6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Кадрҙар

Өфөгә иң романтик спортсылар йыйылды
27.06.07


       Туҡтауһыҙ ямғырҙар Өфөнөң "Нефтселәр" стадионында башланған янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса ярыштарға ҡамасау яһай алманы. Илдең 20 төбәгенән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғынға ҡаршы хеҙмәтенең 300-ҙән ашыу хеҙмәткәре еңеү өсөн көрәшәсәк. Бөтә Рәсәй масштабындағы ярыштарға РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы урынбаҫары эске хеҙмәт генерал-лейтенанты Александр Чуприян старт бирҙе:
       - Һеҙ эштә генә түгел, көндәлек тормошта ла шәфҡәтлелек өлгөһө күрһәтәһегеҙ, - тип тәбрикләне ул коллегаларын, - сөнки беҙҙең профессиянан да изгерәк һөнәр юҡ, беҙ үҙебеҙгә йәмғиәтебеҙҙең хәүефһеҙлек гаранты булыу бурысын алғанбыҙ бит...
       Быйыл янғын-ҡотҡарыу спортына - янғынға ҡаршы хеҙмәт Эске эштәр министрлығы ҡарамағынан 2002 йылда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы буйһоноуына күскәнгә тиклем янғын-практик спорты тип аталды - 70 йыл тула. Тәүге ярыштар 1937 йылда СССР Эске эштәр халыҡ комиссариатының (НКВД) янғын һағы подразделениелары араһында үткәрелә. Утҡа ҡаршы көрәшеүселәр уҡыу башняһының дүртенсе ҡатына күтәрелеүҙә, өс бөгөмлө баҫҡыс урынлаштырыуҙа, 100 метрлыҡ ҡаршылыҡ полосаһын үтеүҙә, яныусы шыйыҡлыҡты һүндереү менән эстафетала ярыша. Ул йылдарҙа программала гимнастика, еңел атлетика һәм атыу ҙа ҡаралған була.
       Ул саҡтағы кеүек, хәҙер ҙә янғын-ҡотҡарыу спорты профессиональ - янғын һүндереү күп төрлө ярыш төрҙәренең һәр береһе хәрби янғын һүндереүселәр әҙерләү элементтарынан тора, ә бөтә техник саралар - янғын-техник ҡоралдар арсеналынан. Чуприян "был спорт - тормоштоң үҙенән, подразделениеларыбыҙҙың көндәлек эшмәкәрлегенән" тип, бик дөрөҫ билдәләне.
       Ул бөгөнгө көндә хеҙмәт сафтары тулы булмауын үкенес менән билдәләп үтте. Янғын һүндереүсе хеҙмәтен хәҙерге йәштәр өсөн нисек ылыҡтырғыс яһарға, тигән һорауға "бөтәһен дә эш хаҡына ҡайтарып ҡалдырыу бигүк дөрөҫ булмаҫ" тип яуап ҡайтарҙы:
       - Хеҙмәттең абруйын күтәреү буйынса комплекслы саралар кәрәк, һәм уларҙы ҡотҡарыусылар ғына түгел, ә бөтә йәмғиәт көсө менән үткәрергә кәрәк, - тине ул. - Ә бюджет - ул күпме генә булмаһын, һәр ваҡыт күберәк теләйҙәр: аҡса күп булмай. Бында шуны билдәләргә кәрәк - янғын һағы подразделениеһында эшләп, һин йәмғиәттең хәүефһеҙлеген тәьмин итәһең. Ә бөгөн иһә беҙгә күптәр романтика эҙләп килә быны һис тә минус тип иҫәпләргә ярамай. Беҙгә яҡыны өсөн яуаплылыҡ тойған ысын ирҙәр килә. Һис шикһеҙ, беҙ янғын һүндереүселәр һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре социаль яҡланған булһын өсөн тырышабыҙ, был яҡлау ни тиклем ышаныслыраҡ булһа, беҙгә үҙ сафтарыбыҙҙы тулыландырыу шул тиклем еңелерәк буласаҡ. Ҡабатлап әйтәм, беҙҙә вакантлы урындар бар.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал