6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Социаль яҡлау

Ғаилә тураһында хыялланып
28.06.07


       Патронат - үҙ ғаиләһе тураһында хыялланған, ошо турала уйлап йоҡоға талған балалар өсөн был һүҙ ҙур мәғәнәгә эйә.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә бөтә балалар ҙа хәстәрлекле әсәһе һәм уны яратҡан атаһы булыуы менән маҡтана алмай.
       Әсәйҙе бер кем дә, хатта иң-иң яҡшы тәрбиәсе лә алыштыра алмай. Ярҙам, кәңәш һәм яҡлау һорап беҙ кемгә йүгерәбеҙ һуң? Дөрөҫ - атай-әсәйгә.
       Ғаиләләр тарҡалыуы аяныс, әлбиттә, әммә ғаиләң бөтөнләй булмай, балалар йортонда тәрбиәләнеү тағы ла аянысыраҡ. Нисектер мин, балалар йортондағы балалар хатта сәй бешерә лә белмәйҙәр, тип ишеткәйнем. Өйрәтмәгәндәр.
       Ә бит беҙҙең көндәлек тормошобоҙ тап ошондай ваҡ- төйәктәрҙән һалына. Ҡыҙ балаға өйҙә, ғаиләлә булмай, ҡайҙа хужабикә булырға өйрәнергә һуң? Ә малайға кем сүкеш тоторға өйрәтер?
       Бына ни өсөн бөгөн баланы социалләштереү, йәғни уға балалар баҡсаһында түгел, ә ысын ғаиләлә йәшәү тәжрибәһе биреү шул тиклем мөһим.
       Хәҙер барыһына ла билдәле патронат йыш ҡына опекаға йәки уллыҡҡа алыуға күсеү формаһы булараҡ файҙаланыла. 9-сы балалар йорто директоры Елена Макушина фекеренсә, патронат тәрбиә ғаилә тәрбиәһе менән баланы ғаиләгә өйрәтеүҙең юғары профессиональ кимәлен берләштереү мөмкинлеге бирә.
       Баланы патронатҡа урынлаштырыу срогы, хәлгә бәйле, төрлө булыуы мөмкин. Баланы ҡарауға дүрт мең һум күләмендә айлыҡ пособиенан тыш, патронат тәрбиәсе, йәғни ата-әсәне алыштырыусы айына 2500 һум аҡса ала. Етмәһә, стажы ла "бара": ул бит хәҙер - балалар йорто хеҙмәткәре.
       Миңә ҡалһа, патронатта балаларҙы урынлаштырыуҙың башҡа төрҙәренә ҡарағанда өҫтөнлөктәре бар кеүек.
       Беренсенән, баланың яңы тормошо уңайлымы-юҡмы икәнлеген тикшереү маҡсатында ғаиләгә йыш йөрөйҙәр. Тәрбиәгә һәм аҡсаны тотоноуға даими контроль алып барыла.
       Икенсенән, дәүләт уҡытыуҙы ғына түгел, баланың ялын һәм дауалауҙы ойоштороуҙы ла үҙ өҫтөнә ала. Тәбиғи, бала үҙ ата- әсәһе һәм туғандары менән аралашыу хоҡуғына ла эйә.
       Өсөнсөнән, балиғ булғас, балаға, берәй төрлө уға "тейешле метрҙары" булмаһа, торлаҡ биреләсәк.
       Дүртенсенән, әгәр патронат тәрбиәсе үҙ бурыстарын үтәмәһә, бала тәрбиәсе ғаиләһенән кире тартып алынырға мөмкин.
       Ғаилә тормошон ойоштороуҙың аҫрауға алыусы ғаилә кеүек формаһы ла ҡыҙыҡлы, минеңсә. Уның өҫтөнлөгө шунда: аҫрауға алыусы ғаиләгә, ҡағиҙә булараҡ, уллыҡҡа йәки опекаға биреү мөмкин булмаған балаларҙы тапшыралар. Бының сәбәбе баланың юридик статусы - етемлек статусы булмауҙа, йәки уға опекундар йә уллыҡҡа алыусылар табып булмағанда.
       Балалар йортонан бер йәки хатта ике-өс бала тәрбиәгә алырға ҡарар итеүселәр өсөн Аҫрауға алыусы ата-әсәләр мәктәбе яҡшы ярҙамсы булып тора.
       Мәктәп яңы ата-әсәләргә ярҙам тәьмин итергә, аҫрауға алыусы ғаиләләр ширҡәтен төҙөргә тейешле, унда тәжрибә уртаҡлашыу ғына түгел, проблемаларын һәм уңыштарын уртаға һалып һөйләшәсәктәр, ләкин иң мөһиме - белгестәрҙең: юрист, психолог, социолог, педагог һәм медиктарҙың профессиональ ярҙамын аласаҡтар.
       Башҡортостанда баланы тәрбиәгә алырға әҙер булыусылар араһынан иң күбе - ҡатын-ҡыҙҙар. Өфөлә, мәҫәлән, улар 80 процент тәшкил итә, республика район һәм ҡалаларында - 89 процент.

Галина Бахшиева
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал