һәм республика намыҫын яҡлау өсөн Һамар ҡалаһына барып ҡайтты. Тап 12 октябрҙә унда КВН- дың Һамар лигаһы ХХIV фестивале үтте. Беҙ, өфөләр, егеттәребеҙгә Республика көнөн бергә байрам итмәй, тыуған ҡалабыҙҙы ташлап киткәндәре өсөн һис тә үпкәләмәйбеҙ. Һамарҙан улар еңеп ҡайттылар бит!
       Кавээнсыларыбыҙ сәфәргә сентябрҙә үк әҙерләнә башланы. Мәсьәләгә бик яуаплы ҡаранылар. Был яңы ойошторолған "Миҙгел лигаһы йыйылма командаһы"ның беренсе сәфәре булды. Уның составына тамашасыларҙың һөйөүен яулаған, төрлө КВН командаларынан төп уйынсылар инде. Улар менән таныш булмаған ҡалаға Өфө КВН-ы легендаһына әйләнгән кешеләр ҙә барҙы. "Мәҙәк өсөн" ("Шутки ради") ижади берекмәһе директоры һәм "Миҙгел" КВН лигаһы етәксеһе Руслан Мохтаров һәм уның дуҫы, команда буйынса көрәштәше Ким Акатьев үҙҙәре "К-2" КВН командаһы сифатында Һамарҙы буйһондорорға барҙы. Ә "Миҙгел лигаһы йыйылма командаһы" составына "Мәҙәк өсөн" ижади берекмәһе директоры урынбаҫары Сергей Кутергин инде.
       Һамарға юл күңелле булды. Хәйер, кавээнсылар бергә йыйылһа, уйын-көлкө, шаярыу ғына көт инде. Төндө поезда үткәреп, Һамарға иртә менән килеп төштөләр. Көн буйына ашарға һәм ҡыҙыҡ нәмәләр эҙләп, ҡала буйлап ҡыҙырҙылар.
       - Һамарҙа беҙ күп ҡыҙыҡ һәм сәйер нәмәләр күрҙек, - тип һөйләй Сергей Кутергин. - Мәҫәлән, тик бутиктар, магазиндар һәм ресторандар ғына урынлашҡан ҡала уртаһында көтөлмәгәндә ярым емерек бина тап иттек, уны ни өсөндөр бик уҫал эт һаҡлай.
       Аҙаҡтан егеттәр Һамар өлкәһенең "Дзержинка" концерт залына юл тота. Был Һамар өлкәһе ҡала эске эштәр идаралығының мәҙәниәт үҙәге. КВН фестивале тап шунда үтте лә. Һамар һәм Өфө командаларынан тыш, Һарытау, Сызрань, Ырымбур, Тольятти ҡалаларынан да кавээнсылар килгәйне. Дөйөм алғанда, 20 команда булды.
       Ҡарап сыҡҡандан һуң өфөләргә фестивалде ябыуҙы ышанып тапшыралар. Билдәле булыуынса, аҙаҡҡы булып иң яҡшылар сығыш яһай. Әйтергә кәрәк, егеттәребеҙ һынатманы. "Миҙгел лигаһы йыйылма командаһы" еңеүселәр иҫәбендә булһа, "К-2" командаһы фестиваль Гран-прийына лайыҡ булды. Һамарҙың бер командаһы ла призерҙар иҫәбенә инмәне, фестивалдең бөтә төп наградалары Өфөгә, Ырымбурға һәм Һарытауға китте.
       Беҙ унда ҡатнашыусыларҙан үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
       Марина Мохтарова ("Мәҙәк өсөн"):
       - Командаларыбыҙ бушҡа ғына призлы урындар яуламаны, уларҙың материалы ысынлап та яҡшы булды. "К-2" командаһының сығышына Һамар тамашасылары хайран ҡалды. Беҙҙең командаларҙың кимәле күпкә юғары.
       Дмитрий Грищенко ("Блюхер урамы"):
       - Сәфәр бик уңышлы булды, Һамарға барып ҡайтыуыбыҙға һис тә үкенмәйбеҙ. Һамар тамашасыһы Өфөнөкөнән ныҡ айырыла, бында кешеләрҙең сифатлы юмор күрмәүе һиҙелеп тора.
       Егеттәрҙең фекерҙәре бына шундай. Иң мөһиме, хәҙер Һамарҙа Өфө юморының иң юғары наградаға лайыҡ булыуын белделәр. "Миҙгел лигаһы йыйылма командаһы" үҙен тағы күрһәтер, тип ышанабыҙ. Етмәһә, егеттәребеҙ Сочиға КВН командаларының сираттағы фестиваленә барырға йыйына бит.
       - Беҙ бик тә Өфөлә КВН-ға ярҙам итеүҙәрен теләр инек, башҡа ҡалаларҙағы кеүек, бағыусылар барлыҡҡа килһен, еңеүселәр дәртләндерелһен ине, - ти өмөтләнеп Сергей Кутергин.
       Беҙ ҙә уларҙың был теләгенә ҡушылабыҙ. Ә әлегә Өфөнөң КВН командалары "Миҙгел" лигаһының II асыҡ фестиваленә әҙерләнә, ҡайһы бер билдәле кавээнсылар (Руслан Мохтаров, Ким Акатьев, Тимур Ғәлиуллин, Антон Лебедев һәм Рәмил Әхтәриев) Мәскәүҙә "Ҡағиҙәһеҙ көлөү" тапшырыуын әҙерләүҙә ҡатнаша. Тимәк, тиҙҙән беҙ уларҙы телевизорҙан да күрәсәкбеҙ.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал