6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Ⱥòèñàä // Ñàóƒà

Бөгөн бизнес ҡулланыусының мәнфәғәтен ҡайғыртмай
18.10.07


       Аҙыҡ-түлек хаҡтарының кимәле - парадоксаль күренеш. Әгәр ул түбән булһа, кешеләр "Осһоҙ саҡта алып ҡалайыҡ!" тигән ҡараштан, кәрәкме-кәрәкмәйме, бөтәһен дә һатып алырға тотона. Ә инде юғары булһа, тағы ла магазинға йүгерә, йәнәһе, "Ҡиммәт, тағы ла ҡиммәтәймәҫ борон - алырға кәрәк!"
       Рәсәй халҡының был психологияһын үҙ файҙаңа бороу бик еңел - тарихыбыҙҙа бындай миҫалдар етерлек. Бына күптән түгел тоҙға хаҡтар менән шулай булды - кешеләр ҡиммәт хаҡҡа был продуктты күпләп һатып алды ла, аҙаҡтан ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Һатыусылар ул саҡта ҙур килем алды, ә граждандар - йыллыҡ тоҙ запасы... Ғөмүмән, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та...
       Бына тағы илебеҙҙең аҙыҡ-түлек баҙарҙарындағы әлеге хәл уйланырға мәжбүр итә - бер-ике аҙна эсендә бөтә төп аҙыҡ-түлеккә - икмәк, һөт, сыр, йомортҡа, аҡ май һәм көнбағыш майы - хаҡтар ҡапыл күтәрелде. Кешеләр хафаланып, әллә шаярып, әллә етди, бер-береһенән "запасҡа алып ҡуйыу кәрәкмәйме икән? Бәлки, тағы ҡиммәтәйер?" тип һораша башланы.
       Был хәл айҡанлы Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева бына нимәләр һөйләне.
       - Ысынлап та, баҙарҙа хәл ҡатмарлашты. Бының эске, шулай уҡ тышҡы сәбәптәре лә бар.
       Беренсенән, донъя баҙарҙары үҙгәрҙе. Ә аҙыҡ-түлек баҙары бөгөн - берҙәм сауҙа майҙаны булыу сәбәпле, үҙгәрештәр беҙҙең дәүләтебеҙҙә лә сағылды. Хәҙер хәлде тотороҡландырыу өсөн Рәсәй хөкүмәте индереү пошлиналарын кәметеү өҫтөндә эшләй. Һөҙөмтәлә продукция күбәйәсәк, конкуренция күтәреләсәк һәм, һөҙөмтә булараҡ, хаҡтар кимәле төшәсәк.
       Эске сәбәптәргә килгәндә, һүҙ бында, әлбиттә, үҙ продукцияһына хаҡтарҙы нигеҙһеҙ күтәреүсе эре предприятие- монополистарҙың тәртибе тураһында бара.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн бизнес ҡулланыусының мәнфәғәтен ҡайғыртмай. Мәҫәлән, быйыл июлдән беҙ республиканың икмәк етештереү предприятиелары менән эшләнек. Улар баҙарҙа төп урын биләүҙәрен аңлап, бының менән самаһыҙ файҙаланырға маташты. Уларҙың эшендә беҙ конкуренция тураһында законды күрәләтә боҙоуҙарын асыҡланыҡ һәм монополияға ҡаршы закон боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында тейешле күрһәтмәләр бирҙек.
       Хәҙер беҙ үҫемлек майы баҙарын өйрәнәбеҙ - һуңғы бер нисә аҙнала был продуктҡа хаҡтар ныҡ күтәрелде.
       Проблема бында шуға ҡайтып ҡала - беҙ бындай предприятиеларға, үҙ тауарҙарын түбән хаҡ менән һатырға мәжбүр итеү кеүек, ҡаты, тыйыу саралары ҡуллана алмайбыҙ. Был осраҡта тауар һуңғы ҡулланыусыға тиклем барып етмәйәсәк, ә алыпһатарҙар ҡулына эләгеп, баҙарға барыбер юғары хаҡ менән әйләнеп ҡайтасаҡ. Бынан, әлеге лә баяғы, ҡулланыусы зыян күрә. Шуға күрә беҙҙең бурыс - намыҫлы, конкуренциялы бизнесты үҫтереү өсөн шарттар булдырыу.
       Аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҫеүенең тышҡы сәбәптәре тураһында БР Ауыл хужалығы министрлығының аҙыҡ-түлек баҙарҙарын һәм тармаҡ союздары менән бәйләнеште көйләү бүлеге начальнигы Фларис Шәйхетдинов һөйләне.
       - Бөгөн Рәсәйҙә барған хәлдәр - донъя тенденцияһы, - тип раҫланы ул. - Берҙәм иҡтисади майҙан булдырылған. Һәм нимәне лә булһа ла "тыйыу" сараһы күрергә ярамай - был кире эҙемтәләргә килтерәсәк. Шуға күрә хәҙер федераль кимәлдә әлеге хәлде тотороҡландырыу буйынса эш алып барыла. Айырым алғанда, милли сауҙаны донъя аҙыҡ-түлек баҙарындағы тайпылыштарҙан яҡлау саралары күреләсәк.
       Беҙҙең республикаға килгәндә, Башҡортостанда дефицит юҡ, тип белдерҙе Фларис Шәйхетдинов.
       - Беҙҙә үҙ сеймалыбыҙ - иген, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө - етерлек күләмдә үҫтерелгән, - тине ул. - Тиҙҙән аҙыҡ-түлеккә хаҡтар тирәләй ажиотаж кәмер, тип уйлайым. Етмәһә, был ажиотаждың сәбәптәре иҡтисади ғына түгел, сәйәси ҙә бит.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал