6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Волейбол

Олимпиадаға үҙ вәкилебеҙҙе ебәрергә теләйбеҙ!
27.06.07


       Тиҙҙән "Урал" тип аталасаҡ, ә әлегә "Башҡортостан нефтсеһе"
       тип йөрөтөлгән клубта уйынсылар менән килешеүҙәр төҙөү буйынса эш ҡайнай. Был юлы лидерҙар менән контрактты оҙайтыу буйынса яңылыҡтар килде.
       Өфө клубы рәйесе Марат Мортазин һәм команданың баш тренеры Юрий Маричев хәбәр итеүенсә, команда менән контрактын Рәсәй милли йыйылма командаһына кандидаттар: үҙәк ҡамаусы, Европаның иң оҙон волейболсыһы Алексей Казаков, амплуа буйынса уның коллегаһы Леонид Кузнецов һәм диагональ һөжүм итеүсе Максим Терешин оҙайтҡан.
       Беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, яңы килешеү төҙөү өсөн бөтә волейболсыларҙың да контракт суммаһы яңынан ҡаралған һәм арттырылған.
       - Башҡаса мөмкин дә түгел, - тине беҙгә Марат Мортазин. - Сургут һәм Ҡазан кәрәкле оҫталарҙы йәлеп итеү өсөн уйлап та тормай икеләтә артыҡ сумма бирә. Беҙгә лә үҙ лидерҙарыбыҙҙы һаҡлау өсөн эш хаҡын бер аҙ арттырырға тура килә.
       Марат Мортазин шулай уҡ хәҙер ул Спорт һарайы директоры булмауын һәм бөтә иғтибарын волейбол клубы менән эшләүгә йүнәлтәсәген хәбәр итте:
       - Ике вазифа биләү ауырға тура килә. Клубта хәҙер эш бик күп,шул уҡ ваҡытта мин "Өфө-Арена" төҙөлөшөндә консультациялар
       биреүҙе дауам итәсәкмен. Спорт һарайының яңы директоры кем буласаҡ? Мин белмәйем - быны етәкселек хәл итә.
       Терешин менән Кузнецов яңы контрактын бер миҙгелгә төҙөнө, ә бына Алексей Казаков Өфө көйәрмәндәрен ике йыл ҡыуандырасаҡ әле. Клубта бик тә Башҡортостандан бер уйынсы булһа ла Пекиндағы Олимпиада уйындарында ҡатнашыуын теләйҙәр. Һәм был вәкил тап Казаков булыр, моғайын.
       Бөгөнгә "Башҡортостан нефтсеһе" Өфө мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Дмитрий Бакулин менән уртаҡ фекергә килмәгән әле. Ул Өфөлә ҡалырмы, әллә үҙенә яңы команда табырмы - әлегә билдәһеҙ.
       "Башҡортостан нефтсеһе" клубының рәсми сайты либеро Артем Ермаковтың Өфө командаһын ташлап китеүе хаҡында хәбәр итә. Ул киләһе миҙгелдә "Динамо-ТТГ" (Ҡазан) клубынан Рәсәй чемпиондары өсөн сығыш яһаясаҡ. Ошо көндәрҙә өфөләр тағы бер яңы волейболсы алдырырға йыйына.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал