6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Вуз тип аталыу хоҡуғы өсөн
02.07.07


       Рәсәйҙең бай тарихлы элекке университеттары һәм күптән түгел барлыҡҡа килгән вуздар тура мәғәнәһендә үҙ исемен яҡлау кәрәклеге менән бәрелеште. Сөнки Мәғариф өлкәһендә күҙәтеүҙәр буйынса федераль хеҙмәт былтыр юғары уҡыу йорттарын аккредитациялауҙың яңы критерийҙарын раҫланы.
       БР Мәғариф министрлығы хеҙмәткәре Владимир Борисов әйтеүенсә, яңы документ университеттарҙың ғилми хеҙмәткәрлегенә, матди-техник базаһына, вузда тәрбиә эшенә һәм медицина яғынан хеҙмәтләндеүгә талапты арттыра.
       - Бөтә вуздар Мәғариф өлкәһендә надзор буйынса федераль хеҙмәт аша дәүләт аккредитацияһы үтә, республикабыҙ юғары уҡыу йорттары ла бынан ситтә ҡалмай, - тине Владимир Анатольевич. - Вуздарҙа аккредитация үткәреү срогы элеккесә ҡалды, ә шарттары үҙгәрҙе. Хәҙер вуз статусы алыу өсөн белем биреү учреждениеһы тамамлаусыларҙың әҙерлек сифатына тап килеүгә экспертиза үтергә тейеш.
       Белеүемсә, һуңғы 2,5-3 йыл эсендә республика вуздары араһында Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Шолохов исемендәге институттың Стәрлетамаҡтағы филиалы, Магнитогорск техник университетының Белорет филиалы, Һамар дәүләт бәйләнеш юлдары академияһының Өфө филиалы, ВЭГУ аккредитация үтте. Башҡа вуздарҙың аккредитация срогы үтмәгән әле.
       Яңы талаптар буйынса теге йәки был вуздың академик кимәлен баһалағанда биш предмет буйына күрһәткестәр иҫәпкә алынасаҡ, айырым алғанда, уҡыусыларҙы әҙерләү йүнәлештәренең иҫәбе, вуздан һуң һәм өҫтәмә профессиональ белем биреү программалары буйынса уҡыуҙы дауам итеү мөмкинлеге, ғилми-техник эшмәкәрлек һәм уның һөҙөмтәлелеге, профессор-уҡытыусылар составының квалификацияһы һәм методик эше.
       Вузға университет статусы алыу өсөн йөҙ студентҡа дүрт аспирант булырға тейеш, ә академияға икәү ҙә етә. Университет кәмендә ете йүнәлеш буйынса студенттар әҙерләргә һәм шуларҙың бишәүе буйынса ғилми тикшеренеүҙәр алып барырға тейеш. Университет өсөн ғилми тикшеренеүҙәрҙе финанслау күләме йылына уртаса 10 миллион һум, академия өсөн - кәмендә биш миллион, ә институт өсөн 1,5 миллион һум тәшкил итергә тейеш.
       Юғары уҡыу йорто уҡытыусыларының квалификацияһын күтәреүгә лә талаптар ҡуйылды. Штатлы ғилми хеҙмәткәрҙәр һәм педагогтар шулай уҡ диссертация яҡларға тейеш. Университеттарҙа һәм академияларҙа биш йылда йөҙ кешегә кәмендә өс диссертация яҡланырға тейеш, институтта - берәү.
       Университет һәм академияла уҡытыусыларҙың кәмендә ун проценты фән докторҙары йәки профессорҙар булырға тейеш. Институт өсөн был күрһәткес 8,5 процент кимәлендә билдәләнгән.
       Мәғариф өлкәһендә надзор етәксеһе Виктор Болотов фекеренсә, "юғары белемдә таҙартыу" үткәреү үҙен бик тә аҡлай, сөнки Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа "сифатлы уҡытыуҙы түгел, ә аҡсаға диплом биреүҙе маҡсат итеп ҡуйған университеттар һәм академиялар сиктән тыш күбәйҙе". Шул уҡ ваҡытта ватан университеттарының 30-ы ғына үҙ исеменә ысын мәғәнәһендә дәғүә итә ала, һәм тап уларға аккредитация үткәс, дәүләт бюджетынан өҫтәмә финанслау бүлеү тәҡдим ителә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал