6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Проекттар, акциялар

Беҙгә ВВП килә
28.06.07


       Йома көндө Өфөгә илдең иң билдәле тележурналистарының береһе, Рәсәй телевидение академияһы президенты Владимир Познер киләсәк. Владимир Владимирович Башҡортостан баш ҡалаһына махсус рәүештә "Время жить!" ток-шоу программаһын төшөрөүҙә ҡатнашыу өсөн килә. Телемарафон ВИЧ/СПИД сиренә юлыҡҡан кешеләргә ярҙам итеү маҡсатында үткәрелә.
       Өфө был программа төшөрөлгән 26-сы ҡала буласаҡ. Әйткәндәй, марафон үткәреү идеяһы Познерҙың үҙенеке. Баш "телеакадемик"тың инициативаһын ВИЧ/СПИД проблемаһы менән шөғөлләнеүсе башҡа ҡайһы бер халыҡ-ара һәм Рәсәй коммерция булмаған ойошмалары ла хупланы.
       "ВИЧ тураһында өсөнсө заттан һөйләүе еңел, әлбиттә. Был диагноз менән йәшәгән кеше менән күҙгә-күҙ осрашмайынса, сит кеше проблемалары хаҡында юғары трибунанан фекер йөрөтөүе еңел. Был сиргә тарығып, ярҙам һорап та, уны ала алмау, дуҫтарыңды һәм киләсәккә ышанысыңды юалтыу - был бит сирҙең үҙенән дә ҡот осҡосораҡ", - ти телемарафонды ойоштороусылар.
       "Время жить!" ток-шоуы геройҙары - ҡыйыу кешеләр. Улар ҙур аудиторияға сығыуҙан, үҙ йөҙҙәрен күрһәтеүҙән ҡурҡмайҙар. Өсөнсө заттан һөйләүе һәр ваҡыт еңел - шуға күрә телемарафон ваҡытында һүҙ беренсе заттан ғына алып барыласаҡ", - ти телемарафондың генераль продюсеры Юлия Величкина.
       "Время жить!" ток-шоуы ВИЧ-инфекцияны йоҡтороу юлдары һәм иҫкәртеү алымдары тураһында хәҡиҡәтте тағы бер тапҡыр яҡтыртып ҡына ҡалмай, күптәр әлегә белмәгән проблемаларҙы ла асып һаласаҡ.
       Телемарафон алдынан "Башинформ" агентлығында матбуғат конференцияһы үткәреләсәк. Программа эфирға 3 июлдә "Вся Уфа" каналында сығасаҡ.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал