6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Сәфәрҙәр һәм делегациялар

Башҡортостан Мәскәүҙе таң ҡалдырҙы
03.07.07


       Мәскәүҙәге башҡорт диаспораһы тағы бер кешегә тулыланды - Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәрен байрам иткәндә был турала баш ҡала мэры Юрий Лужков үҙе хәбәр итте. "Мин дә башҡорт диаспораһы вәкиле, һәм был сер түгел, - тине Юрий Михайлович "Новая опера" театрында сараны рәсми асыу ваҡытында. - Минең әсәйем сығышы менән республиканың Ҡалтасы районынан, һәм ул һәр ваҡыт был ерҙе маҡтап, һағынып иҫкә алды, миңә лә Башҡортостанды яратырға һәм ҡәҙер итергә васыят әйтеп ҡалдырҙы". Алға китеп әйтеп уҙайым, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығы билдәһе аҫтында үткән тантаналарҙың кимәленә ҡарап фекер йөрөткәндә, баш ҡала мэры әсәһенең теләген тулыһынса үтәй. Ә Юрий Михайловичтың саф башҡорт телендә сәләмләүен халыҡ алҡыштар менән ҡаршы алды. "Дөрөҫ һөйләйемме?" - тип һораны ул Мортаза Ғөбәйҙулла улынан. "Хатта мин улай тип әйтә алмаҫ инем", - тип тынысландырҙы уны БР Президенты.
       Йәйҙең ике айы араһында - 30 июндә һәм 1 июлдә - Мәскәү Башҡортостанды ҡаршыланы. БР Президенты Мортаза Рәхимов етәкселегендәге рәсми делегация, эшлекле даирәләр вәкилдәре, артистар, спортсылар, матбуғат вәкилдәре - республиканан ҙур десант Мәскәү аэропорттарына килеп төштө.
       Шул уҡ ваҡытта Рәсәй баш ҡалаһына традицион һабантуйҙа үҙ төбәген лайыҡлы күрһәтеү өсөн сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары, һөнәрселәр, район хужалыҡтары ла килеп етте.
       Тантана Ҡыҙыл майҙанда Минин һәм Пожарский һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Һуңынан Мәскәүҙең "Малый манеж" дәүләт күргәҙмәләр залында Башҡортостан Республикаһы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе асылды.
       "Күргәҙмә менән танышҡас, миндә шундай фекер тыуҙы - Рәсәй үҙенең составында Башҡортостан кеүек төбәк булыуы менән генә лә бай, - тине Мәскәүҙең вице-мэры Валерий Виноградов. - Төбәгегеҙ тәбиғи ресурстары менән генә айырылып тормай, күп эштәр бит кешеләрегеҙ ҡулдары менән башҡарыла. Республика халҡының тарихы, мәҙәниәте, ижады ла хайран итерлек. Ләкин мине ғәжәпләндергән иң мөһиме - төбәк етәкселәренең республикаға оло һөйөү һәм етди иғтибар менән ҡарауы.
       "Новая опера" театры сәхнәһендә республиканың танылған коллективтары ҡуйған гала-концерт тәүге көндәге тантаналарҙың юғары нөктәһе булды. Һуңынан "Эрмитаж" баҡсаһында тантаналы ҡабул итеү үткәрелде. Башҡортостандан делегацияны тәбрикләргә Рәсәйҙең бойондороҡһоҙ профсоюздар Федерацияһы рәйесе Михаил Шмаков, Дәүләт Думаһы депутаттары Артур Чилингаров менән Владимир Жириновский һәм башҡалар килде.
       Бынан 450 йыл элек булған ваҡиғаның мөһимлеген билдәләп, Мәскәү мэры Юрий Лужков: "Ул саҡта Мәскәүгә килгән был прогрессив кешеләр башҡорт халҡының киләсәге нисек һалынырын яҡшы аңлаған. Был ҡыйыу, аҡыллы, өмөтлө аҙым. Рәсәй ауыр хәлдәргә тарыған саҡта башҡорттар һәм ваҡыт илдең ышаныслы терәге булды. Бөгөн дә республика бөйөк Рәсәйебеҙҙең ҡеүәтен нығытыу эшенә тос өлөш индерә".
       Хәтергә төшөрөп үтәйек, 1997 йылда Мәскәүҙә тәүге тапҡыр Башҡортостан Республикаһы көндәре үткәрелде һәм шул саҡта уҡ ике төбәк, дуҫлашыу һәм хеҙмәттәшлек итеү ниәтен раҫлап, договор төҙөштө. Быйыл ул сираттағы ун йыллыҡҡа оҙайтылды. Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында Договорға ҡул ҡуйыу тантанаһы 1 июлдә Мәскәү Хөкүмәтенең Аҡ залында үтте.
       Шул уҡ көндө "Битца" ат спорты комплексында һабантуй үтте, унда 200 меңгә яҡын кеше ҡатнашты. 50 гектар майҙанда ауыл тормошоноң бөтә атрибуттары - мал-тыуарлы ҡуралары, ҡоҙоҡтары, өйҙәре, тирмәләре менән ысын этнографик ауыл урынлаштырылғайны.
       Шунда уҡ ярыштар, ат сабыштары, халыҡ уйындары һәм мәҙәктәр ойошторолдо. Уларҙа республикабыҙ халҡы айырылып торҙо. Башҡортостан Президенты призына көрәштә Стәрлетамаҡтан спортсы Юрий Сабанов еңде һәм өр-яңы "Жигули" автомобиленә эйә булды.
       Баш ҡалалағы байрам иҫ киткес матур үтте. Дөрөҫ, юғары ҡунаҡтар байрам майҙанына килгәс тә ҡойоп ямғыр яуып ебәрҙе, әммә ул планлаштырылған ваҡиғалар барышына бер нисек тә йоғонто яһаманы. Етмәһә, халыҡ һынамыштары буйынса, ниндәйҙер мөһим эш барышында ямғыр яуһа, уңышҡа, тиҙәр бит.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал