6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Конкурстар

Таланттар лайыҡлы дәртләндерелә
29.06.07


       Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә йыл һайын Шәйехзада Бабич исемендәге абруйлы республика дәүләт йәштәр премияһын тапшырыу изге традицияға әйләнде. 1995 йылда Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан булдырылған был премия йәш һәм һәләтле рәссамдар, яҙыусылар, артистар, режиссерҙар, музыканттар һәм архитекторҙар өсөн ярайһы уҡ ярҙам булды. 12 йыл эсендә был премияға 45 кеше лайыҡ булды. Бөгөн уларға тағы ла өс лайыҡлы лауреат өҫтәлде.
       Бүләкләү тантанаһы ваҡытында БР Хөкүмәте Премьер- министры Рафаэль Байдәүләтов "быйыл премия һалынған конверт күпкә тосораҡ" тип билдәләне.
       "Ағиҙел" журналының яуаплы секретары Гөлназ Ҡотоеваның "Күңел томбойоғо" тигән фәлсәфәүи шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығы иң яҡшы тип танылды. Гөлназдың шиғриәтендә Бабич ижадының көсө һәм ҡеүәте йәшеренгән, тип раҫлай тәнҡитселәр.
       Башҡорт милли уйын ҡоралы тураһында "Илай ҙа ҡурай, йырлай ҙа ҡурай" телевизион фильмын төшөргән тележурналист Зилә Сәғәҙиева ла наградланыусылар араһында. Уның шулай уҡ сәнғәт кешеләре хаҡындағы очерктар серияһы ла иғтибарға лайыҡ.
       Лауреаттарҙың өсөнсөһө - бөгөнгө еңеүселәр араһында берҙән-бер ир-ат, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы режиссеры Рөстәм Хәкимов. Был премияға ул "Урал батыр" эпосын бик оҫта сәхнәләштергән өсөн" лайыҡ булды.
       - Башҡортостанда йәштәр сәйәсәтенә етди иғтибар бирелә, - тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов. - Хөрмәтле лауреаттар, бөгөнгө награда тыуған Башҡортостаныбыҙ хаҡына һеҙҙең ижади хеҙмәтегеҙҙә өҫтәмә стимул булып торор, тип ышанам.
       Был мөрәжәғәткә яуап итеп, йәш режиссер, хәҙер инде абруйлы премия лауреаты Рөстәм Хәкимов, Бабич премияһы хәҙерге йәштәргә ярҙам өлкәһендә иң яҡшы наградаларҙың береһенә әйләнде, тип билдәләне. "Мин ижад өсөн бөтә шарттар булдырылған республикала йәшәүем менән ғорурланам", - тине ул.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал