6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Байрамдар

"Тамыр" тамашасылары - бәләкәстәр һәм үҫмерҙәр
24.02.04


       Бала һәм үҫмер саҡта ҡараған тапшырыуҙар хәтерҙә оҙаҡ һа ҡлана. "Тыныс йоҡо кескәйҙәр", "Әкиәттә ҡунаҡта", АБВГДейка" , "16 йәшкә тиклем һәм унан өлкән", "Марафон - 15", "Башня" һәм башҡаларҙы ғына хәтергә төшөрәйек... Уларҙың ҡайһылары ү ҙ эшен туҡтатты, ә бәғзеләре әле лә бала - сағаны ҡыуандырыу ын дауам итә. Беҙең республикала балалар аудиторияһының иң я ратҡан телерадиостудияһы "Тамыр" март айында үҙенең 12 йыллы ғын билдәләй. Әйткәндәй, мосолман календаре буйынса 12 йыл б әләкәй быуат тигәнде аңлата. Был ваҡыт эсендә "Тамыр" ҙур те лерадиоструктураға әүерелеп, аҙнаһына балалар һәм үҫмерҙәр ө сөн 18 - радио буйынса һигеҙ һәм телевидениенан ун - тапшыры у әҙерләй башланы.
       "Тай - тулаҡ", "Артылыш", "Телекомпас" телетапшырыуҙарын рекламалау кәрәкмәй, йәштәр уларҙы былай ҙа оло теләк менән ҡарай. "Сулпыларҙы" ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай. Б ашҡорт эстрадаһының күп кенә йондоҙҙары тәүге аҙымдарын ошо тапшырыуҙан башланы, Гөлсөм Бикбулатова, Айгөл Нәбиуллина, И ндира Арыҫланова, Марсель Ҡотоев, Зөлхизә Илбәкованың сәхнә юлына "Сулпыларҙа" нигеҙ һалынды.
       Йоҡларға ятыр алдынан бәләкәстәр, әлбиттә, "Сәңгелдәк" та пшырыуын көтә. Рус тапшырыуынан айырмалы рәүештә бында Хрюша
       менән Степашка урынына балалар үҙҙәре төп ролдә. Тапшырыу б ашҡорт телендә барһа ла, уны башҡа милләт балалары ла бик те ләп ҡарай. Быны аҙна һайын телестудияға килгән хаттар ҙа раҫ лай.
       Балалар менән эшләүҙең төп принцибы, "Тамыр" телерадиост удияһы директоры Гөлназ Ҡолһарина һүҙҙәре буйынса, иң башта улаҙы хөрмәт итеүҙә. "Балаларҙы аңларға беҙҙе ЛуизаАзаматовн а Фархшатова өйрәтте ( әлеге ваҡытта "Башҡортостан" ДТРК дир екоры), - тип һөйләй Гөлназ. Ул үҙе "Тамырға" Башҡорт дәүләт
       университетының филология факультетында белем алған ваҡытта
       ки лә.
       Быйыл февраль айында үткән Халыҡ - ара балалар өсөн телев изион программалар фестивалендә Гөлназ Ҡолһарина авторлығынд а, режиссерҙар Ләйсән Солтанғолова һәм Радик Фәтхиев ҡуйған "Әсә көсө" һәм "Шихан серҙәре" телефильмдары иң яҡшылар иҫәб енә керҙе һәм төрлө приздарға лайыҡ булды.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал