6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Уланованың өндәшмәүендә Өфөнөң "театр һөйөүсеһе" ғәйеплеме?
03.07.07


       СССР-ҙың халыҡ артисы, һуңынан ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы бөйөк рус балеринаһы Галина Сергеевна Уланованың Өфөләге гастролдәре 1952 йылдың 3 июлендә тамамланғайны.
       Гастролдәр ҡыҫҡа ваҡытлы ғына булды, сөнки Уланова ул саҡта СССР-ҙың Ҙур театры менән бергә Куйбышевта сығыш яһай ине. Был турала белгәс, Башҡортостан опера һәм балет театры (хәҙерге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры) Галина Сергеевнаны Өфөгә саҡырҙы.
       Галина Уланова беҙҙә үҙенең иң танылған партияларының береһе - Борис Асафьевтың "Баҡсаһарай фонтаны"нда Марияны бейене. Уның партнеры данлыҡлы Юрий Жданов (Вацлав) булды, ә Зарема ролен театрыбыҙҙың ул саҡтағы төп балеринаһы, СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Зәйтүнә Насретдинова башҡарҙы.
       Галина Сергеевна өфөләрҙе үҙенә башҡа башҡарыу стиле менән таң ҡалдырҙы, унда һыҙаттар сафлығы, хистәр йөрәкһеүе, лиризм һәм аһәңлелек бергә ҡушылғайны.
       Галина Уланованың ул саҡта ниндәй булыуы хаҡында танылған оҫта Моисей Каппельбаумдың фотопортреты буйынса фекер йөрөтөргә мөмкин. Өфөләрҙең бик аҙҙары ғына мәшһүр балеринаны күреү бәхетенә ирешә, әммә фотография уның образын күҙ алдына килтерергә ярҙам итә.
       2004 йылда Мәскәүҙә бөйөк балеринаның хәтерләүҙәренән төҙөлгән "Галина Уланова: "Мин бейергә теләмәгәйнем" (Галина Уланова: "Я не хотела танцевать...") тигән тәүге китап сыға. Китапта уның Өфөләге сығышы телгә алынмай: бындай эпизодтар уның ижади тормошонда күп була.
       1928 йылдан Галина Уланова Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театрында сығыш яһай, 1944-1960 йылдарҙа - СССР-ҙың Ҙур театрында. 1929 йылда уның беренсе төп партияһы - Петр Чайковскийҙың "Аҡҡош күле"ндә Одетта- Одиллия - Уланова өсөн бик мөһим була. Һуңынан Чайковскийҙың "Щелкунчигында" Маша, "Ромео һәм Джульетта"ла Джульетта, Прокофьев балеттарында Золушка. 1960 йылда ғына ул сәхнәнән китә һәм Ҙур театрҙа балетмейстер-репетитор булып эшләй башлай.
       Йәш Уланова бәхетле була. Әсәһе, Ленинград хореография учлищеһы педагогы Мария Романова, атаһы, театр режиссеры Сергей Николаевич һәр ваҡыт уның эргәһендә була.
       "Әлбиттә, атайымдың эргәлә булыуы минең өсөн бик мөһим булды. Унһыҙ мин ҡурҡышымдан ҡалтырап төшөр инем. Ләкин ул бер ваҡытта ла мине айырып ҡараманы, театрҙа миңә һәр ваҡыт, башҡаларға өндәшкән кеүек, "һеҙ" тип өндәште. Был вайымһыҙлыҡтан түгел, ә эске дисциплинанан, театр культураһынан ине. Әсәйем минең бөтә сығыштарымды артистар ложаһынан тороп ҡараны..."
       Галина Уланованың әсәһе Мария Федоровна Өфөнән Гүзәл Сөләймәнова өсөн дә борсолған, уның тәүге уңыштарына ҡыуанған. Театрыбыҙҙың танылған балеринаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гүзәл Ғәли ҡыҙы 1936-1947 йылдарҙа Ленинград хореография училищеһында педагог Мария Романовала шөғөлләнә. Гүзәл Сөләймәнованың дебюты 1945 йылда була. Ул "Баҡсаһарай фонтаны" балетында Мария партияһын башҡара. Ә ете йылдан Гүзәл туған театры сәхнәһендә бөйөк балерина Уланованы ошо уҡ партияла күрә. Был бынан 55 йыл элек була.
       Өфөнөң театраль тормошондағы был ваҡиғаны гәзиттәребеҙ нисек билдәләгән һуң? "Советская Башкирия" гәзитенең июль номерҙарын күтәрәм. 1 июль һанындағы гәзиттең "Бөгөн театрҙарҙа һәм киноларҙа" бүлегендә иғлан:
       "Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры - ССР Союзының Ленин орденлы дәүләт Академия Ҙур театры солисы, СССР-ҙың халыҡ артисткаһы, Сталин премияһы лауреаты Галина Уланова менән артист Леонид Ждановтың гастролдәре - "Баҡсаһарай фонтаны" балеты, Мария - Г.Уланова, Вацлав - Л.Жданов".
       Гәзит, балет артисы Юрий Ждановты Леонид тип атап, оятҡа ҡала. Етмәһә, спектаклдән һуң Уланованың талантына табыныусылар уны алҡыштар һәм сәскәләр менән ҡаршы алыу өсөн театр ишеге алдына йыйылып торғанда әкәмәт хәл була. Өлкән йәштәге бер танышым һөйләүенсә, Уланова менән Жданов урамға килеп сыҡҡас та иҫерек бер "театрал" балет артисы Юрий Ждановты ул саҡтағы популяр йырсы Александрович менән бутай һәм урам ярып: "Браво, Александрович!" тип ҡысҡыра.
       "Советская Башкирия"ла иртәгәһенә лә Уланова менән ниндәй ҙә булһа йылы әңгәмә йәки интервью булмай. 2 июлдә ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт баҫҡандар:
       "Г.С. Уланова гастролдәре.
       Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә тәүге тапҡыр гастролгә ССР Союзының Ленин орденлы дәүләт Академия Ҙур театры балет солисы, СССР-ҙың халыҡ артисткаһы, Сталин премияһы лауреаты Галина Сергеевна Уланова үҙенең партнеры Юрий Жданов менән килде.
       Уланованың килеүе - Башҡортостан баш ҡалаһының мәҙәни тормошонда ҙур ваҡиға".

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал