6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Ленин тарафынан Өфөгә ебәрелгән
19.10.07


       Өфөлә башҡаларынан әллә ни айырылып тормаған бер ағас йорт бар. Унда 1980 йылдың майында "Был йортта Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 1904 йылдан партия ағзаһы, Халыҡ-ара революция көрәшселәренә ярҙам ойошмаһы (МОПР) Үҙәк Комитетының бүлек мөдире Фотиева Лидия Александровна йәшәгән" тип яҙылған таҡтаташ ҡуйыла.
       Рәсәйҙәге революция хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы Лидия Фотиева (1881 йылдың 18 октябре - 1975 йылдың 25 авгусы) Башҡортостанда ике тапҡыр була.
       Лидия Александровна Рязанда тыуған. Гимназияны тамамлағас, Петербургҡа килә һәм ҡатын-ҡыҙҙар юғары уҡыу йортона - Бестужев курстарына уҡырға инә.
       20 йәшендә Фотиева революцион эшмәкәрлек менән шөғөлләнә башлай һәм самодержавиеға ҡаршы студенттар демонстрацияһында ҡатнашҡаны өсөн ҡулға алына һәм Пермға ебәрелә. Бында ул яңынан революцион хәрәкәткә ҡушыла һәм икенсе тапҡырына ҡулға алынып, төрмәгә ябыла.
       1904 йылдың йәйендә төрмәнән сыҡҡас, батша властары эҙәрлекләүҙәренән ҡасып, Лидия Александровна ялған документтар эшләтеп алып, йәшерен рәүештә сик аша сыға һәм Женеваға килеп эләгә. Бында ул листовкалар яҙа, эмигранттар араһында большевистик әҙәбиәт тарата.
       1905 йылда инде Фотиева Петербургта була. РСДРП Үҙәк Комитеты ҡушыуы буйынса завод эшселәре араһында пропаганда эше алып бара, Женевалағы сит ил үҙәге менән йәшерен бәйләнеш тота.
       Октябрь ҡораллы восстаниеһы алдынан ул "Победа" гәзите редакцияһында эшләй. Революциянан һуң тәүге көндәрҙә ҡайһы бер министрлыҡтарҙың элекке аппараты чиновниктарының башбаштаҡлыҡтарына ҡаршы көрәш алып бара.
       Уның биографияһы ваҡиғаларға бай.
       "Миңә Владимир Ильич Ленинды күреп-белеү генә түгел, Совет власы йылдарында биш йыл буйына уның туранан-тура етәкселеге аҫтында эшләргә тура килде. Был ҙур бәхет ине", - тип ғорурланып иҫкә ала ине Л.А. Фотиева.
       Ул Халыҡ Комиссарҙары Советы, Хеҙмәт һәм Оборона Советы секретары һәм бер үк ваҡытта В.И. Лениндың шәхси секретары булып эшләүен күҙ уңында тота.
       Лидия Александровнаға һәм уның ҙур, яуаплы эшенә Ленин ихтирам менән ҡарай, уның һаулығы тураһында хәстәрлек күрә. 1919 йылдың көҙөндә Л.А. Фотиева ауырып китә. Уны дауаланырға һәм ял итергә Өфөгә ебәрәләр. Ләкин уны "һөргөнгә" ебәрер алдынан Ленин 28 октябрҙә Өфө губернаһының аҙыҡ-түлек комиссары Михаил Котомкинға хат ебәрә:
       "...Һеҙгә бер үтенес менән мөрәжәғәт итергә рөхсәт итегеҙ. Өфөгә Халыҡ Комиссарҙары Советы секретары Лидия Александровна Фотиева бара. Ул ныҡ сирләй. Дауалауға һәм айырыуса яҡшы ашатыуға мохтаж, юҡһа, ул эшкә һәләтһеҙ буласаҡ. Ә секретарь булараҡ ул беҙгә бик кәрәк. Мин һеҙҙән Л.А. Фотиеваны урынлаштырыу һәм ашатыуҙы ойоштороуҙа ярҙам итеү өсөн бөтә саралар күреүегеҙҙе үтенеп һорайым.
       Был хатты алыуығыҙ тураһында миңә хәбәр итегеҙ.
       Һеҙгә алдан рәхмәт белдерәм һәм иптәштәрсә сәләм ебәрәм".
       Ул ғына етмәй, Ленин Өфө губернаһының әҙерләүҙәр бүлеге етәксеһе Вячеслав Кугушевҡа ла ошондай уҡ йөкмәткеле хат ебәрә.
       Дауаланғас, Лидия Александровна Мәскәүгә эшкә китергә ашҡына башлай. Ләкин Өфө "һөргөнөнән" ҡотолоу бик еңелдән булмай. Өфөгә Лениндан "Фотиеваға беренсе ғинуарҙан да алда сығыу тыйыла" тигән ҡәтғи телеграмма килә.
       Өфөнән ҡайтҡас, Л.А. Фотиева эшләүен дауам итә. Ленин һуңғы мәҡәләләрен уға әйтеп тороп яҙҙыра: был ваҡытҡа ул үҙе ручка тота алмай.
       Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында "Тарихтан бер көн" геройы Өфөгә килеп урынлаша. Совет урамындағы 10-сы йортта йәшәй.
       1967 һәм 1973 йылдарҙа "В.И. Ленин һәм Башҡортостан" йыйынтығы өсөн материалдар йыйған ваҡытта миңә Мәскәүҙә Фотиеваның фатирында ике тапҡыр булыу бәхете тейҙе. Лидия Александровна иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, Владимир Ильичтың республикала булыуы тураһында байтаҡ нәмәләр һөйләне.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал