6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Андрей Шаронов:"Реформаға һылтан"
02.07.07


       Илдә реформалар артҡандан-арта. Айырыуса иҡтисадта үҙгәрештәр күҙгә күренерлек, социаль өлкәлә - кәмерәк, административ өлкәлә иһә бөтөнләй һиҙелмәй. Башланған объекттарға күҙ һалып ҡына ла иҡтисад секторының ни тиклем ҙур икәнен аңлайһың.
       "БАШвестЪ"а ил иҡтисадының "үҫеш нөктәләре" темаһына РФ иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министры, статс-секретарь Андрей Шаронов үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша:
       - Әгәр беҙҙең иң яңы тарихыбыҙҙы 1991 йылдан алһаҡ, иң насар, 1998, йылда беҙ Эске тулайым продукттың (ВВП) өстән ике өлөшөнә аҫҡа "төштөк". 2006 йылда беҙ тәүге тапҡыр 1991 йылғы номиналь ВВП-ны сағыштырмаса хаҡтарҙа күтәрҙек. Әйтергә кәрәк, аҡсалата сағылышта был кимәл иҡтисадтың бөтөнләй башҡа структураһына нигеҙләнә. Унда етештерелгән, әммә бер кемгә лә кәрәк булмаған тауарҙар күпкә аҙыраҡ. Беҙҙә бөгөн ике үҫеш двигателе - ваҡлап һатыу һәм төп капиталға инвестициялар.
       - Андрей Владимирович, шулай ҙа нимәлер эшләргә, нимәнелер үҙгәртергә кәрәктер бит...
       - 2005 йылдан хөкүмәт 2006 йылдан һуңғы һөҙөмтәгә әйләнәсәк инструменттар линейкаһын тәҡдим итте. Иң элек, был Инвестициялар фонды - федераль бюджеттың айырым өлөшө, ул былтыр 70 миллиард һум тәшкил итте. Быйыл - 90 миллиард тирәһе. Улар етди иҡтисади, социаль һөҙөмтәләр бирә.
       - Инвестициялар фонды эшләй башлағанға тиклем икенсе үҫеш инструменты - айырым иҡтисади зоналар - таралғайны. Улар көтөлгән һөҙөмтә бирҙеме?
       - Улар бер нисә типта. Бөгөн өс техник-индереү зонаһы (Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Томскиҙа) һәм ике сәнәғәт- производство зонаһы (Татарстанда, Липецкиҙа) ғәмәлдә. Конкурста 70-кә яҡын проект ҡатнашты, шул иҫәптән Башҡортостан да, әммә алтауы ғына еңде.
       - Рәсәйҙә етештерелмәгән технологик ҡорамалдарға таможня льготаһын бөтөрөү кеүек файҙалы новациянан тыш, беҙҙе иң элек юғары технологияларҙы дәртләндереүсе элементтар ҡыҙыҡһындыра. Башҡортостан - күп ятҡылыҡтары аҙағына тиклем эшкәртелгән нефть табыу райондарының береһе. Беҙгә ни эшләргә?
       - Новациялар энергия ресурстары табыу кеүек традицион өлкәгә ҡағылған осраҡта, улар беҙгә бизнесты яңы, уның өсөн традицион булмаған төбәктәргә күсереү күҙлегенән мөһим. Әлегә был - Көнсығыш Себер. Үҙ ресурсын эшкәртеп бөткән бөтә ятҡылыҡтар өсөн коэффициент кәмей, һалым да кәметелә. Башҡортостан өсөн бына шул актуаль.
       - Бөгөнгө Иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрлығының реформаторлыҡ башланғыстарында иң үҙенсәлеклеһе нимә һуң?
       - Һис шикһеҙ, был яңы барлыҡҡа килгән Рәсәй венчур компанияһы. Ул ярты триллион һумлыҡ устав капиталы менән тулыһынса дәүләт милкендә. Йәғни был шәхси инвестор менән бергә ябыҡ пай инвестиция фондтарын (ПИФ) финанслау, капиталлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән фондтар фонды. Һуңғыһына - 51 проценты тейергә тейеш, ә дәүләт компанияһына - 49. Улар, үҙ сиратында, юғары перспективалы фәнни эшкәртмәләргә эйә булған бәләкәй инновацион компанияларҙы һатып аласаҡ. Беренсе конкурс һөҙөмтәһендә беҙ 13 заявка алдыҡ, 12-һен үткәрҙек, береһен талаптарға тап килмәү арҡаһында кире ҡаҡтыҡ. Өсөһөн һайлап алдыҡ - улар устав капиталына дүрт миллиард һум тирәһе аҡса аласаҡ, аҙыраҡ үҙ аҡсаларын һалып, өс ябыҡ ПИФ ойошторасаҡ, улар 10 йыл тирәһе 8-12 инновация компанияһын финанслаясаҡ. Бына шул саҡта был фондтар ябыҡ булырға, ә аҡса минималь килем менән федераль бюджетҡа ҡайтарылырға тейеш.
       - Андрей Владимирович, һәр министрлыҡтың үҙ бюджеты булыу нормаль күренешме?
       - Ысынында конкуренцияның бер кемгә лә зыяны тейгәне юҡ. Беҙ Региональ үҫеш министрлығы менән аҡсаны бер үк нәмәгә алмайбыҙ бит. Был министрлыҡ ҡаҙнаһы түгел, ә федераль бюджет.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал