6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Персона

Журналистика - һөнәр түгел, ә йәшәү рәүеше
02.07.07


       Өфө журналистары менән Владимир Познер осрашты... Уның менән таныштырып тороуҙың кәрәге юҡ, уны барыһы ла белә. Ватан журналистикаһында киң танылыу яулаған кеше бер кемдән дә һәм бер нәмәнән дә ҡурҡмай...
       - Журналистика - һөнәр түгел. Ул йәшәү рәүеше, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Владимирович. - Журналист - ул насар нәмәгә өрөүсе эт кеүек. Яҡшы нәмәләр тураһында унһыҙ ҙа әйтерҙәр.
       Хәҙер, иҡтисади яҡтан мохтажлығым булмағас, мин эшемде юғалтыуҙан ҡурҡмайым.
       Күпме пенсия алаһығыҙ, тигән һорауға Владимир Познер, ул аҙ ғына пенсияны бер ваҡытта ла алғаным юҡ, шунда уҡ балалар йорттарының береһенең иҫәбенә күсерә барырға ҡуштым, тип яуап бирҙе.
       Төбәк телевидениеһының сифаты тураһында һүҙ сыҡҡас, Владимир Владимирович, төбәк телевидениеһының кимәле үҫте, тине. Әммә тележурналистың күҙҙәрендә ҡыҙыҡһыныу булмау - ул иң ҙур юғалтыу. Алып барыусының күҙҙәрендә осҡон юҡ. Ул журналист йөкләмәһен үтәй генә. Һөнәргә ихтирам юғалыуы бик үкенесле хәл.
       - Журналистикала ҡайһы бер нәмәләргә ҡуянды ла өйрәтергә мөмкин. Ә бына тамашасыла/уҡыусыла яуап осҡоно тоҡандырыуға, ҡаралған проблемаға ҡыҙыҡһыныу уятырға һәр кем һәләтле түгел.
       - Владимир Познерҙың бөтә ваҡытын һәм көсөн биреп эшләгән һуңғы проекттарының береһе - "Йәшәй торған саҡ!" телемарафоны.
       "Йәшәй торған саҡ!" - ул ВИЧ инфекцияһы йоҡтороусыларҙың, медиктарҙың, урындағы власть, коммерция булмаған ойошма һәм матбуғат вәкилдәренең осрашыу урыны.
       Телемарафонды ойоштороусыларҙың фекеренсә, рәсәйҙәргә үлемесле ҡурҡыныс сир тураһында мәғлүмәт үтә мөһим. Бөгөн илдә ВИЧ инфекцияһы йөрөтөүселәрҙең "рәсми" һаны 400 мең иҫәпләнә. Был һанды кәмендә өскә ҡабатларға кәрәк, тиҙәр. Бөтә ил халҡының бер проценттан ашыуы килеп сыға.
       ВИЧ - Рәсәйҙә демографик шарттарға, тимәк, ҡораллы ресурстарыбыҙға һәм эшсе кадрҙарға етди йоғонто яһаусы проблема. Проблема йәмғиәттең ВИЧ инфекцияһы йөрөтөүселәргә мөнәсәбәте менән тағы ла ҡатмарлаша. Уларҙы йәмғиәт өсөн хәүефле кешеләр итеп ҡабул итә башлайҙар, хатта ҡайһы бер ерҙәрҙә фатирҙарын яндырып ебәрәләр.
       Һөҙөмтәлә кешеләр ВИЧ-ҡа тикшерелергә барырға, үҙенең сир статусы тураһында белдерергә ҡурҡа. Улар үҙҙәрен эштән ҡыуырҙар, ә балаларын балалар баҡсаһына йәки мәктәпкә индермәҫтәр, тип ҡурҡа.
       Киң мәғлүмәт сараларының маҡсаты бер - обывателде үлемесле сиргә тарыусылар менән уртаҡ тел табырға өйрәтеү, аңлатыу, - тип иҫәпләй Владимир Познер. - Кешеләр ВИЧ-тың серәкәй тешләүе, күрешеү йәки үбешеү аша йоҡмауын белергә тейеш.
       Ни өсөн уның тап ВИЧ проблемаһы менән шөғөлләнергә ҡарар итеүе тураһында һорағас, Познер:
       - Миңә ниндәйҙер ҙур яҡшылыҡ эшләй алырым кеүек тойолдо, - тине Владимир Владимирович. - Рак кеүек ауырыуҙарға ҡаршы тороп булмай инде. Ә ВИЧ - ул бөтөнләй башҡа. Мин Аллаға ышанмайым. Тамуҡ йәки ожмах булыуына ышанмайым. Ләкин әгәр улар бар икән, бер яҡшылыҡ эшләйһе ине. Бәлки, кәрәге тейер, - тип шаярып һүҙен йомғаҡланы Познер.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал