6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Сәфәрҙәр һәм делегациялар

Сергей Иванов Өфө моторҙар эшләү берекмәһе эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт ҡалды
28.06.07


       Өфөлә бер көнлөк эш сәфәре менән Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Сергей Иванов булып китте. "Өфө" халыҡ-ара аэропортында юғары ҡунаҡты Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, республика Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов һәм башҡа рәсми кешеләр ҡаршы алғандан һуң, ул шунда уҡ яңы универсаль спорт комплексын асыуға юлланды. Объект төҙөлөшөндә "Яңы быуын" Спорт программалары фонды ҡатнашты, уның попечителлек советын Сергей Иванов етәкләй.
       Программаның киләһе пункты - "Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе" акционерҙар йәмғиәте. Билдәле булыуынса, Сергей Иванов авиация сәнәғәте мәсьәләләре өсөн яуаплы, ә ӨМЭПБ акционерҙар йәмғиәте - хәрби һәм граждандар авиацияһы өсөн газ турбиналы двигателдәр етештереүгә һәм техник хеҙмәтләндереүгә махсуслашҡан Рәсәйҙең төп машиналар эшләү предприятиеһы.
       Предприятие үҙ ғүмерендә авиация двигателдәренең 50-нән ашыу моделен сығарған. Бөгөн берекмә "Су-25", "Су-39" штурмовиктары, "Су-27", "Су-30", "Су-35" истребителдәре, "Ту- 334" пассажирҙар самолеттары өсөн двигателдәр етештерә һәм ремонтлай. Бынан тыш, "МиГ" самолеттары өсөн элек эшләнгән двигателдәрҙе ремонтлай, "Ка-27", "Ка-28", "Ка-31", "Ка-32", "Ми-26" вертолеттарының трансмиссия узелдарын әҙерләй. Халыҡ ҡулланыуы тауарҙары етештереүгә ҙур иғтибар бүленә. Уларға "Һеләүһен" ҡарйөрөгөсө, "Агро" мотоблогы һәм башҡалар инә.
       ӨМЭПБ 117, 117С проекттары буйынса двигателдәр һәм фронт авиацияһы өсөн бишенсе быуын двигателен булдырыу йәһәтенән тармаҡ кооперацияһында ҡатнаша. Уҡыу-күнекмә самолеттары өсөн АЛ-55 двигателен сериялы етештереү үҙләштерелә. "Ансат", "Ка-226", "Ми-54" еңел вертолеттары өсөн күп маҡсатлы бишенсе быуын двигателдәрен етештереү һәм уртаса ауыр класлы вертолеттар двигателдәренә запас частар етештереүҙе үҙләштереү бара.
       "Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе" асыҡ акционерҙар йәмғиәте - производствоны яңыртыу эҙмә-эҙ алып барылған, өр-яңы технологиялар индерелгән аҙ һанлы предприятиеларҙың береһе. Шуға күрә лә Сергей Иванов берекмәнең уникаль объекттары менән ҡыҙыҡһынып танышты.
       Ҡорамалдарҙың техник мөмкинлектәре һәм алдынғы технологиялар синтезына эйә булған Прототиплау инженерлыҡ үҙәгендә производствоға индереү маҡсатында төрлө деталдәр һәм өлгөләр моделдәре эшләнә.
       Сергей Иванов йыйыу цехында ла булды. Был цех юғары класлы белгестәре менән дан тота. Әҙер продукцияның сифаты, тимәк, берекмәнең юғары репутацияһы ла уларҙың яуаплы эшенә бәйле.
       "Авиацион технологиялар технопаркын", икенсе төрлө әйткәндә - Өфө авиация техник университетының уҡыу үҙәген йәмғиәттең тағы бер ғорурлығы тип атарға мөмкин. Юғары квалификациялы кадрҙар йәлеп итеүгә һәм тәрбиәләүгә йүнәлтелгән был уҡыу үҙәге - перспективалы һәм дәртле студенттарҙан йәш белгестәр әҙерләүсе үҙенсәлекле бер "инкубатор".
       Бынан тыш, Өфө дәүләт авиация техник университена, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә һәм башҡа партнерҙарға яҡшы перспективалар вәғәҙә итеүсе "Технологик алға китеш" проектын да Сергей Борисович ҡыҙыҡһынып ҡараны.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал