6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Футбол

"Содовик" әлегә еңеүгә өлгәшә алмай
29.06.07


       - "Сода", гол индер! Әйҙә, икенсе тапҡырына ең инде! - тип ялбарҙы көйәрмәндәр үҙ командаһына.
       Үҙ йортонда тәүге голды индереүен-индерҙеләр, ә бына үҙҙәрендә тәүге еңеүгә, бик булмаһа, сираттағы "ничья"ға өлгәшеп, тамашасыны ҡыуандыра алманылар.
       "Содовик" үҙендә Иркутскиҙың "Звезда"һын ҡабул итте. Хужалар беренсе булып (14-се минутта Александр Нечаев) гол индерҙеләр. Әммә "Звезда"ға ҡаршы уйнау еңел эш түгел. Икенсе тайм башында ҡунаҡтар иҫәпте тигеҙләне - Никита Денисов гол индерҙе.
       Артабан уйын тигеҙ барҙы, һәм бөтәһе лә сираттағыса бер кемдең дә еңмәүе менән тамамланыр тип көттө. Бәхетһеҙлек өҫтәп бирелгән өсөнсө минутта килде: Владимир Левшин осрашыуҙың аҙағында ғына гол индереп, "Звезда"ны алға сығарҙы. Содовик 1:2 иҫәбе менән еңелде.
       Матчтан һуң матбуғат конференцияһында ҡунаҡтарҙың кәңәшсе-тәрбиәсеһе Фаил Мирғәлимов хужаларҙы бер үк ваҡытта маҡтаны ла, йәлләне лә, әрләне лә.
       - "Сода" беҙгә бик яҡшы гол индерҙе. Ихтимал, был беҙгә индерелгән тәүге ошондай туп булғандыр. Әммә мин үҙемдең малайҙар өсөн бик шатмын, улар ихтыяр көсө күрһәтеп, еңеүҙе тартып алдылар. "Содовик"ка уңыш, тырышып уйнауҙарын теләйем. Был команда - бик үҙенсәлекле, мин бында 2001 йылда ла булғайным. Ул саҡта команда ла көслөрәк ине, футбол майҙанының сифаты ла күпкә яҡшыраҡ ине. Был тормош - бөгөн һин өҫтә, ә иртәгә бағыусың булмаһа, аҫҡа тәгәрәйәсәкһең. Стәрлетамаҡ кеүек ҡалаларҙа һәр ваҡыт команда, уны әҙерләүсе фотбол мәктәбе булырға тейеш, унда урамдан балаларҙы тартып сығарырға кәрәк. Беҙ тамашасы өсөн уйнайбыҙ, шуға күрә майҙанды тәртипкә килтерергә, бик булмаһа, тигеҙләп булһа ла ҡуйырға кәрәк.
       - "Звезда"ның хәҙерге уңыштары нимә менән бәйле? Киләсәккә ниндәй маҡсаттар ҡуйыла?
       - Беҙҙең бурыс - беренсе лигала ҡалыу. Беҙ стадион төҙөнөк, базаны эшләп бөтөрәбеҙ. Беҙҙә хәҙер яҡшы балалар мәктәбе, 93-сө йыл Красноярскиҙа зона турнирында еңеп сыҡты. Беҙ тағы биш-алты майҙан төҙөргә йыйынабыҙ. Миҙгел башы бигүк уңышлы булманы, ете тапҡыр сығып уйнаныҡ, шуның бишәүһендә "яндыҡ". Ләкин сабырлығыбыҙҙы йыйып, көттөк, һөҙөмтә килеренә ышандыҡ.
       Хужаларҙың кәңәшсе-тәрбиәсеһе Геннадий Гридинға яҙмышҡа һылтанырға ғына ҡала:
       - Һәр мәрәй өсөн тырышабыҙ, ләкин йәштәргә тәжрибә етеңкерәмәй. Хәйер, бөгөн бер аҙ алға китеш бар - тәүге тапҡыр беренсе таймды оттоҡ. Ләкин алыштырыу уйынды көсәйтмәне. Иҫәп 1:1 булғанда уңайлы мәлдәр булды ла, ләкин беҙҙекеләр файҙалана алманы. Көйәрмәндәребеҙҙең дә кәйефе ҡырылды, әлбиттә. Бик йәл.
       - Команда составында үҙгәрештәр хаҡында хәбәрҙәр ишетелә. Аңлатып китә алмаҫһығыҙмы?
       - Новиков икенсе клубҡа, Ригаға күсте. Уның менән беҙҙә ярты
       йыл уйнаясаҡ тип килешелгәйне, шуға күрә ебәрҙек. Гриченков спорт дисциплинаһын боҙған өсөн ҡыуылды. Бурмаков дүрт һары карточкаһы арҡаһында уйынды ҡалдырҙы, ә Кондаковтың тағы ла тубығы менән проблема.
       - Стәрлетамаҡтан йәш егет Вәликәевтың уйынына баһа бирегеҙ әле, ул көйәрмәндәр ҡаршыһына майҙанға тәүге тапҡыр сыҡты, буғай.
       - Дөйөм алғанда, беҙ унан ҡәнәғәтбеҙ, беренсе таймды апаруҡ
       уйнаны. Аҙаҡ бер аҙ арыны, уға әлегә бындай етди кимәлдә уйнауы ауырыраҡ. Әммә өмөтлө егет.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал